Рәсәй Социаль фондының Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса Клиент хеҙмәте (элекке район-ҡала Пенсия фонды идаралығы), муниципаль район хакимиәте, етерандар советы һәм “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәре тарафынан “Оло кешенең социаль портреты” конкурсы иғлан ителә. Ун бишенсе тапҡыр ойошторолған конкурс 1 июлдән 1 ноябргә тиклем дауам итә.
Түбәндәге темалар буйынса эштәр ҡабул ителә:
► “Хәтерһеҙ йәшәү юҡ. Минең өйөмдәге наградалар” (Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операция геройҙарына, ирекмәндәргә арнала).
► “Сәләмәт йәшәү рәүеше тарихынан” (Бөтәһе лә сәләмәтлек тураһында һәм сәләмәтлек өсөн).
► “Аҡыллы ҡараш - шәп кадр” (Һеҙҙең фантазия киңлеге, быуындар бәйләнеше, олатай-өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәр менән, тирә-яҡ тәбиғәттең матурлығы).
Яҙма һәм фотоэштәр эштәр “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металллург” гәзиттәре мөхәрририәтендә, Белорет ҡалаһы һәм районының Клиент хеҙмәтендә (Киров урамы,48) йәки upr856@002.pfr.gov.ru электрон почтаһы аша ҡабул ителә.
2010-2024 йылдар эсендә 2626 фотоэш, 463 яҙма эш ҡабул ителгән. 96 кеше фотоэштәр, 58 кеше яҙма эштәр буйынса еңеүсе булған, 93 кеше иҫтәлекле дипломдар менән бүләкләнгән.
Конкурстың юбилей йылында ҡатнашырға ашығығыҙ, һеҙҙе быйыл да иҫтәлекле бүләктәр көтә!
МӨХӘРРИРИӘТ.