Конкурс-фестивалдәр
16 Февраля , 05:23

ҺАРЫ МАЙ

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Ғөмүмән әйткәндә, башҡорттарҙа һатыу итеү кәсебе электән килә. Мәҫәлән, ауыл халҡы ғаиләһенең хәлен бер аҙ еңеләйтер өсөн һатыу иткән. Йәйен йомортҡа, еләк, бәшмәк йыйып һатҡандар, көҙөн сират картуфҡа еткән. Һатыуға, ғәҙәттә, ир-ат йөрөгән, ҡатындары ниндәй әйберҙәр алырға икәнен әйтеп ебәргән. Көҙгө уңыш йыйылғас, бесәнде ҡураларға ташығандан һуң, күмәкләшеп баҙарға барғандар.

Быйыл Рәсүл дә беренсе мәртәбә ирҙәр менән баҙарға йыйынды. Ҡатыны менән биш-алты тоҡ картуф һатырға ҡарар иттеләр.

- Былай ҙа күп ҡалдырабыҙ, яҙ етһә, ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ, йомшарып бөтә, - тине ҡатыны.

- Ярар, һатып ҡарайыҡ, кеше һатҡанды беҙ ҙә һатырбыҙ, - тип, ире ризалыҡ белдерҙе.

Ауылдың ике урамы ҡушылған урында ҙур таш ята, ир-ат шунда йыйылып, кәңәш ҡоралар, бар яңылыҡтарҙы белеп ҡайталар. Әле лә таш янына йыйылып, ҡасан, сәғәт нисәлә ҡуҙғалырға һүҙ ҡуйыштылар. Ғәлимйән ағай:

- Барып, мәрйәләрҙең билмәне менән һары майын ҡапҡылап ҡайтыр кәрәк, - тине, мут йылмайып.

Ул ниндәй һары май икән, тип, Рәсүл юл буйы уйланып ҡайтып инде. Һары май, һары май һүҙҙәре тәүгә ишеткән йыр көйө һымаҡ, башына инеп ултырҙы. Һары май!

Бына, билдәләнгән көн дә килеп етте. Иртәнге сәғәт алтыла колхоз машинаһына тейәлеп, ауылдан сығып киттеләр. Ҡала баҙарына иртә менән килеп, тоҡтарҙы йәһәтләп асып, һатыу өсөн махсус һайлап алынған матур, йоморо картуфтарҙы биҙрәләргә тултырып, һатып алыусыларҙы көтә башланылар. Рәсүл геүләп торған баҙарҙы үҙ ғүмерендә икенсегә күрә. Тәүгеһендә, бала ғына сағында, әсәһе уны йомортҡа һатырға килгәндә ҡуша алып килгәйне. Ул ваҡыттар онотола төшкән, шулай ҙа, бер мәҙәк хәл иҫендә ҡалған. Әсәһе уға гәзиткә төрөлгән йомортҡалар һалынған сумка тотторҙо. Үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр туңдырма ашап, тирә яғына ҡаранып килгән Рәсүл өй эргәһендәге подвалға төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәһе уны, яу һалып, эҙләп тапҡанда, ул соҡорҙа туңдырма ашап, сумка өҫтөндә ултыра ине. Бар йомортҡалар, әлбиттә, ватылған. Бына шул ваҡиғанан һуң әсәһе башҡа ҡалаға алып йөрөмәне.

Бөгөн һатып алыусылар күп ине, оҙаҡ торманылар, Рәсүл картуфын Ғәлимйән ағайҙан да алда һатып бөттө, аҡса менән тулған салбар кеҫәһен эре генә ҡапшап, баҙар буйлап йөрөп килде, ҡатыны алырға ҡушҡан әйберҙәрҙе ҡараштырҙы, тик бер нәмә лә алманы. Ғәлимйән ағай менән бергә алырға кәрәк, үҙем урыҫса әйтеп еткерә алмаҫмын, тип ҡурҡты. Башҡа ирҙәр ҙә тауарҙарын һатып бөткәс, бөгөнгө уңыштарынан ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, Хоҙайға рәхмәттәрен әйтеп, ашханаға йүнәлделәр. Ингәс, Ғәлимйән ағай Рәсүлгә өҫтәл артына ултырырға ҡушты, ике кешегә тәғәйен икмәк менән билмәнде үҙе алып килде. Өҫтәлдә тоҙ, борос һәм һары майға оҡшаған тәмләткестәр тора. Ғәлимйән ағай:

- Эй, тәмле шул мәрйәләрҙең һары майы, - тип һамаҡлап, баяғы ят нәмәне икмәгенә һылап, ашай башланы.

Рәсүл дә, ағаһына оҡшатып, артыҡ иғтибар бирмәй генә, баяғы ят нәмәне икмәгенә ҡалын итеп һылап, ауыҙына ҡапты. Башта уның күҙҙәре аларҙы, субырлап йәштәре атылып сыҡты, танауынан шабырлап һыуҙар аҡты... Күмәк кеше алдында төкөрөргә уңайһыҙ, ауыҙҙағы утты йотоуы ла ҡыйын. Шулай ҙа, көскә, саҡ-саҡ боғаҙы аша үтте баяғы һары май. Был хәлде ситтән күҙәтеп ултырған ирҙәр күмәкләшеп көлөшә башланылар. Рәсүлдең башында, нисек тә булһа тере ҡалыу, ике яҡ бите бурҙаттай ҡыҙыл төҫкә инде, эсендә бер ҡосаҡ утын янамы ни! Саҡ тын алып, ауыҙ-танауын һөртөп, бер-бер артлы билмән йотоп, ауыҙ эсендәге яныуҙы баҫты.

Бына шунан ҡалды инде Рәсүлгә “Һары май” ҡушаматы, баҙар күстәнәсе булып, артынан эйәреп ҡайтты.

Сафинә ХӘКИМОВА, Магнитогорск ҡалаһы.

 

Автор:
Читайте нас