Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
8 Сентябрь 2023, 11:39

Ҡатнашып ҡалығыҙ!

Рәсәй Социаль фондының Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса Клиент хеҙмәте (элекке район-ҡала Пенсия фонды идаралығы), муниципаль район хакимиәте, ветерандар советы һәм “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре тарафынан “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы иғлан ителә. Ун өсөнсө тапҡыр ойошторолған конкурс  1 апрелдән 30 ноябргә тиклем дауам итә.

Ҡатнашып ҡалығыҙ!
Ҡатнашып ҡалығыҙ!

Быйыл һеҙҙең ҡарамаҡҡа түбәндәге темалар тәҡдим ителә:

  • “Тыуған төйәк өсөн изге эштәр”.
  • “Минең тормошомдағы уҡытыусым һәм остазым”.
  • “Бала саҡ хәтирәләре һәм фотолары”.
  • “Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух”.
  • “Ватан геройҙарына ярҙамға!”.

Яҙма эштәр “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре мөхәрририәтендә, фотоэштәр Белорет ҡалаһы һәм районының Клиент хеҙмәтендә (Киров урамы, 48) йәки [email protected] электрон почтаһы аша ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашырға ашығығыҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: