Унда йәмғеһе 128 автор ҡатнашып, ижади конкурсҡа 324 эш ебәрҙе.
Конкурстың “Бәләкәй ватан тәбиғәте” номинацияһында “Урал” гәзите хеҙмәткәре Наил Шакиров “Айғыр. Быуат һаҡсылары” исемле фотолар серияһы менән II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды һәм Диплом, “Центр” корпорацияһының аҡсалата сертификаты менән бүләкләнде.
Эштәрҙе Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Килмәмәтов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең матди булмаған мәҙәни мираҫ менән эшләү бүлеге мөдире Р. Ғәзизов, Рәсәй фоторәссамдар Союзы ағзаһы, социология фәндәре кандидаты И. Балеева баһаланы.
Тәбиғәтебеҙҙең матурлығын фотоға төшөрөр өсөн ҡояштың тәүге нурҙары менән осрашҡан, йылдың төрлө миҙгелендә тау-урмандарҙы гиҙгән, ҡаяларға үрмәләгән коллегабыҙға артабан да ижади уңыштар, аныҡ ракурс, сағыу кадрҙар теләйбеҙ!