Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы тарафынан ойошторолған сара быйыл 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 210 йыллығына арналды. Унда Хәйбулла районы Советы рәйесе Тимур Рәмов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне Миңнулла Бикҡолов һәм башҡалар ҡатнашты.
Конкурс Туймазы, Ауырғазы, Күгәрсен, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан, Күмертау, Сибай, Өфө ҡалаларынан килгән ансамблдәр тарафынан ошо датаға арналған көйҙәр яңғырауы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ғәзим Ильясовтың “Ҡаһым түрә” йырын башҡарыуы менән башланып китте.
Сара барышында элекке лауреаттар, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы еңеүселәр ҡатнашлығында концерттар үтте, ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн “түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо.
Мәртәбәле конкурста ҡурай уйнау оҫталығын, сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәрен, үҙенсәлекле сығыштарҙы баһалаған жюри ағзалары иҫәбендә билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, районыбыҙҙың почетлы гражданы, ветеран-уҡытыусы Мөхәмәт Түлебаев та булды.
Быйыл конкурста Башҡортостандың 16 районы һәм 9 ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенән, Мари Иленән, Красноярск крайынан 300-ҙән ашыу ҡурайсы оҫталығын һынаны. Ике көн дауамында барған сарала беҙҙең район ҡурайсылары ла ҡатнашты һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешеп һөйөндөрҙө. Ҡаланың балалар музыка мәктәбенең “Инеш” өлгөлө ансамбле II урынға (етәкселәре Радмир Әхтәмов), Дамир Хәсәнов етәкселегендәге “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбле III урынға, 12-16 йәшкәсә яңғыҙ башҡарыусылар араһында Ильяс Шаһиязданов менән Арслан Хөсәйенов III урынға (етәкселәре Радмир Әхтәмов), 12 йәшкәсә балалар араһында Динислам Мәхмүтов II урынға (етәксеһе Дамир Хәсәнов), 16 йәштән өлкәндәр араһында Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәре, Рысыҡай, Үткәл, Сосновка, Шығай ауылдарында ҡурай түңәрәген алып барған Ласын Мәғәфүров I урынға лайыҡ булды.
Райондаштарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!