- Юхаланма! Беҙҙә ҡойоһо сыға тиһеңме әллә? Әле үткәнендә алған бурысыңды түләмәгәнһең. – Сәмиғә ҡарсыҡ ҡырт киҫте.
- Юҡ, мырҙа, юҡ! - Әбейенең һүҙен Әхмәҙулла ла хупланы. - Ә бурысыңды ҡайтарып бир ыштубы!
- Уй, Аллам! Бурыс тип ни. Бер полторушка сәмәй алған булғайным инде. Шуны һаман оноталмай, һанап ултыраһығыҙ. Килтерермен. - Вәкилдең йөҙө йәмерәйҙе.
- Беҙҙең кеүек пенсиә аҡсаһына көн күргәндәргә уның һәр бер тине ҡәҙерле. - Әхмәҙулланың тауышы ҡәтғиерәк яңғыраны. - Түлә бурысыңды, шунан килерһең!
- Әй, еңгә, әйткәндәй, бына әле күрше Ғәбделбарый ағайҙарға барып, һарыҡ һуйып ҡайтып килә инем дә. Эшем өсөн бер бот биргәйнеләр. Әллә шуны алаһығыҙмы? Бурысымды ла ҡайтарырмын. Быуын-мыуындарығыҙҙы ыуаларға тип һаҡлаған неприкосновенный запас сәмәйегеҙҙән дә берәй полторушка ҡойоп бирерһегеҙ.
Ит тигәс, Сәмиғә ҡарсыҡтың күҙҙәре майланып китте. Ул бабайына боролдо.
- Алайыҡмы әллә, Әхмәй? Ит кәрәк бит. Балалар ялға ҡайтһалар, өтөп ашай торғандар.
- Ит бар ине инде ул. Яңыраҡ ҡына үҙебеҙ һарыҡ һуйғайныҡ та баһа. Әле тотонолмаған бото шул килеш соланда эленеп тора, Әхмәҙулла ҡарт икеләнде.
- Әй-й, шулай тиер ҙә ултырыр инде. Ҡайҙа итең, Вәкил ҡәйнеш? - Сәмиғә ҡарсыҡ мөләйем йылмайып, Вәкәтигә боролдо. - Бар, алып кер!
- Ҡайҙа тип, бында ғына ул, тышҡа ҡалдырып торғайным. - Вәкил соланға ыңғайланы.
- Әхмәй, ике полторушкаға тотош бер бот эсеңде тишәме ни? Алмайым тип ултыраһың!
Ул арала ҡултыҡ аҫтына ит ҡыҫтырған Вәкәти күренде.
- Еңгәм, эп-эсвижий генә ит, бешерһәгеҙ, ашҡа өндәшерһегеҙ.
- Бабай, морозильникка һалып тор әле, һуңынан соланға сығарып элербеҙ. - Сәмиғә ҡарсыҡ өтәләнеп, мейес артынан полторушка шешә менән сәмәй сығарҙы. - Беҙҙән алғаныңды кешегә һөйләнеп йөрөмә, ҡәйнеш. Анау һалпы ҡолаҡ милисиә Фәрғәт аңдап ҡына тора. Белеп ҡалһа, штрафын һалыр ҙа китер.
- Иййй, әллә кемдең еңгәһе! - Вәкил иренен ослайтып, Сәмиғә ҡарсыҡҡа үрелде.
- Ҡана, еңгәкәйем, бер әп итәйем дә, ҡайтайым.
- Бар-бар, эрәү! Ана бара юлың! - Әхмәҙулла ҡарт, Вәкилде этеп тигәндә ишектән сығарҙы ла, әбейенә киҙәнде. - Быныһы ла иренен супылдатып үбешергә йәтешләп тора, кәнтәй!
- Ниндәй үбешеү ти ул! Ғүмер буйы көнләшеп йәшәнең инде. - Сәмиғә ҡарсыҡ үпкәләп, бабайына һыртын борҙо.
Тамаҡ ашағандан һуң, тауыҡтарына ем һалырға тип урамға сыҡҡан Әхмәҙулла ҡарт, ярһып килеп керҙе.
- Сәмиғә! Сәмиғә тим! Беҙҙең соландағы һарыҡ бото ҡайҙа!?
- Ҡайҙа тип, шунда торалыр. - Әхмәҙуллаһының холҡон белгән Сәмиғә ҡарсыҡ, усаҡ тирәһендә уралды.
- Тора, фәләнеңдең-фәләне, һарыҡ бото морозильникта ята ул. Бар әле, ана, асып ҡара!
Туңдырғыстан һарыҡ ботон һөйрәп сығарған Сәмиғә ҡарсыҡ, лып итеп һикегә ултырҙы.
- Вәкәти соландан ит тотоп кергәс, бауы беҙҙекенә оҡшаған тип ҡарап торҙом шул мин. Үәт, мөртәт икән, әй!
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.