“Бара алмайбыҙ инде, ҡыҙым”- тип Зөлхизәгә өндәшәм. Сөнки, биш йәшенән “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашып, Өфө ҡалаһында үткәрелгән шиғри бәйгене ҡалдырмай, һәр сығышты кескәй йөрәге аша үткәреп көтөп ала. Өндәшмәне, шым ғына янымдан китеп барҙы, йыуатырлыҡ һүҙ таба алманым...
Көтмәгәндә телефондан яғымлы тауыш яңыраны - “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова шылтыратып, Зөлхизәне ҡунаҡ булараҡ бәйгегә саҡырҙы. Шатлыҡтан йөрәк ярһып тибә, күҙҙән йәштәр тәгәрәй, ҡыҙым менән ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ...
Быйылғы “Йөрәк һүҙе” һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле ҡиммәттәр - “Әсәлек һәм илһөйәрлек” темаһына арналды. Һәр сығыш яһаусыны тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты. Бәйгелә йәштәрҙең күпләп ҡатнашыуы айырыуса шатландыра. Бигерәк тә үҙҙәре яҙған шиғырҙарҙы уҡыуҙары күңелгә ятты. Салауат Шәйәхмәтов исемле егет өс турҙа ла үҙенең шиғырын уҡыны. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уның һәр шиғырында шул тиклем аҡыллы, фәһемле һүҙҙәр ята. “Йөрәк һүҙен”дә яңғыраған шиғырҙарҙан китап нәшер ителһә, һатып алыр инем дә, яйлап-тәмләп ҡыҙым, уҡыусылар менән уҡыр инем. Әйткәндәй, был турала тәҡдим дә булды. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының XI класс уҡыусыһы Ғайсар Мөхәмәтйәновтың сығышы ла сағыу булды. Уның тауышын Башҡортостандың халыҡ артисы, диктор Әхәт Мортазиндыҡына оҡшаттым. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX класында уҡыған Зилиә - дәртле йөрәкле ҡыҙ. Уңың сығышында илһөйәрлек рухы ярылып ята. Йәштәргә һоҡланып ултырҙым. Яҡташым, Асы егете Байегет Мөхәрләмов өсөн ғорурландым. Уның интонация менән эмоциональ итеп һөйләүе кемдәрҙе генә уйландырманы ла, еңеүсе булыр тигән өмөт уятманы икән. Наилә Сәфәрғолова ла уның бик өмөтлө егет булыуын билдәләне. Эйе, йәштәребеҙ дәртле. Тимәк, телебеҙҙең, илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәге бар, ул уларҙың ҡулында.
Әнисә Махийәнова - Ғәлинаның Илнар Хәтмуллинға бағышланған “Нуры ҡалды һибелеп...” шиғырын тамашасыға тейешле кимәлдә Вәрис Исҡужин еткерҙе һәм конкурстың Еңеүсеһе булды. Ул шиғырҙы уҡығанда Илнарҙың тауышы ишетелгәндәй булды. Һүҙ көсөнөң ҡеүәтен ишетергә, кисерергә, тойорға ярҙам иткән Әнисә Махийәнова апайға, Вәрис Исҡужинға рәхмәт.
Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Әсә һәм ул һөйләшеүе” шиғырын Гөлсиә Бикҡужина улы Илмир менән һөйләне.
Һәр ҡатнашыусы еңеүсе ине, уларҙың йөрәк һүҙе йөрәктәргә барып ҡушылды, берсә йөрәк һыҙланды, берсә иланы, күңелдәрҙе тулатып ярһыу аттай сапты...
Зөлхизәнең тәнәфес ваҡытында Наилә апайҙы артынан йүгереп барып ҡосаҡлап: “Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт!” тигән һүҙҙәренә ҡыуанам. Ҡыҙым менән, һәр ваҡыттағыса, конкурста яңғыраған шиғырҙарға ҡарашы тураһында, кескәй йөрәге аша үткәргән тойғолары менән фекерләшеү буласаҡ. Әлегә, “Йөрәк һүҙе” шиғри бәйгеһендә махсус ҡунаҡ булараҡ сағыу сығыш яһауы, проекттың символик таҫтамалы менән бүләкләнеүе маҡсатҡа илткән юлда тағы ла бер аҙым булһын ҡыҙыма.
Милли рух менән һуғарылған “Йөрәк һүҙе” киләсәктә лә йәшәһен. Әлеге ауыр ваҡытта был проект үҙенең мөһим булыуын тағы ла инандырҙы.
Асия ЙОСОПОВА,
Инйәр.