Ҡунаҡтар, Геройҙар көнө айҡанлы уҡыусылар менән "Мөһим һөйләшеү"ҙә сығыш яһап, тыныс тормошта ла геройлыҡҡа урын барлығын аңлаттылар.
Украинала биш ай махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтып, әлеге ваҡытта ҡаланың 20-се мәктәбендә социаль педагог булып эшләгән һәм кадеттарҙы физкультуранан уҡытҡан ауылдашыбыҙ Айбулат Абдрахманов балаларҙы илһөйәр, батыр һәм ҡыйыу булырға саҡырҙы.
Вилдан Абдрахманов менән Юнир Ғилманов септә һуғыу, сабата үреү буйынса, Ғайса Мәғәфүров уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтһә, Илгизә Юламанованың кейеҙ баҫыуын, йөндән әйберҙәр эшләүен ихласлыҡ менән ҡараны ҡунаҡтар.
Ағастан яһалған тормош-көнкүреш әйберҙәре, аш-һыу кәрәк-яраҡтары эшләү менән шөғөлләнгән Шакир Таһиров менән Байрас Байрамғәлиндың, ҡул эшенә маһир ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәгә ҡуйған эштәре күҙҙең яуын алып торҙо.
Бер үк ваҡытта Басир Йомағужин иҫтәлегенә шахмат турниры ла барҙы. Уны ойоштороусыһы һәм бағыусыһы уның улдары - Айҙар Йомағужин менән Дим Йомағужин. Улар еңеүсе балаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм мәктәпкә шахматтар бүләк итте.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың һәм һәләк булған яугирҙар һәйкәленә венок һәм сәскәләр һалғандан һуң, ҡунаҡтар хоккей уйыны буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Уны Инйәр ауылының "Олимп" физкультура-һауыҡтырыу комплексы тәрбиәләнеүселәре үткәрҙе.
"Салауат Юлаев" хоккей клубы генераль директоры Ринат Башировҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Ундай кеше етәкселек иткәндә хоккейҙың киләсәге Республикала һис шикһеҙ өмөтлө буласаҡ. Айыҡ тормошҡа балалар спорт аша бала саҡтан өйрәнәләр", - тине мәктәпкә хоккей экипировкаһын тапшырыусы Раян Миһранов.
Гөлнур Ҡолһарина актив гражданлыҡ позицияһы, башҡорт фольклорын һәм рухи-мәҙәни ҡиммәттәрен пропагандалауға индергән әүҙем йәмәғәтселәргә - Зилә Сәмситдинованы, Вәсимә Миһранованы, Рәйлә Мөлөкованы Почет грамотаһы һәм статуэтка менән бүләкләне.
Ауылыбыҙҙа өс аҙыҡ-түлек магазины бар. Береһендә һыра һатыла, уның һатылыу ваҡыты сикләнгән, башҡаларында спиртлы эсемлектәр юҡ. Өйҙән һатыусы бер нисә нөктәне лә тиҙҙән ябылырына ишешәсәкбеҙ.
Байрамға килгән ҡунаҡтарға, уны уҙғарыуҙа аҡсалата ярҙам күрһәткән ауылдаштарыбыҙға, Инйәр ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә һәм хакимиәт башлығы Алена Кучербаеваға, Манышты мәктәбе уҡытыусыларына, хеҙмәткәрҙәренә, мәктәп директоры Илшат Моратшинға, балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә, китапхана һәм клуб мөдирҙәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә, "Ирҙәр ҡоро", Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советы ойошмаларына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Рәйлә Мөлөкова,
Манышты.