Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
27 Март 2025, 16:11

"Матур тәьҫораттар ҡалды"

"Матур тәьҫораттар ҡалды"

"Матур тәьҫораттар ҡалды"
"Матур тәьҫораттар ҡалды"

- Беҙ Яныбай Хамматовың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған “V Хамматов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһында “Төньяҡ амурҙары вариҫтары” эҙләнеү эше менән килдек. Конкурсантым - Артур Рәпиев махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Максим Ядров тураһында һөйләне һәм еңеүсе булды.

Гимназия бик оҡшаны, матур, таҙа, яҡты. Ишек төбөнән үк алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар, бөтәһен дә аңлатып, оҙатып йөрөнөләр. Конференция юғары кимәлдә ойошторолған, оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашырға, уҡ менән атып ҡарарға ла өлгөрҙөк. Үҙебеҙҙә лә ошондай кимәлдәге “Халиҡов уҡыуҙары” конференцияһы үтә. Еңеүгә беҙҙең күп йыллыҡ тәжрибәбеҙ ҙә йоғонто яһағандыр.

Беҙ Белоретта беренсе тапҡыр. Таң менән оҙон юлға сыҡтыҡ һәм юл буйына Иҙел башы төбәгенең иҫ киткес тәбиғәтенә, урман-тауҙарына һоҡланып, ғәжәпләнеп  килдек. Яҙ көнө ошондай хозурлыҡ булғанда, йәй көнө айырыуса матурлыҡтан күҙҙәр ҡамашалыр, - ти Бүздәк районы Бүздәк ауылының 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Светлана Хәкимова конференция тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас