Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
23 Февраль 2023, 21:49

Егеттең егетлеге майҙанда беленер

Бөгөнгө Ватанды һаҡлаусылар көнө айырым әһәмиәткә эйә. Илдең киләсәге билдәләнгән мәлдә йәшәйбеҙ. Был йәһәттән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың роле  мөһим. Уларҙың батырлығы, ныҡлығы һәм тоғролоғо киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора. Ә беҙҙең бурыс – уларға, туғандарына, яҡындарына ярҙам итеү.

Егеттең егетлеге майҙанда беленер
Егеттең егетлеге майҙанда беленер

Ҡоҙғон-Әхмәрҙә лә үткән бөгөнгө милли уйындар нәҡ Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, атап әйткәндә, алғы һыҙыҡта ил киләсәге, именлеге өсөн көрәшкән ауылдаш яугирҙарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышланды.

Милли уйындарҙы тантаналы асып ауылдаштар, ҡатнашыусы командалар алдында Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева, ауыл старостаһы Вадим Әҙелмырҙин, ағинәйҙәр етәксеһе Зилә Мөхәмәҙиева сығыш яһаны. Телмәр тотоусылар Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлап, илебеҙҙең тыныс тороуын, яугирҙарҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын, ә командаларға уңыштар теләнеләр.

Командалар үҙҙәре менән таныштырып, девиздарын әйткәндән һуң, уйындар башланды.  Бәйгелә ҡатнашҡан өс командаға ла күп һынауҙар аша үтергә кәрәк ине. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән суҡмар ырғытыу, арҡан тартышыу кеүек төрҙәр менән бергә хәҙерге спорт ярыштары - тюбингта, саңғыла уҙышыу, турникта күтәрелеү буйынса көс һынаштылар. Ярыштар ике этаптан тороп, күңелле һәм сәмле барҙы, командалар бирешергә теләмәне һәм аҙағынаса бөтә көсөн һалып көрәште.

Суҡмар ырғытыуҙа ир-егеттәр үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Суҡмарҙы 10 метрға ырғытыусы көслөләр ҙә булды. Арҡанды яңғыҙ, команда менән тартыу, өс урам спортсыларын дәртләндереп, сәмләндереп кенә ебәрҙе. Эстафетала берҙәмлектә – көс икәнлеген күрһәтергә кәрәк ине. Ярыштар уйын-көлкө, шаян һүҙ менән бик күңелле барҙы. Өс команда ла берҙәм һәм ҡыйыу икәнлектәрен күрһәтте, һәр береһе еңеүгә ынтылды. Һәр команданан 1-ешәр спортсы саңғыла уҙышып, эстафетаны командалашына тапшырҙы. Был этапта иң ҡыуанғаны – тюбингта ултырған балалар булғандыр. Улар үҙҙәренсә спортсыларҙы дәртләндереп барҙы. Артабанғы этап өс ир-егеттең бер командала эшләй алыуын билдәләү булды. Өс кеше бер “саңғы”ға баҫып шыуҙы, турникта күтәрелде, төктө күпмелер арауыҡҡа тәгәрәтте,  бүрәнә ауҙарҙы, командалар бергәләшеп (бүрәнәне тотоп) пресс эшләне, бүрәнәне алты түмәргә бысҡандан һуң, уларҙы ярып Z формаһында теҙеп һалды. Бер этапта бер команда етеҙерәк булһа, икенсеһендә икенсе команда таҫыллыҡ күрһәтте, өсөнсөләренең көсөн ҡул бысҡыһы алды.
Шулай итеп, уйын һөҙөмтәләре буйынса иң етеҙ һәм йылғыр тип ауылдың Шауым командаһы танылды һәм беренсе урын яуланы. Икенсе урынға Аръяҡ урамы , ә өсөнсөгә Ҡалмаҡ урамы командаһы сыҡты.

Командалар  мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән дипломдар һәм бүләктәр менән билдәләнде. Бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы, әммә ауыл кешеләре өсөн төп бүләк, ул әлбиттә - саф һауала күңелле һәм файҙалы уҙған ял минуттары.

Ә көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙо, үҙҙәре ярышты һәм күңел асты.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: