Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Республика Башлығы гранты аҡсаһына тормошҡа ашырыла.
Фестивалде ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының “Һаулыҡ сәнғәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы” Ассоциацияһы.
Фестивалдең маҡсаты - хәҙерге донъяла социаль яраҡлашыу һәм уларҙың әүҙем эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн көмөш йәштәге кешеләрҙең потенциалын асыу. Фестиваль “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектының иң яҡшы тәжрибәләрен асыҡларға һәм киңәйтергә мөмкинлек бирә.
Фестиваль өлкән быуын граждандары араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙы, Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының һәм ҡала округтарының өлкән быуын кешеләрен йәмәғәт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеүҙе, “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә пенсия йәшендәге граждандарҙы саралар менән тәьмин итеүҙе арттырыуҙы, “Башҡорт оҙон ғүмерлеге”нең иң яҡшы тәжрибәләрен популярлаштырыу өсөн шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” - ул һаулыҡты һаҡлауға, әүҙем, сәләмәт һәм позитив йәшәү рәүешен формалаштырыуға, көмөш йәш вәкилдәренең йәмғиәткә файҙалы тормошҡа йәлеп ителеүен һаҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексы.
Проект сиктәрендә оло йәштәгеләр өсөн “Һаулыҡ мәктәптәре” эшләй. Унда бөгөнгө көндә 20 меңдән ашыу кеше уҡытылған, 50 йәштән өлкәндәрҙе уҡытыу ойошторолған, Башҡортостан Республикаһының иҫтәлекле урындары буйлап экскурсия турҙары үткәрелә. Бынан тыш, ветерандарыбыҙ спорт менән әүҙем шөғөлләнә: скандинав йөрөшө, волейбол турнирҙары, шашка һәм шахмат буйынса ярыштар һәм башҡалар. Республиканың һәр районында үҙешмәкәр сәнғәт клубтары, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса клубтар, шулай уҡ танышыу клубтары булдырылған.
Фестиваль ике этапта үтәсәк. Тәүҙә муниципалитет хакимиәттәре ярҙамында зона турында сығыш яһау өсөн “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проектының иң яҡшы тәжрибәләрен һайлап алыу ойошторола. Икенсе өлөштә төп зона турҙары үтәсәк. Фестивалдең йомғаҡлау этабы август айының икенсе яртыһында Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙа. Проекттың иң яҡшы тәжрибәләрен тәҡдим иткән командалар наградалар аласаҡ.
Ошо көндәрҙә ҡала Мәҙәниәт һарайында фестивалдең икенсе этабы уҙҙы. Зона этабында Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Учалы, Әбйәлил райондарының, Межгорье һәм Сибай ҡалалары командары ҡатнашты. Улар районда йәки ҡалала “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектының ни тиклем әүҙем тормошҡа ашырылыуын күрһәтеү өсөн һәр команда видеоролик һәм визит карточкаһын тәҡдим итте.
Барлыҡ сығыштарҙа ла тиерлек махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға ярҙам итеү темаһы сағылыш тапты. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр ил һаҡсыларына нисек гуманитар ярҙам йыйыуҙарын, блиндаж шәмдәре, бетеүҙәр эшләүҙәрен, маскировкалау селтәрҙәре үреүҙәрен һөйләп үтте. Шулай уҡ улар хаҡлы ялдағы буш ваҡытты нисек итеп күңелле лә, файҙалы ла итеп үткәреү тураһында бәйән итте һәм үҙ миҫалдарында күрһәтте.
Тәүгеләрҙән булып сәхнәгә күтәрелгән Белореттың “Кому за +” командаһы сығыштарын ирекмәнлек һәм остазлыҡ темаһына арнаны. Беҙҙең активистар яугирҙарға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләне.
Сығыштарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юрий Точилкин, Белорет металлургия комбинатының ветерандар Советы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Гәрәева, Башҡортостан Республикаһының “Һаулыҡ сәнғәте” халыҡҡа сәләмәтлекте пропагандалауҙың төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рима Шәйҙуллина, Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ветерандарға һәм граждандарҙың башҡа категорияларына социаль ярҙам бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Әхмәтйәнова, Республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының йәмәғәтселек менән элемтә буйынса белгесе Олеся Нематова баһаланы.
Жюри ағзаларына Өфө ҡалаһында сығыш яһаясаҡ команданы һайлап алыу еңелдән булманы. Шулай итеп, икенсе зона туры йомғаҡтары түбәндәгесә: Межгорье ҡалаһының “Добро” командаһы - III, Белореттың “Кому за +” командаһы II урынға сыҡһа (һүрәттә), “Сергетыш” проекты менән Бөрйән районының “Кәрәҙ” биҙәү-ҡулланма сәнғәте халыҡ клубы I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Гран-приҙы Сибай ҡалаһының “Счастливые с гармошкой” командаһы яуланы. Еңеүселәргә Дипломдарҙы Юрий Владимирович һәм Рима Рим ҡыҙы тапшырып, актив тормош позицияһы алып барғандары һәм матур сығыштары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Хәйбулла районының “Туған тыл” һәм Учалы районының “Аҡ теләк” командалары ҡатнашҡан өсөн Дипломға лайыҡ булды.
Клиент хеҙмәте етәксеһе Константин Полетавкин әүҙем тормош позицияһы һәм “Өлкән быуындың аралашыу үҙәге”н үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн ике ғаиләне - Лидия Дмитриевна һәм Александр Николаевич Кругловтарҙы, Лидия Мөхәмәтхан ҡыҙы Айгишева һәм Искәндәр Шәрәфетдин улы Әғзәмовтарҙы Башҡортостан буйынса Пенсия һәм социаль страховкалау фонды бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
- Клиент хеҙмәте үҙәгендә урынлашҡан “Өлкән быуындың аралашыу үҙәге”нең әүҙем ветерандар командаһында 400-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. муниципаль район хакимиәте “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” республика фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим иткәс, беҙ шунда уҡ махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеү тәжрибәһен күрһәтергә ҡарар иттек.
Командабыҙ “Өлкән буйындың аралашыу үҙәге”, Белорет металлургия комбинатының ветерандар Советы һәм “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге активистарынан тупланды. Элек булған видеоматериалдан бик яҡшы видеояҙма эшләнек, команданың “Визит карточкаһы” өсөн сценарий уйлап таптыҡ. Бергәләп ҡала Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә, уның директоры Сергей Михайлов етәкселегендә репетициялар үткәрҙек.
Бөтә ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ, плакаттар һәм алҡыштар өсөн көйәрмәндәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Хаҡлы ялдарын беҙҙең ише әүҙем, файҙалы һәм күңелле осрашыуҙар, аралашыуҙар менән үткәрергә теләгәндәрҙе беҙгә ҡушылырға саҡырам, - тине ҡаланың “Кому за +” командаһы етәксеһе Лидия Круглова.
- Беҙҙең “Һаулыҡ сәнғәте” йәмәғәт ойошмаһы “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” иң яҡшы тәжрибәләр республика фестивале проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын тапшырыу конкурсында еңеүсе булды.
Бөтә командаларҙың да ҡатнашыуға яуаплы ҡарауы, видеояҙмалар әҙерләүе һәм сәхнәлә үҙҙәренең тәжрибәләрен күрһәтеп, бик яҡшы сығыш яһауы ҡыуаныслы.
Пенсионерҙар ғәҙәттә үҙҙәренең бөтә эшмәкәрлеген күрһәтергә ярата, ә беҙ бер генә практика тәҡдим итеүҙәрен һораныҡ. Уларҙың иң яҡшылары ғына республика йыйынтығына инәсәк, уны фестиваль йомғаҡтары буйынса сығарасаҡбыҙ.
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты хаҡлы ялдағы тормоштоң ниндәй ҡыҙыҡлы һәм бай булыуы мөмкинлеген күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Был көндәр баҡсала йәки өй эргәһендәге эскәмйәлә генә үтмәй. Актив кешеләр өсөн хаҡлы ял - бәхет йәше, был ваҡытты яратҡан шөғөлөнә йәки үҙенә бағышларға мөмкин булған буш ваҡыт күберәк барлыҡҡа килә.
Фестивалдең зона сығыштарынан беренсе турҙа Гран-при яулаған Дәүләкән районы командаһын билдәләр инем. Улар махсус хәрби операцияла ҡулланыу өсөн маскировка селтәрҙәрен бәйләгән ирекмәндәрҙең практикаһын тәҡдим итте. Эйе, был тема бик актуаль һәм ул уға даими ҡайтырға мәжбүр итә. Әммә, команда үҙенең проектын үҙенсәлекле итеп, мини-спектакль форматында презентацияланы, процестың үҙен генә түгел, ә өлкән быуын кешеләренең, йәштәрҙең, студенттарҙың ҡатнашлығын да күрһәтте. Был бары тик бер тема ғына, уға ғына иғтибар итергә ярамай, сөнки беҙ ябай кешеләрҙең тормошон күрһәтергә теләйбеҙ. Мәҫәлән, бөгөн беҙ Сибай активистарын күрҙек, улар паркка гармун менән сыҡты, йырланы һәм бейей башланы. Ҡатнашыусылар кесаҙна һайын билдәле бер урында осрашыуын һәм теләгән һәр кемдең уларға ҡушыла алыуын асыҡ билдәләне. Беҙ тап шундай проекттар яҡлы, - тине жюри ағзаһы Рима Шәйҙуллина.
Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды төбәктә социаль әһәмиәтле проекттарға һәм башланғыстарға ярҙам итеүҙә мөһим роль уйнай. 2020-2024 йылдарҙа фонд 17 конкурс үткәргән, 3 692 ғаризанан 745 социаль әһәмиәтле проект хупланған. Грант ярҙамының дөйөм суммаһы 1,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуларҙың 852,5 миллионы республика бюджетынан һәм 364,86 миллионы Президент гранттары фонды иҫәбенә.
Фонд эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - инновацион һәм хәйриә проекттарына финанс ярҙамы менән йәмғиәт үҫешен дәртләндереү. Башҡортостан бүленгән гранттар иҫәбендә алдынғы урынды биләй. 2021 йылдан Фонд Рәсәй субъекттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү буйынса төбәк конкурстарын берлектә финанслауға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын биреү конкурсында әүҙем ҡатнаша.
ФЕКЕР. Зөбәржәт СУФЬЯНОВА, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, йәмәғәт лидеры:
- Быйылғы йылда “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы яңы йүнәлештәр менән тулылана. Хәҙер пенсионерҙар Башҡортостан буйлап ҡына түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Ҡаҙағстанға сәйәхәткә бара ала. Был программаны Радий Хәбиров өлкән быуын кешеләренең һаулығын нығытыу, социаль әүҙемлек осорон һәм сәләмәт ғүмер оҙайлылығын арттырыу маҡсатында башлап ебәрҙе. Тап ошо программа арҡылы, оло йәштәгеләр иҫтәлекле матур урындар, тәбиғәт ҡомартҡылары, музейҙар менән таныша, сәйәхәт итә ала һәм күптәрҙең үҙ аллы сәйәхәт итә алырға мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә, беҙҙә ошондай саралар булыуына бик шатмын.