Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
17 Ноябрь 2023, 10:51

Йәшлек дәрте - уларҙа

2022 йылдың 18 декабрендә ил властары башланғысы менән булдырылған “Беренселәр хәрәкәте”нә быйылғы йылдың март айында медицина колледжы студенттары Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең беренсел бүлексәһен асыу тураһында тәҡдим менән сығыш яһай.

Йәшлек дәрте - уларҙа
Йәшлек дәрте - уларҙа

“Беренселәр хәрәкәте” - уникаль шәхестәр тәрбиәләү, әүҙем һәм яуаплы йәштәр берләшмәһен формалаштырыуҙың йөҙләгән программалары, улар өсөн Рәсәй халыҡтарының йолаларына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт мөһим. Хәрәкәт балалар һәм йәштәр ялын ойоштороуға, төрлө яҡлап үҫешеү өсөн мөмкинлек булдырыуға, үҙ-үҙеңде күрһәтеүгә, һөнәри йүнәлеш алыуға йүнәлтелгән.

Хәрәкәттә ҡатнашыу - көслөләрҙең һәм үҙ исемен Рәсәй тарихына яҙырға әҙер булғандарҙың һайлауы. Быйыл майҙа колледжда Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең “Беренселәр хәрәкәте” беренсел бүлексәһен асыуға арналған тантаналы сара үткән.

Бөгөнгө көндә был хәрәкәт ағзалары төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Октябрь айында колледждың “Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһе ағзалары - Юлия Копытова, Буранбай Мусин, Зөлфәр Солтанов, Богдана Поболь, Полина Савлукова, махсус хәрби операция ирекмәндәре - Римма Уразбахтина, Илзирә Вәлиева, Сөмбөл Йосопова етәкселәре Вероника Михайловна Попова менән Өфө ҡалаһында үткән “Рәсәй ҡыҙы  тәреһе” хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе, Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында ҡатнашты.

Унда Республика мәктәптәренән һәм урта һөнәри белем биреү ойошмаларынан 43 команда (250 ҡатнашыусы) беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса чемпионаттың Федераль этабында еңеү өсөн көрәшергә йыйылды.

- Чемпионат Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында үтте. Командалар тәүге этапта әгәр берәйһе яраланһа, ҡанды нисек туҡтатыу, төрлө йәрәхәттәр ваҡытында нисек тәүге ярҙам күрһәтеү, аяҡ йәки ҡул һынған һәм башҡа шундай хәл-ваҡиғаларҙа нимә эшләргә кәрәклегенә тест ярҙамында яуап бирҙе. Беҙгә теоретик белемебеҙҙе һәм һөнәри оҫталығыбыҙҙы күрһәтеү талап ителде. Унан һуң Именлек мәктәбе, Башҡорт дәүләт медицина университетының ирекмән-медиктары һәм ДОСААФ автомәктәбе үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә, “Беренсе ярҙам” ҙур интеллектуаль уйынында ҡатнаштыҡ, АК-74 автоматын һүтеп йыйҙыҡ, һалдаттарға хаттар яҙҙыҡ.

Ярыштың икенсе этабында киҫкен хәлдәрҙә психологик ярҙам ҡулланып зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса ситуацион заданиеларҙы команда менән үтәү талап ителде: аңһыҙлыҡ, тын ала алмау, көслө ҡан ағыу, сит есем эләккәндә өҫкө тын юлдарының ҡапланыуы һәм башҡалар.

Өсөнсө этапта йөрәк-үпкә реанимацияһын эшләнек. “Зыян күреүсене” ергә һалып, тын юлдарында сит есем юҡлығына, пульсы һәм йөрәк тибеше барлығына инанғас, йәғни диагностика үткәргәс кенә реанимация эшләнек. Беҙҙән алда сығыш яһаған командаларҙың хаталарын ҡабатламаҫҡа тырыштыҡ.

Барлыҡ һөҙөмтәләр билдәле булғас, беҙҙе еңеүсе тип иғлан итеүҙәренә башта ышанмай торҙоҡ, ҡыҙҙар шатлыҡтан илап ебәрҙе. Чемпионат юғары кимәлдә ойошторолған, алып барыусыларҙың шул тиклем алсаҡ һәм күңелле булыуҙары кәйефте күтәрҙе, башҡа ҡала студенттары менән танышып, үҙебеҙгә яңы дуҫтар ҙа таптыҡ. Әле иһә илебеҙҙең баш ҡалаһында лайыҡлы сығыш яһау өсөн белемебеҙҙе камиллаштырабыҙ һәм ныҡлы әҙерлек эштәре бара, - ти бүлексә ағзаһы Буранбай Мусин.

Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы медиктар һәм беренсе ярҙам буйынса инструкторҙар баһаланы. “Беҙ был чемпионатты юҡҡа үткәрмәйбеҙ. Ҡатнашыусылар әҙерләнһәләр ҙә, барыбер типик хаталар яһала”, - ти жюри ағзаһы, “Рәсәй Ҡыҙыл тәреһе” инструкторы Ольга Кокшарова.

Беҙ, медицина колледжы студенттары, ноябрь аҙағында Мәскәү ҡалаһында үтәсәк Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса Федераль чемпионатта Башҡортостан Республикаһын лайыҡлы күрһәтерҙәренә ышанабыҙ.

“Беренселәр хәрәкәте” бүлексәһе ағзалары бар ерҙә лә активлыҡ күрһәтә һәм ирекмәндәр булып тора. II курс студенттары Элина Замалиева (хәрәкәт рәйесе), махсус хәрби операция ирекмәндәре алдынғы һыҙыҡта булған һалдаттар өсөн дөйөм ятаҡта һәм ҡала ғибәҙәтханаһына барып маскировка селтәрҙәре үрә, тауарҙарҙы ҡырҡыша. Шулай уҡ окоп шәмдәре эшләргә ярҙам иткәндәр, хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм уларҙы ҡаптарға тултырырға булышлыҡ итәләр. “Уҙған йылда Республика Башлығы Белоретҡа килгәнендә уның менән осрашыу бәхете тейҙе. Беҙ уға нисек сеткалар үреүебеҙҙе күрһәттек, Республика Башлығы беҙгә рәхмәт әйтеп, артабан да был эште дауам итеүебеҙҙе теләне”, - ти ҡыҙҙар.

Сентябрь айында муниципаль район хакимиәтенән Ленинград блокадаһы ветеранына картуф ҡаҙышырға ярҙам итеүҙәрен һорағастар, иртәгәһенә үк был эште урын-еренә еткереп эшләп ҡуйғандар.

- Бөгөнгө көндә беҙҙең бүлексә ағзаһы булып 50-ләгән студент иҫәпләнә. Уларҙы II курстан алып ҡабул итәбеҙ.

Беҙҙең колледжда махсус хәрби операцияға юлланыусылар өсөн тактик медицина буйынса курстар үтә. Ҡайһы саҡта төркөмдә 10-дан ашыу кеше була, миңә Беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк чемпионатында ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр, шулай уҡ  IV курс студенттары Рәдимә Шәипова менән Диана Шәрәфетдинова һәр ваҡыт ярҙам итә. Яраланғанда тәүге ярҙам күрһәтеү, нисек ҡанды туҡтатыуҙы улар бик яҡшы белә, нисек эвакуацияларға һәм эвакуацияланырға кәрәклеген дә аңлаталар. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең “Беренселәр хәрәкәте” ағзалары ла, студенттарыбыҙ ҙа бик тырыш һәм ниндәй генә эш ҡушһаң да йүгереп йөрөп үтәйҙәр, конкурстарҙа актив ҡатнашалар, - ти хәрәкәт етәксеһе, колледж уҡытыусыһы Вероника Михайловна.

Уҡыуҙа ла һынатмайҙар

Йыл һайын медицина колледжының уҡыуҙа, спортта, сәнғәттә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән иң һәләтле студенттары Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһы Башлығының, муниципаль район хакимиәте башлығының стипендияларына эйә була. Улар, әлбиттә, махсус комиссия тарафынан конкурс буйынса һайлап алына.

Быйыл “Дауалау эше” һөнәренә IV курста белем алған, психология һәм инглиз теле буйынса олимпиадалар еңеүсеһе, ижади сараларҙа актив ҡатнашҡан Анна Шастина Рәсәй Хөкүмәтенең, төрлө олимпиадалар еңеүсеһе, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашҡан Юлия Будуева (“Шәфҡәт туташы”, IV курс) менән төрлө олимпиадалар еңеүсеһе, һөнәри оҫталыҡ буйынса төбәк конкурстарында, спорт сараларында, эстафеталарҙа автив ҡатнашҡан Екатерина Дудина (“Акушерлыҡ эше”, III курс) Республика Башлығының, район-ҡалала, Өфө һәм Туймазы ҡалаларында үткән еңел атлетика буйынса ярыштарҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешкән Александр Челов (“Дауалау эше”, IVкурс) Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының, колледжда үткән барлыҡ олимпиадалар һәм конкурстарҙа алдынғылыҡ биләгән Екатерина Лукьянова (“Шәфҡәт туташы”, III курс) муниципаль район хакимиәте башлығының стипендияһына лайыҡ булды. Ҡотлайбы ҙһәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ! 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: