Һуғыш дәһшәтенән йыраҡ торған төбәктәр илебеҙҙең оборона ҡеүәтен үҫтереүҙә, еңеүҙе яҡынайтыуҙа һәм фронтты аҙыҡтүлек менән тәьмин итеүҙә хәл иткес роль уйнаған. Был ваҡиғалар күптән инде артта ҡалған. Әммә Рәсәй, башҡорт халҡының берҙәмлеге һәм ихтыяр көсө бөгөн дә һаҡланып ҡалған. Нәҡ бына әлеге ойошҡанлыҡ, татыулыҡ күп кенә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, дошмандарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Ҡайһы ғына төбәк, ауылдарҙы алма, махсус хәрби операцияларға юлланған яҡташтарға, ауылдаштарға ярҙам йыйыла һәм оҙатыла.
Әзекәй ауылы хакимиәте махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егетен - кемдеңдер ғәзиз улын, кемдеңдер һөйөклө тормош иптәшен һәм яратҡан атаһын, ауылдашын оҙатты. Яугирҙарҙың тылдары ныҡ һәм ышаныслы. Әзекәйҙәр ауылдаштарын ғына ҡайғыртып ҡалмай, Иҙел башынан махсус операцияға юлланған башҡа ир-аҫылдарын да хәстәрләп гуманитар ярҙам ебәрҙе.
Ауылдың уңған, оҫта инәй-апайҙары, һеңле-килендәре көн дә мәҙәниәт усағында бергә йыйылып, үҙҙәре үк әҙерләгән йөнгә йөрәк йылыһын ҡушып бейәләй-ойоҡтар бәйләне.
Ошо көндәрҙә Әзекәй мәҙәниәт йортонда район кимәлендә ҙур сара үтте. “Йөрәк йылыһын ҡушып” тигән йөкмәткеле һәм бер үк ваҡытта фәһемле мәҙәни сара Башҡортостанда рәсми рәүештә старт алған “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолдо.
Сәләмәт йәшәү рәүеше булдыры һәм уны һаҡлау, күрелгән саралар иҫәбенә демографик, социаль именлекте яҡшыртыу мәсьәләләрендә тораҡ пункттарҙағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең әүҙемлеген арттырыу маҡсатында үткәрелгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, үҙебеҙҙе һынап ҡарау тәжрибәбеҙ ҙур. Яңы башланып ҡына торған мәртәбәле конкурста ҡоҙғон-әхмәрҙәр ҡатнашып, үҙҙәрен республикала ғына түгел, Рәсәй, Европа кимәлендә лә танытты. Район кимәлендә икенсе урынға сыҡты.
2021 йылда Аҙналы ауылы халҡы маҡсатлы конкурста берҙәм ҡатнашып, төрлө социаль-мәҙәни саралар уртаһында ҡайнап йөрөнө. Һөҙөмтәлә, аҙналыларҙың эше “Иң яҡшы социаль ролик” номинацияһында билдәләнде. Сират - әзекәйҙәргә. Улар был башланғысты дәррәү күтәреп алып, ең һыҙғанып эшкә тотондо.
Әзекәйҙә лә, башҡа ауылдарҙағы кеүек үк, патриотик тәрбиәгә мөһим урын бирелә. Киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн күп эштәр атҡарыла. Был йәһәттән мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауылдың ағинәйҙәр берләшмәһе, эште берҙәм һәм бергә алып барырға тырыша. Илебеҙ ауыр, ҡатмарлы осор кисерә. Берҙәм булғанда ғына нацизмды еңеп сығасаҡбыҙ. Ирегеттәребеҙ фронт һыҙығында булғанда, ауылдаштар тылда “көрәшә”.
Әзекәй йәштәре, ир-егеттәре “Zамана йәштәре” тигән берекмә булдырҙы. Йәштәр мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә утын яра һәм башҡа изге эштәр атҡара.
Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” республика конкурсының муниципаль этабы старт алды. Конкурс сиктәрендә бөтә ауылды ла эскелектән арындырыу тигән маҡсат ҡуйылмаған. Ауылдаштарҙың бер нисәүһе булһа ла был насар ғәҙәттән ҡотола, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай икән, маҡсатыбыҙға ирештек тигән һүҙ, - тине
Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева йыйынды асып Республика конкурсы сиктәрендә үткән “Йөрәк йылыһын ҡушып” мәҙәни сараһын асып, илебеҙгә тыныслыҡ, яу яланында йөрөгән ир-аттарыбыҙҙың тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, Әзекәй ауылы абыстайы Сәмиға Мөхәмәтова аят уҡып доға ҡылды.
Ҡул эштәре менән булған Әзекәй мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Серҙәштәр" фольклор ансамбле ағзалары “Һалдат йыры”н һуҙа.
“Армияға киткән саҡта,
Ҡараным күҙҙәреңә.
Юҡһыныу уты ҡабынған
Йылмайған йөҙҙәреңә...”
Нисектер моңһоу ҙа, бөгөнгө көндә бигерәк тә күңелгә үтеп ингән йырҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкинтүгел. Йөн теткән, уны иләгән һәм сиратҡан, ойоҡбаштар бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙар бошоноп ултырырға мөмкинлек бирмәне, ансамбль ойоштороп ебәреп, уйын ҡоралдарында- батмус, ҡалаҡтар, ҡумыҙ, гармун, мандолинала уйнаны. Мәҙәниәт йорто мөдире Фәнисә Шәрәфетдинова ауылдашы Ғәриф Сәйетовтың тетрәндергес шиғырын уҡып ишеттерҙе, бөгөнгө көн темаһына арналған шиғыр юллдары йыйылыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Әзекәй ағинәйҙәр берләшмәһенә (етәкселәре- Клара Мостафина) тиҫтәнән ашыу төрлө быуын ҡатын-ҡыҙҙары йөрөй. Йөрәк йылыһын да ҡушып изге ғәмәлгә ҡушылған әзекәйҙәр әҙер ойоҡ-бейәләйҙәрен ҡаптарға һалып, изге теләктәрен теләне һәм бер өлөшөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарына юлланы.
Кемдеңдер әсәһе, апаһы, кәләше бәйләгән ойоҡ-бейәләйе адресатына барып етер һәм тыуған ерен, йортон, ғаиләһен яҡларға юлланған яугирҙыңтәнен генә түгел, күңелен дә йылытыр...