Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
22 Февраль , 15:47

Йырҙарҙа - халыҡ яҙмышы

Рәсәй тарихында февраль айы шанлы ваҡиғалар менән бәйле. Ошо уңайҙан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында хәрби-патриотик  йыр башҡарыусыларҙың “Февраль бураны” фестиваль-конкурсы уҙҙы.

Йырҙарҙа - халыҡ яҙмышы
Йырҙарҙа - халыҡ яҙмышы

Үҙешмәкәр ижадты үҫтереү, мәҙәни-тарихи мираҫҡа һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек рухы, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү ише маҡсаттарҙы күҙаллаған сара быйыл Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдиновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланды.

Район кимәлендә икенсе йыл рәттән ойошторолған рухлы байрамды тәбрикләп, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталипов, район Мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерҙеләр. Улар хәрби-патриотик йырҙарҙы һаҡларға, үҫтерергә, йәмғиәттә рухи ҡиммәттәрҙе нығытырға булышлыҡ иткән бындай сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Конкурс шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар 15 йәштән 35 йәшкәсә һәм 36 йәштән өлкән йәштәгеләр категорияларында соло, дуэт һәм ансамблдәр номинацияларында көс һынашты. Уларҙы музыка һәм мәҙәниәт өлкәһендә компетентлы баһалама комиссияһы: жюри рәйесе, Үрге Әүжән балалар музыка мәктәбе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Серёгина, Инйәр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Дилара Сәлихова, Ломовка күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Ангелина Чернова нарыҡланы.

Йөҙгә яҡын йыр-моң һөйөүсене бергә туплаған, илһөйәрлек, берҙәмлек рухы менән һуғарылған конкурс, иң элек, Тыуған илгә, уның күп милләтле ҡаһарман халҡына, данлы тарихына оло ихтирам вә һөйөү билдәһе. Уҙған дәүерҙәрҙең шанлы ваҡиғаларын, яуҙа баш һалған, еңеү менән ҡайтҡан батырҙарын, тылда фиҙаҡәр хеҙмәт иткән берҙәм халҡын, ил бөйөклөгөн сағылдырған йырҙарҙың  бөгөнгө ысынбарлыҡ менән ауаздаш булыуы уларҙы аңларға, тойорға ярҙам итте. “Һалдаттар”, “Хәбәрһеҙ юғалмай һалдаттар”, “Батырҙар”, “Өсмөйөшлө хаттар”, “Үлемһеҙ полк”, “Иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ”, “Әсә көтә улын”, “Һеҙ ҡайтығыҙ”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Доға”, “Торналар” кеүек үлемһеҙ йырҙар иһә тәрән күңел кисерештәренә тарытты.

Йырҙың иҫкеһе-яңыһы юҡ тигәндәй, олпат йәштәге конкурсант, Сермән ауылынан Ғәфәр Ғәлиуллин башҡарған “Когда поют солдаты” (1963) йырын да, Сосновка ауылынан Екатерина Кудряшова, Тимер юлынан Александр Житнюк, Екатерина Ганаева башҡарыуында “Встанем” (2022) йырын да халыҡ берҙәй яратып ҡабул итте.

Йөкмәткеле сағыу фестиваль төйәгебеҙҙең таланттарға байлығын, үҙешмәкәр ижади коллективтарҙың, һәүәҫкәр солистарҙың башҡарыу оҫталығы кимәленең юғары булыуын тағы бер ҡат раҫланы. Һәр сығыш үҙенсәлекле, күңелгә ятышлы ине.

Баһалама комиссияһы ҡарары буйынса, ижади конкурстың 36 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар номинацияһында Зәлифә Фазлетдинова (Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йорто), Гөлназ Сәғәҙәтова (Мәхмүт мәҙәниәт йорто), Ғәфәр Ғәлиуллин (Сермән күп тармаҡлы ауыл клубы) - III, Ләйсән Вәлитова (Тимер юл мәҙәниәт йорто), Сәғилә Мырҙағәлина (Инйәр район Мәҙәниәт йорто) - II, Гүзәл Мостафина (Белорет ҡалаһы) I дәрәжә Диплом лауреаттары исеменә лайыҡ булдылар.

15-35 йәшлек яңғыҙ башҡарыусылар араһында Александр Житнюк (Тимер юл мәҙәниәт йорто) - III, Дилбәр Ғизәтуллина (Әзекәй мәҙәниәт йорто), Глеб Кадралиев (Тимер юл мәҙәниәт йорто) - II, Аделина Ғүмәрова (Абҙаҡ мәҙәниәт йорто) I дәрәжә Диплом лауреаттары тип билдәләнделәр.

Дуэт менән сығыш яһаусылар араһында Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Гармония” вокаль дуэты - III, Үрге Әүжән мәҙәниәт йортоноң Владимир Серегин һәм Алексей Кондратьевтың дуэты - II, Тимер юл мәҙәниәт йортоноң Екатерина Ганаева һәм Александр Житнюктың дуэты I дәрәжә Диплом лауреаттары исеменә лайыҡ тип баһаланды.

“Ансамблдәр” номинацияһында сығыш яһаусы үҙешмәкәр коллективтарҙан “Ағиҙел” (Тирлән мәҙәниәт йорто), “Умырзая” (Үткәл мәҙәниәт йорто) ансамблдәре - III, “Әхирәттәр” ансамбле (Әзекәй мәҙәниәт йорто), “Урал” рок-төркөмө (Белорет) - II, “Житница” рус фольклор ансамбле (Тимер юл мәҙәниәт йорто) I дәрәжә Диплом лауреаттары тип нарыҡланды.

 “Халыҡ” исемен йөрөткән ижади коллективтар араһында Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле - III, Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының “Хәтирә” халыҡ фольклор ансамбле - II, Инйәр район Мәҙәниәт йортоноң “Артылыш” халыҡ вокаль ансамбле I дәрәжә Диплом лауреаттары булдылар.

Хәрби-патриотик йыр башҡарыусыларҙың “Февраль бураны” фестиваль-конкурсының тиңһеҙ еңеүсеһе - Гран-при эйәһе тип, ғәйәт талантлы, көслө, моңло тауышлы яҡташыбыҙ Рәмил Шәйхетдинов (Тирлән ауылы) танылды. Ул башҡарған “Торналар” йыры бер кемде лә тетрәндермәй ҡалманы.

Конкурста ҡатнашыусылар, еңеүселәр Рәхмәт хаттары, Дипломдар, аҡсалата   бүләктәр менән тәбрикләнде.

Ватанға ҡарата һөйөү тойғоһоноң, патриотик рухтың ни ҡәҙәр көслө булыуына инандырған юғары кимәлдәге сара һәммәһендә лә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: