Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
25 Август 2022, 12:07

“Ҡош юлы” офоҡтарға юл аса

“Ҡош юлы” башҡорт бард хәрәкәте республиканың “Тамыр” балалар телеканалы менән берлектә, изге маҡсат менән бынан теүәл биш йыл элек ижади хеҙмәттәшлек йәйелдергән ине. Башҡортостан юлдаш телеканалы экрандарына “Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсы сыҡты. Унынсы миҙгелен ҡаршылаған гитарала уйнап йырлаусылар, автор-башҡарыусылар, шиғыр яҙыусыларҙың республика конкурсы милли сәнғәттә үҙ һүҙен әйткән, башҡорт эстрадаһында сағыу йондоҙҙар ҡабыҙған.

“Ҡош юлы” офоҡтарға юл аса
“Ҡош юлы” офоҡтарға юл аса

Ҡош юлы”ның балалар конкурсы балаларҙа гитара сиртергә, туған телдә йырларға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән барлыҡҡа килде. Ул тап республиканың төп балалар телеканалы тарафынан бойомға ашырылыуы менән әһәмиәтле. Интернет киңлектәрендә һайлап алыу турын үткән балаларҙы исемдәре республикаға билдәле башҡарыусылар остазлыҡҡа алды һәм улар бер нисә ай дауамында бергә эшләне, ижад итте.

Быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелгән “Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсы финалы “Башҡортостан” дәүләт концерт залында гөрләне. Шулай уҡ йәш таланттар проектты ойоштороусылар, остаздары менән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, ваҡытын күңелле үткәрҙе. Республика ял базаһының береһендә "Дәрүишхан" төркөмө менән осрашыуҙа һорауҙарын бирҙе, бергә гитарала уйнап йырланы.

Быйылғы конкурс финалсыларҙың барыһының да йырҙарҙы үҙҙәре ижад итеүҙәре менән айырылып торҙо. “Ҡош юлы. Балалар”ҙың бишенсе миҙгеле еңеүсеһе тип Учалынан Наҙгөл Хәмитова танылһа, республика балалар журналы “Аҡбуҙат”тың махсус бүләгенә Белореттан Гөлназ Шәғәлина лайыҡ булды. Гөлназ конкурсанттар араһында иң бәләкәйе булыуына ҡарамаҫтан, шулай уҡ III урынға сыҡты.

...Ә барыһы ла тыуған көнөнә гитара бүләк итеүҙәрен һорап Гөлназдың ҡәҙерле кешеләренә мөрәжәғәт итеүенән башлана. Бөгөнгө йәштәр араһында популяр булған гитараны сиртергә өйрәнеү теләге лә ҙур була. Ҡышҡы каникулда Интернеттан башҡаларға ҡарап, күпмелер уйнарға ла өйрәнә ҡыҙ. Бармаҡтарын ауырттырып, башҡаса уйнамайым тип, гитараны ситкә алып ҡуйған мәлдәре лә була. Әммә ләкин уйнарға өйрәнеү теләге көслө була, күрәһең, музыка ҡоралын яңынан ҡулына ала. Тырыш ҡыҙ Виктор Цойҙың әҫәрҙәрен, Ябай Малайҙың “Буран”ын тиҙ генә уйнарға өйрәнә. Полиция хеҙмәткәрҙәре булған әсәһе һәм атаһы Әлиә һәм Илмир Шәғәлиндарҙыңколлегаһы, ғаилә дуҫы Линар Сәйәхов Гөлназдыңһәләтен, тырышлығын күреп, уға “Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсында ҡатнашып, үҙ көсөнһынап ҡарарға тәҡдим итә. Талантлы ҡыҙ күп уйлаптормай, видеояҙмаһын конкурсҡа ебәрә. 29 мартта конкурстың I туры үтә. Унда "Уралыбыҙ" йырынбашҡара. “Ҡараташ” төркөмө солисы Фәнзил Атауллин Белорет ҡыҙы Гөлназды остазлыҡҡа ала һәм бергә Интернет аша шөғөлләнә башлай. Гөлназ Асаева репертуарынан “Тулай буран” йырын радиоға яҙҙыралар. Май айында инде “Юлдаш” радиоһына әңгәмә бирә, эфирҙан йырын башҡара. Һәм, 20 йәш башҡарыусының 10-ы финалға үтә. Быйыл 13-сө мәктәптең VII класына барған ҡыҙ үҙе финал турына махсус йыр яҙып, әҫәрен “Яратам мәлдәрҙе” тип атай.Уға ата-әсәһе, башҡа туғандары ярҙам итә: йырҙың һүҙҙәрен камиллаштыра, төҙәтеүҙәр индерә.

Яңыраҡ шаулап-гөрләп “Башҡортостан” дәүләт концерт залында финал туры ла үтеп китте, еңеүселәр билдәләнде. Бүләкләнеүселәр араһында иң йәш конкурсант Гөлназ Шәғәлинаның булыуы ла, ҡыҙҙың талантлы һәм өмөтлө икәнлеген иҫбатланы ла инде.Быға Гөлназдың бәләкәйҙән мәҙәни мөхиттә, сәнғәтте яратҡан ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫеүе лә булышлыҡ иткәндер. Өләсәһе Гүзәл, олатаһы Иршат, атаһы Илмир һәм башҡа туғандарының йыр-моңға, сәнғәткә булған һөйөүе уға ла күскәндер. Тәүге тыңлаусылары ла, илһамландырыусылары ла ата-әсәһе, олатай-өләсәһе, һеңлеһе һәм кескәй генә ҡустыһы бит.

“Ҡош юлы. Балалар” телевизион конкурсы тағыла яңынан-яңы үрҙәргә үрләрлек дәрт һәм көс өҫтәне, илһам бирҙе. Йылдан-йыл йәштәр араһында киң билдәлелек яулай барған конкурста ҡатнашып, гитарала уйнау, яҙған йырымды башҡарыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағаным өсөн шатмын. Үҙемә яңы дуҫтар таптым. Улар менән яңыраҡ тағы ла Ейәнсура районында осраштыҡ, аралаштыҡ, - тине Гөлназ тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Йәш быуында мәҙәниәт, моң, сәнғәт аша мәңгелек ҡиммәттәргә һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән, ҡанат ҡуйған, һәләттәрен үҫтергән “Ҡош юлы” проектында яңынан-яңы Гөлназ, Наҙгөл кеүек ҡыҙҙар үҫеп сығып, нығынырҙар, башҡорт милләтен танытырлыҡ әҫәрҙәр ижад итерҙәр.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: