Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
27 Октябрь 2023, 11:25

Иҙел башының моңло хазинаһы

Ҡараш етди һәм иғтибарлы, ә көслө бармаҡтар күнеккән хәрәкәттәр менән музыка ҡоралы ҡылдарын сиртә. Йәш артист өсөн был сығыш үҙенсәлекле. Ғәҙәти тамашасы урынына уға жюри ағзаларының, оҫта музыканттарҙың етди ҡарашы төбәлгән...

Иҙел башының моңло хазинаһы
Иҙел башының моңло хазинаһы

20 октябрҙә Инйәр район мәҙәниәт йортонда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин призына халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусыларҙың I район фестиваль-конкурсы уҙҙы. Район ғына түгел, республика кимәлендәге бындай фестиваль-конкурс тәүгә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙан 60-ҡа яҡын ғариза ҡабул ителеп, 109 конкурсант яңғыҙ башҡарыусылар, ансамблдәр категорияларында бәйге тотто. Шуныһы үҙенсәлекле, I район фестиваль-конкурсын юғары наградаларға лайыҡ яҡташыбыҙ, “Белорет ҡалаһы һәм Белорет районының Почетлы гражданины” Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге мәртәбәле музыкаль ғаилә баһаланы. Музыканттың улдары ла, атайҙарына оҡшап, сәнғәт юлын һайлаған, шуға ла уларға конкурсанттарҙың иң яҡшыларын билдәләү ауырҙан булманы. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстар лауреаттары - йырсы Айтуған Ғәйзуллин, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры оркестры солисы, преподаватель Иҡсан Ғәйзуллин һәм ошо уҡ театрҙың тынлы ҡоралдарҙа уйнаусы артисы Элиза Ғәйзуллина тыңланы. Күләмле район сараһын ойоштороу өсөн ҡатнашыусыларҙың теләге генә етмәй, шулай уҡ матди ярҙам талап ителә. Инйәр ауыл хакимиәте ҡунаҡтарҙы, конкурсанттарҙы ҡабул итһә, грамота, дипломдар тултырыу, тәүге мәҙәни сараны тейешле кимәлдә үткәреп ебәреү, бүләктәр әҙерләү район мәҙәниәт идаралығы һәм Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өҫтөндә.

Рәмил Ғәйзуллин призына үткән район фестиваль-конкурсының әһәмиәте - халыҡ инструменталь башҡарыусанлыҡ мәҙәниәтен популярлаштырыуға, халыҡ иғтибарын үҙешмәкәр ижад өлгөләренә йәлеп итеүгә, халыҡтар мәҙәниәтенең тарихи ҡаҙанышына ҡайтып ҡала. Конкурста 7 йәштән 70 йәшкә тиклемге музыкант ҡатнашты. Быйыл ғына халыҡ музыка ҡоралдары менән танышыуҙы башлап торған сәнғәт, музыка мәктәптәре тәрбиәләнеүселәренән алып тәжрибәле, оҫта музыканттарға тиклем милли ҡоралдарҙа уйнаны. Һәр сығыш үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ ине. Тирлән, Үрге Әүжән ансамблдәре үҙҙәренең шуҡлыҡтары, сығыштарының театрлаштырылған булыуы менән айырылһа, Ҡаһармандан Лариса Ҡужәхмәтова һәм Рәфиҙә Нафиҡованың ҡылҡумыҙ, ҡумыҙ һәм ҡурай менән оҫта мөғәмәлә итеүе, төрлө тәбиғәт тауыштары сығарыуҙары отошло булды. Әзекәй, Межгорье, Инйәр, Үткәл, Сосновка ансамблдәрендә күптән инде халыҡ милли ҡоралдарында оҫта уйнаған коллектив тупланған. Белорет музыка, Инйәр сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре думбыра ҡылдарын оҫта сиртеүе, ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарыуҙары менән айырылып торҙо.

- Республика кимәлендә оркестр, ансамблдәр ҡатнашлығында бер нисә конкурс үтә, әлбиттә, ә бөгөнгө музыкаль бәйгелә яңғыҙ башҡарыусыларҙың да беренсегә көс һынашыуы уға мәртәбә генә өҫтәй. Фестиваль-конкурсты ойоштороусыларға, райондаштарыма, бигерәк тә, бәйгелә ҡатнашыусыларға рәхмәтлемен. Инструменталь ижад өлкәһендә талантлы йәш музыканттарҙы асыҡлау, уларҙы артабан да үҫтереү маҡсатында булдырылған бындай конкурстың тик ыңғай роль уйнауы билдәле. Иҙел башы – таланттар төйәге. Район илебеҙгә билдәле шәхестәр биреүҙән тыш, бында йәш таланттарҙың үҫеүенә булышлыҡ итә, уларға һәр ваҡыт ярҙам кәрәк. Конкурсанттар араһында талантлы балалар үҫеп килеүе ҡыуандырҙы. Шулай уҡ районда билдәле гармунсы Мөбәрәк Ғәлиастановты ла махсус бүләгем менән билдәләп киттем. Жюри ағзаларының фекерҙәре тура килеп, юғары баһаны үткәлдәргә бирҙек. Сәнғәт, музыка мәктәптәрендә тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренә, уҡытыусыларына рәхмәт әйтер инем. Белорет музыка мәктәбендә талантлы балалар уҡый. Шулай ҙа Сермән, Инйәр, Тирлән, Үрге Әүжән сәнғәт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре уларҙан һис ҡалышманы. Татлы сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығыштарын күрергә теләгәйнем, был юлы килеп сыҡманы. Яҡташтарым икенсе тапҡыр ҡатнашыр тигән өмөттә ҡалам, - тине виртуоз инструменталист Рәмил Ғәйзуллин конкурстан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Фестиваль-конкурстың махсус ҡунаҡтары - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең инструменталь жанр бүлеге белгесе Элита Йыһангирова, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бүлек начальнигы Хәлил Хәмзин, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Фларида Иркина-Хәмзина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова тәүге конкурсҡа йомғаҡ яһаны, конкурстың оҙон ғүмерле булыуын теләне. Конкурс алдынан Ирина һәм Рәмил Ғәйзуллиндар күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән Нурислам Мамилинға ла изге йомала бүләктәрен тапшырҙы.

Шулай итеп, конкурстың гранприһы “Үткәл” халыҡ фольклор коллективына (етәкселәре - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иршат Шәғәлин) тапшырылды. Шулай уҡ Иршат Шәғәлин Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтовтан махсус приз алды. Бирҙеғолдан Мөбәрәк Ғәлиастанов - Рәмил Ғәйзуллиндың, Сермән балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Искәндәр Аҙнабаев Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды. 12 йәшкә тиклемге категорияла I урынды - Белорет балалар музыка мәктәбенән Илнар Хөсәйенов, II урынды - шул уҡ мәктәптән Анна Русина һәмIII урынды Сермән балалар сәнғәтмәктәбенән Рүзил Мөлөков яуланы.13-16 йәшлектәр араһында Динислам Мәхмүтов (Белорет балалар музыкамәктәбе), Рафаэль Фәхретдинов (Инйәр балалар сәнғәт мәктәбе), Илгинә Фәтҡелисламова (Белорет балалар музыка мәктәбе) иң-иңдәре булды. Бирҙеғолдан Мөбәрәк Ғәлиастанов(I урын), Ҡаһармандан Лариса Ҡужәхмәтова (II урын) һәм Район мәҙәниәт йортонан Айнур Рәүилев(III урын) 17 йәштән өлкәндәр категорияһында билдәләнде.

Ансамблдәрҙең 12 йәшкә тиклемгекатегорияһында Үрге Әүжән балалар сәнғәт мәктәбенең “Тамсылар”фольклор ансамбле - III, Тирләнбалалар сәнғәт мәктәбенең “Шаяндар” гармунсылар ансамбле - II һәм“Тальянка” гармунсылар ансамблеI урындарҙы алды. 13-16 йәшлектәр араһында I урын - Белорет музыка мәктәбенең “Тылсымлы ҡылдар” ансамблендә (өҫтәге һүрәттә), II урын- Инйәр сәнғәт мәктәбенең “Ете таж”ансамблендә һәм III урын - шул уҡ мәктәп триоһында. 17 йәштән өлкәндәр араһында Межгорьеның “Көҙйылға” ансамбле - өсөнсө, Әзекәймәҙәниәт йортоноң “Йәндек” ансамбле - икенсе, Инйәр район мәҙәниәт йортоноң “Айгир” ансамбле беренсе урындарҙы яуланы.

“Иң шуҡ башҡарыусы” номинацияһында - Тирлән сәнғәт мәктәбенән Никита Лопухов, “Иң йәш башҡарыусы” номинацияһында - Инйәр сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ралина Солтанова һәм “Иң өлкән башҡарыусы”ла Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубынан Тимербай Кәбиров билдәләнде.

Өфө "ПроЗубки" стоматология клиникаһы хужабикәһе Айгөл Мусина ҡайһы бер конкурсанттарҙы һәм коллективты билдәләп китеп, уларға сертификаттар тапшырҙы.

...Был көндө күңелде йылытҡанбаян һәм аккордеон, үткәндәргәилткән ҡурай һәм ҡумыҙ, һәркүҙәнәккә үтеп инерҙәй булыпяңғыраған тальян гармун һәм думбыра, хистәргә бирелткән гитара кеүек халыҡ музыка ҡоралдары яңғырашы, сыңлауы менәнарбаны. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе был музыка ҡоралдарының мөмкинлеген үҙенсә асырға тырышты. Ә уҡыусыларына был йәһәттән конкурс программаһына әҙерләгән тәжрибәле остаздары ярҙам итте.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: