Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
3 Апрель 2025, 11:47

Мәргәнлектәрен һынанылар

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге тирында хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәр хөрмәтенә Макаров пистолетынан атыу буйынса ярыштар үтте.

Мәргәнлектәрен һынанылар
Мәргәнлектәрен һынанылар

Уны бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев, бүлек ветераны Алексей Бочаровтың тәҡдимен ҡабул итеп, элекке традицияларҙы тергеҙеү маҡсатында ойошторҙо. Тәүге тапҡыр бындай сара 1997 йылда үткәрелә һәм бер нисә йыл дауамында даими үтеп килә.

Ярыштарҙың яңыртылған форматында полиция хеҙмәткәрҙәре, бүлек ветерандары, шулай уҡ Республиканың Рәсәй Гвардияһы подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашты. Судьялыҡты район буйынса бүлектең шәхси состав менән эшләү бүлеге начальнигы Эмиль Бакеев башҡарҙы.

Ярыштар барышында һәр ҡатнашыусыға өс һынау һәм биш зачет атыуы яһарға рөхсәт ителде. Алынған балл йомғаҡтары буйынса, команда зачеты лидерҙары билдәләнде. I урынды - ветерандар командаһы, II урынды - иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге командаһы яулаһа, III урынға Дәүләт автоинспекцияһы бүлеге командаһы сыҡты.

Һуңынан иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән ҡатнашыусылар шәхси беренселектә ҡатнашты. Иң мәргәне - бүлек  хеҙмәткәре Иван Силаев булһа, II урынды бүлек ветераны Азамат Заһитуллин, III урынды шулай уҡ бүлек ветераны Илмир Баймөхәмәтов яуланы.

Еңеүсе командаға күсмә кубок, ә призлы урындар алған башҡа командаларға һәм ҡатнашыусыларға Грамоталар тапшырылды.

Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас