Муниципаль район хакимиәте, мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитациялау үҙәге, мәҙәниәт идаралығы, ҡала Мәҙәниәт һарайы ойошторған сараның төп бурыстары булып, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү һәм яҡлау, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыу һәм йәмғиәттең ошо төркөмгә ҡараған кешеләргә ыңғай мөнәсәбәтен формалаштырыу, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәмғиәт тормошонда тулы кимәлдә ҡатнашыуын тәьмин итеү һәм башҡалар тора.
Фестивалдең тәүге өлөшөндә фойела “Фантазиялар калейдоскобы” биҙәү-ҡулланма сәнғәте изделиелары күргәҙмәһе, “Аквагрим” майҙансығы эшләне, сағыу тематик фотозонала янында фотоға төшөү мөмкинлеге булды, балалар Ҡурсаҡ һәм актер театр-студияһының мини-спектаклен ҡарап кинәнде, “Беренселәр хәрәкәте” ағзалары балалар өсөн уйындар үткәрҙе, ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Фестивалдең төп өлөшөндә тамашасылар ҡала Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтарының, сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың сығыштарын ҡарап, сәнғәттең барыһын да берләштереүенә, ә ижадтың сиге юҡ икәнлегенә инанды.
“Аҡ сәскәле ялан” атҡаҙанған халыҡ коллективы, “Виват” халыҡ ирҙәр капеллаһы һәм “Жар-птица” спорт-бал бейеүҙәре коллективының берлектәге сығышынан һуң, сәләмләү өсөн һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәноваға бирелде.
- “Беҙ барыһын да булдырабыҙ” фестивале районда IV, ә рәсәйҙә 25-се тапҡыр уҙғарыла һәм үҙенең маҡсаттарын тулыһынса тормошҡа ашыра. Бөгөн бында ысынлап та тормош ауырлыҡтарын еңеп, маҡсаттарына табан алға атлаған балалар йыйылған - һеҙ иҫ киткес итеп шиғырҙар яҙа, йырлай, бейей, һүрәттәр төшөрә беләһегеҙ. Һеҙгә белем алырға, таланттарығыҙҙы үҫтерергә көн дә ярҙам иткән атай-әсәйҙәрегеҙгә, уҡытыусыларығыҙға, тәрбиәселәрегеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм һәм ижади уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек теләйем, - тине Зөлфиә Басир ҡыҙы.
Артабан сәхнәне береһенән-бере сағыу бейеүҙәр, йырҙар һәм музыкаль композициялар ялмап алды. Тамашасылар һәр сығышты ихласлыҡ менән ҡабул итте һәм көслө алҡыштар менән оҙатты. Фестивалдең йәш ҡатнашыусылары иҫтәлекле бүләктәр һәм яҡшы кәйеф менән бүләкләнде.
“Беҙ барыһын да булдырабыҙ” фестивале балаларҙың ҙур мөмкинлектәргә эйә булыуын һәм тирә-яҡтағыларға матурлыҡ һәм илһам биреп, ижади яҡтан үҫешә алыуын иҫбатланы. Был тәжрибә ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһына ижади һәләттәрен үҫтереүҙә мөһим этап булыр һәм төбәктең мәҙәни үҫешенә өлөш индерер.