Ниһәйәт һуңғы дәрес бөтөүенә ишаралаған ҡыңғырау тауышын ишетеү менән малайҙар мәктәп ишегенән атылып сығып киң урам буйлап ҡайтыу яғына атланылар. Мәктәп ашханаһында ашатһаларҙа улар аҙаҡҡы дәрес бөткәнсе асығып өлгөрәләр ине. Көндөң нисек үткәне тураһында әңгәмәләшеп, бәхәсләшеп, ҡайтҡас кем нимә ашаясағы тураһында һөйләшеп ҡайтып барғанда үҙенең баҡса төбөндәге скәмйәһендә, яҙғы ҡояшҡа ҡыҙынып, көн дә тигәндәй сыуаҡта иҙерәп ултырған Аллабирҙе ҡарт быларҙы янына саҡырып алды
- Йә уландар, шәпһегеҙме, дәрес бөттөме?- тиеүенә малайҙар
- Бөттө олатай.
- Шунан ике алманығыҙмы, асыҡтығыҙ инде ивет?
- Асыҡтырҙы-тип малайҙар эстәренә ҡарап ыуып алдылар.
- Ә мин һеҙгә хәҙер бер тәмле генә бер нәмә һөйләйем тыңлайғыҙмы?
- Тыңлайбыҙ олатай һөйлә - тип малайҙар уның тирәләй ултырып алдылар.
Аллабирҙе ҡарт күҙҙәрен ҡыҫыңҡырап, уң ҡулы менән һаҡал мыйығын һыйпап, алыҫтарға ҡарап:
- Тыңлағыҙ уландар. Был хәл әүәле-е-е булған, батша заманында- тип һүҙгә кереште.
- Бер ваҡыт бер ҙур франсуз түрәһе ошо беҙҙең яҡта сәйәхәт иткән тей. Ҙур түрә булғас ярандары ла күп тей эргәһендә рус түрәләре лә башҡорт түрәләрелә ҡурайсыларыла эйәреп килә тей. Бер башҡорт байының йәйләүендә ҙур мәжлес яһап, өс көн ҡунаҡ булып, икенсе байҙың йәйләүенә киткәндәр тей. Юл алыҫ ҡына икән. Хәҙер былар китепара тей. Баяғы төртөнгөр франсуздың эсе ауыртып ыҙалай икән, улар бит беҙҙең һымаҡ һимеҙ һарыҡ ите, ҡаҡланған ҡаҙ, ҡаҙы ашап өрәнмәгән бит инде ,ана шул франсуз ҡыуаҡ һайын быларҙы туҡтатып оҙаҡлап кискә ҡалғандар. Ҡараһалар, бер нисә генә тирмә күреп ҡалып шунда туҡтап төн уҙғарырға булғандар тей. Ә ул тирмәлә бер әбей генә йөрөй икән, хәҙер быларҙы ҡунаҡ итер кәрәк бит инде, әбей быларға самауыр ҡайнатып ит һалып ебәргәндә, ит бешкәнсе самауыр сәйе менән ҡоймаҡ ҡойоп ашатып алайым әле тип ҡоймаҡ туҡый башлаған. Инде ҡоймағына он өҫтәйем тиһә оно юҡ икән. Улай өрөлөп былай өрөлөп эҙләп ҡараған, күршеһенән һорап ҡараған, юҡ тей. Шунан уйлап торған- торғанда «Әй, бара ул быларға» тип ҡыҙған табаға онһоҙ ҡоймағын ауҙарғанда бешкәс быларға ашатырға өҫтәлгә ҡуйған.
- Ха-ха-ха. Вот уҡытҡан әбей быларҙы -тип малайҙар көлөштөләр.
- Хәҙер баяғы франсуз ашап ҡарағанда был нимә тип үҙенсә һорай тей. Араһындағы франсуз телен белгән урыҫ «Что это?» тип әбейҙән һорай икән. Әбей «он булмағас ошолай килеп сыҡты инде» тип аҡлана икән, төртөнгөр франсуз тағы ла төпсөнгәс әбей: «Он юҡ бит, он. Он нет», тип үҙенсә аңлата тей. Баяғы төртөнгөр франсузға был ризыҡ бик тә оҡшап ҡалған тей «Он ньет. Он ньет» -тип үҙенсә һөйләнә-һөйләнә ашап бөтөп, әбейҙән нисек бешергәнен һорап яҙып алған тей. Төндө бында үткәреп, иртәнсәк тороп тағы сәй эсеп, теге байҙың йәйләүенә киткәндәр. Хәҙер күп йылдар үткәс Франсуздар Напалеондары менән беҙҙең илгә һөжүм иткәндәр. Мәскәүҙе баҫып алғандар тей. Шунан беҙҙең егеттәр атҡа атланып, уҡ һаҙаҡтарын алып барып быларҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарып үҙҙәренең иленә хәтле баҫтырып баш ҡалалары Парижға барып ингәндәр. Шул ҡалала беҙҙең яугирҙарҙы франсуздар баяғы онһоҙ ҡоймаҡ менән һыйлайҙар икән. Урыҫтар «что это?» -тип һораһалар тегеләр: «Онньет»- тиҙәр тей. Хәҙер быны урыҫтар отоп алып үҙ илдәренә ҡайтып бешереп ашай башлағандар тей. Бара килә Он нет тигән һүҫ Омлет һүҙенә әйләнеп киткән тей. Ана шунан килеп сыҡҡан ул һеҙ яратҡан омлет, белеп ҡуйығыҙ, беҙҙән сыҡҡан ул, уландар - тип мут йылмайҙы бабай.
Ауыл яңғыратып рәхәтләнеп көлөп малайҙар ҡайтыу яғына атланылар
- Ә ул амлет тигән нәмәкәй нимә була ул ?- тип һораны береһе
- Әллә.
- Ә мин беләм. Былтыр болниста ятҡанда уны беҙгә ашаттылар.
- Шунан, тәмлеме?- тип төпсөндөләр малайҙар.
- Бара инде - тип һөйләшә-һөйләшә ҡайтып киттеләр малайҙар.
Хәлил БИКТИМЕРОВ.
Баймаҡ ҡалаһы.