Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
26 Декабрь 2024, 10:14

Ғүмерҙең емеш тирер мәле

Район-ҡала клиент хеҙмәтенең Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәгендә “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте, 2024 йылғы эш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре билдәләнде һәм үҙәктең бер йәше билдәләнде.

Ғүмерҙең емеш  тирер мәле
Ғүмерҙең емеш тирер мәле

Сарала Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы урынбаҫары Светлана Зарицкая, район Советы секретары Альберт Азаматов, Рәсәй Федерацияһы пенсия фондының
Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең район-ҡалалағы клиент хеҙмәте етәксеһе Константин Полетавкин, конкурсанттар һәм үҙәктең автивистары ҡатнашты.

Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәгенең бер йыллыҡ эше тураһында водеоролик күрһәтелгәндән һуң, һүҙ Константин Васильевичҡа бирелде.

-  Үҙәк асылған ваҡытта ул шул тиклем йәнле эшләп китер, бында йөрөүселәр күп булыр тип уйламағайным. Иртәнге туғыҙынсы яртыла оло йәштәгеләр ҡытай гимнастикаһы эшләй башлай, унан һуң теннис уйнайҙар, балаларға шахмат уйнарға өйрәтәләр һәм башҡалар. Ә төшкө сәғәт икенән ябылғанға тиклем бында шахматсылар була. Үҙәккә йөрөүселәр күплеген иҫәпкә алып, бүлмәне киңәйтеү мәсьәләһе тора. Уның эше менән бик ҡәнәғәтмен һәм шатмын, киләсәктә лә оло йәштәгеләрҙең шулай актив булып ҡалыуҙарын теләйем, - тине ул.

Сәләмләү, ҡотлау һүҙҙәре менән Светлана Александровна, Альберт Айрат улы сығыш яһағандан һуң, тантаналы өлөш башланды.

Быйыл “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы 14-се тапҡыр үткәрелде. Унда “Мин һәм китап”, "Актив кешенең портреты”, “Тыл - фронтҡа” (махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү), “Аҡлы-ҡаралы фото тарихы” темалары буйынса “Урал”, “Белорецкий рабочий” һәм “Металлург” гәзиттәрендә 34 мәҡәлә баҫылды, 93 фото ҡабул ителде.

“Мин һәм китап” темаһы буйынса Сәүиә Закирова (“Урал” гәзитендәге “Йөҙөндә китап нуры балҡый” мәҡәләһе өсөн), Татьяна Столярова һәм Ҡағы ауыл китапханаһы; “Актив кешенең портреты” темаһы буйынса Александр Хрусталев, Елена Разина, Гөлсөм Мостафина, Сафия Сибәғәтуллина (“Урал” гәзитендәге “Актив кеше - минең өләсәйем” мәҡәләһе), Илгизә Ишмырҙина (“Урал” гәзитендәге “Оло йәнле, изге күңелле” мәҡәләһе), Нәжибә Шәрәфетдинова, Александр Ефимов, Лидия Агишева һәм Искәндәр Ағзамов еңеүсе тип билдәләнде.

“Тыл - фронтҡа” темаһы буйынса иң яҡшылары тип Ольга Ильдина, Татьяна Булавина, Рәшиҙә Гәрәева, Евгений Ерофеев һәм Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәге табылды.

“Аҡлы-ҡаралы фото тарихы” темаһына, һәр йылдағыса, иң күп эштәр килде һәм ойоштороусыларға иңиңдәрен һайлап алыу еңелдән булманы. Шулай итеп, Ульяна Желнина, Марина Аверьянова, Евгений Иванов, Әнисә Абдрахманова, Адель Ғәлинурова, Анна Абрамова, Наталья Радаева, Олег Челищев, социаль фондтың пенсия хоҡуҡтарын баһалау бүлеге еңеүсе тип нарыҡланды.

Оло йәштәге кешеләрҙең аралашыу үҙәге эшмәкәрлегенә индергән ҙур өлөшө өсөн Надежда Штырляева, төрлө йәштәге граждандарҙы шахмат уйнарға өйрәткәне, шахмат турнирҙары ойошторғаны өсөн Борис Хөсәйенов, махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып барғаны, ижади оҫтаханалар, күсмә экскурсия саралары, тематик осрашыуҙар һәм байрам саралары ойошторғаны өсөн Лидия Круглова муниципаль район хакимиәтенең
Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Конкурстың иң әүҙем ҡатнашыусылары, шулай уҡ үҙенсәлекле эштәр, презентациялар тәҡдим итеүселәр айырым билдәләнде. Барлыҡ темалар буйынса яҙма эштәр тәҡдим иткән Надежда Трускина, “Инйәр буйлап кәмәлә сәйәхәт” фото китабы өсөн Лидия Круглова бүләкләнде.

2024 йылғы эш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр тип 4-се пенсия һәм социаль түләүҙәр бүлеге начальнигы Ирина Панченко, финанс һәм бухгалтер иҫәбе бүлегенең баш белгес-эксперты Светлана Матвиенко, халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү йәһәтенән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн пенсия билдәләү бүлеге эксперты Светлана Федорова, пенсия һәм социаль түләүҙәр бүлегенең баш белгес-эксперты Эльмира Зарипова, персонализацияланған иҫәп һәм страховка иғәнәләрен администрациялау бүлегенең баш белгес-эксперты Наталья Детина, пенсия билдәләүҙе контролдә тотоу бүлегенең баш белгес-эксперты Татьяна Ковригина, бурыстар менән эшләү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Регина Шинова Рәсәй Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһенең Рәхмәт хаттары; әсәлек (ғаилә) капиталын билдәләү бүлеге начальнигы урынбаҫары Елена Рябова, страховкаланған кешеләрҙең пенсия хоҡуҡтарын баһалау һәм алдан эшләү бүлегенең баш белгес-эксперты Елена Нижегородцева, матди-техник тәьминәт идаралығының хужалыҡ мөдире Лидия Климина муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Сара иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төшөү һәм сәй табыны менән тамамланды.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас