Конкурс-фестивалдәр
14 Февраль , 13:45

Ҡомороҡ

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Был һыу шишмә лә, инеш тә түгел. Эргәләге оло йылғаның ҡамыш-күрәнле, томбойоҡло ҡултығығына. Быяла һымаҡ үтә күренмәле таҙа, ялтыр һыу төбө ҡырсын-ҡомло түңәрәк кенә ятыу хасиллаған ошонда... Арғы ярҙағы ҡайын сираттағы һары япраҡ "тубын" тымыҡ һыу өҫтөнә бөрктө.

Алтын көҙ. Зәңгәр күк көмбәҙенә аҡ бүректәй генә йоморо болоттар эленгән...

Элгәре, бала саҡта, ошондай тымыҡ ятыуҙарҙа ҡомороҡтар эркелеп йөрөр ине. Бармаҡ буйылай ғына, сыбар, аңра балыҡтар. Селәүгә шәп ҡабырҙар ине. Һә, тигәнсе бер тоҡсай ҡармаҡларға була! Өләсәй шуларҙы таҙартып, табала ҡыҙҙырып бирә. Тәмле! Хәҙер улар юҡ, йылға-һыуҙарҙа ниңәлер, күренмәйҙәр. Эркелешеп йөрөгән ваҡ сабаҡтар ҙа...

Ул яр башында торған машинаға барып, "бардачокты" асты. Китап? Уның ҡалдыҡ китабы имеш... Былтырғы көҙҙә китап лавкаһында һаман һатылмай ятҡан йөҙләгән китабын үҙе алғайны. Шунһыҙ сираттағы китабын баҫтырмай ине нәшриәт... Үҙе йөрөп, таратты шуларҙы ауылдарҙағы мәҙәниәт үҙәктәрендә, китапханаларҙа. Хәсрәт инде... Дүртәүһе һаман йәнде көйҙөрөп машинала йөрөй, осраған-күргәндәргә биреп китергә йә онота, йә форсат тапмай. Берәүһен баш ҡалалағы улына бирҙе. Уның туған телгә "һаҡаулығын" белһә лә...

Бәке менән яр буйындағы таллыҡтан ике ҡолас буйлығы ғына сыбыҡ ҡырҡып, ҡармаҡ әтмәләне. Таш аҫтынан селәү табып, ҡармаҡҡа элде лә, ятыуға һалды. Нимәгә булғандыр был ҡылмышы? Ундай һорау күңелдә тыуманы. Балыҡ емтек еҫенә килә, тиҙәр... Тынлыҡ, һиллек... Һыу, ҡояш, һауа...

Ҡайын берәмләп кенә япраҡ ташлай... Ҡом-ҡырсынлы яҡты һыу төбө буш, йәнһеҙ. Ә китабы сыҡманы барыбер. Ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаһалар ҙа. Бөгөнгө көнгә тап килмәй, тинеләр. Һуңғараҡ, бәлки...

Тап шунда, яңғыҙ ҡомороҡ һыу төбөндәге ҡомлоҡ өҫтөнән һаҡ ҡына шыуышып ялпаҡ таш өҫтөндә ятҡан селәүле ҡармаҡҡа яҡынлаша. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, кинәт кенә һиҫкәнеп ҡармағын һыуҙан тартып алды. Дәү генә сыбар ҡомороҡ, ғәжәпләнгәндәй, мыйыҡлы мороно менән кинәт кенә юғалған ҡармаҡ урынын төрткөләне лә, боролоп, шундағы томбойоҡ аҫтында күҙ яҙҙырҙы...

Раят ВӘЛИЕВ.

Автор:
Читайте нас