Конкурс-фестивалдәр
16 Февраля , 04:57

Маҙаһына күрә ҡазаһы

Сабир Шәрипов исемендәге уймаҡ хикәйәләр конкурсы

Сатура МинһажитдиноваСатура Минһажитдинова
Фото:Сатура Минһажитдинова

Бәҙәр ҡарсыҡтың һәүетемсә генә аҡҡан ғүмер йылғаһы көндәгесә, тышта: ҡош-ҡортон ҡарап, иртәнге эштәрен тамамлап кереү менән башланып китә. Тыштан кереүгә, иртән иртүк һыу ҡойоп, күмер һалып сығып киткәс, самауыры ла күптән ҡайнап, хужаһын көтөп, үҙ көйөнә йырлап ултыра. Өҫтәле артына кереп ултырып тәүге сынаяҡ сәйен дә эсеп өлгөрмәне, күршеһенең асынып һөйләнгән тауышы ишетелде.

Ул да булмай, ах та ух итеп тыны бөткән Сания үҙе килеп керҙе.

- Ни хәл генә итәйем икән?! Ҡаҙ, өйрәктәрем, тауыҡтары инде, суҡынып китһен, береһе ҡалмай ҡырылып бөткәндәр! Әҙәмдән оят, бер көн эсендә, барыһы бер юлы юҡ булһын әле! - тип илаулап һөйләнеүендә булды. Бәҙәр күтәргән шәшкеһен кире ултыртырға ла, эсергә лә онотоп аптырап ҡалған ине. Ярты хәбәре үҙе ингәнсе үк һөйләнеп ишектең теге яғында тороп ҡалғанға, күршеһенең хәбәренең айышына төшә алманы. Шәшкеһен өҫтәлгә кире ҡуйғас ҡына иҫен йыйып:

- Туҡта, рәтләберәк, кешесә генә һөйләп булмаймы? Ут сыҡмағандыр бит? Өйрәктәреңә ни булған?- тине ахырҙа.

- Әйтмәнемме һуң ни әле?

Эй, Алла! Күнәк төбөндәге ҡурҙы сығарып яр аҫтына түккән инем, теге туймаҫ тамаҡтарға етә ҡалған, шуны ашап үлгәндәр!

- Әйтәм, итәгеңә ут ҡапҡандай йүгереп кергәнһең. Бәлә башы үҙеңдә икән! Маҙаһына күрә ҡаҙаһы тигәндәй, штрафынан ҡотолһаң да, язаһынан ҡотола алмаған икәнһең! Хәйерле ҡаза булһын, бәлки бынан һуң ул ғәҙәтеңде ташлап бал ҡойоп маташмаҫың. Ни хәл итмәк кәрәк, ҡоштарыңдың сүпләйһе емдәре бөткәндер. Ярты ҡаза булыр, иҫәңгерәп йөрөгәнсә исмаһам, йөндәрен йолҡоп ал! - тип әрләһә лә, күршеһенә үҙенә күрә кәңәшен дә бирҙе.

- Эй, Алла, йөндәрен йолҡоу иҫемә лә кереп сыҡманысы ах-ах, арлы-бирле эт-ҡош алып китмәҫ борон йыйып алып, исмаһам ысынлап та йөндәрен йолҡайым булмаһа,- тип Сания ҡайтырға булды.

Бәҙәр:

- Аштан оло булма, яһаған сәйҙе эсеп сыҡ, көйәләнеп йөрөп тамағың да кипкәндер,- тип күршеһен түргә, өҫтәл артына саҡырҙы.

- Үпкәләмә, Бәҙәр, сәй ҡайғыһы юҡ, үҙең күреп тораһың,- тип Сания еле-дауылы менән нисек килеп кергән булһа, шулай сығып та китте. Өйөнә ҡайтып кереү менән асыу-ярһыу ең һыҙғанып эшкә кереште. Башта ата ҡаҙ менән ата өйрәк, унан һуң, инә ҡаҙҙар менән инә өйрәктәр йолҡолдо. Һуңынан йолҡорға эшкингән бәпкәләр "ходҡа" китте. Башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда ҡоштарҙың йөнө ыңғай ҙа, тиҙерәк тә йолҡолдо. Әммә Сания быны ҡыҙыулығы менән һиҙмәне. Бер мендәргә етерлек мамыҡ йолҡоп алғас, күңеле бер аҙ баҫылғандай булды. "Шул килеш ташлаһам, быныһы ла булмаҫ ине тип", - уйлап күңелен йыуатты. Эш теүәлләнгәс ҡаҙ, өйрәктәр киренән яр аҫтына "осто".

Эңер ҙә төштө. Һалҡынса талғын ғына ел иҫеп үтте. Ауыл осонан туҙан күтәрелде. Ул да булмай һарыҡ-кәзәләрҙең баҡырған тауыштары ишетелде. Әйтерһең дә хайуандар хужаларына:

- Беҙ ҡайтып киләбеҙ, ҡапҡа асып көтөп тороғоҙ,- тип шул рәүешле хәбәр итәләр.

Баҡырышып Бәҙәр менән Санияның да малдары ҡайтты. Һыйырын һауып ултырғанда Бәҙәр өйрәк баҡылдағанын ишетеп аптырап ҡуйҙы.

- Был ни хикмәт, өйрәктәрем үлеп бөттө ти ине, быларҙың туҡтауһыҙ баҡылдашыуҙары ҡолғыма һеңеп бөткән ахыры, - тип уйлап та өлгөрмәне, хәле бөтөп күршеһе тағы килеп керҙе.

- Эй, Бәҙәр, ҡара әле минең мәхлүктәрҙе! Ҡайтып килгәндәр!

Бәҙәр һыйырын һауып бөтөп өйөнә кереп бара ине. Асыҡ ҡапҡанан Санияның унан-бынан йөндәре йолҡолған өйрәктәрен күреп, һөтлө биҙрәһен ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Аптырауҙың сигенә сығып:

- Әстәғәфирулла! - тип ҡуйҙы. Өйрәктәрҙең йөнө ҡанаттарында ла, баштарында ғына ҡалған. Үҙҙәре кем уҙарҙан яр һалып баҡылдашалар. Әллә көнө буйы яр аҫтында ятып асыҡҡандар, әллә: - Һин беҙҙе ни эшләттең? - тип хужаһына асыуланалар, кем белһен? Тауыҡ баҫып сығарған ете өйрәк бәпкәһе бәләкәйерәк булғанғамы, йөндәре йолҡолмай ҡалған. Тик улары ла әллә тегеләрен танымай, әллә уларынан ҡурҡып туҡтауһыҙ ҡаҡылдашалар. Шул саҡ аптырауҙың сигенә сыҡҡан Сания:

- Инде нишләргә? Былар тере килеш йөндәрен йолҡҡан өсөн минең йәнемде алырға килгән кеүек ҡыланалар ҙа ул, - тип әйтеп ҡуйҙы.

- Һуяһың инде.

Быларыңды хәҙер шул килеш урамға сығарһаң, йә бала-саға ҡурҡыр, йә эт тотоп ашар. Шулай ҙа ризығыңа яҙған икән ҡоштарың, - тип күршеһенең күңелен күтәрергә тырышты йор һүҙле Бәҙәр.

Шул саҡ икеһен дә һиҫкәндереп ҡойма башына менеп ҡунаҡлаған әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Сания ла, Бәҙәр ҙә әтәскә ҡарап өнһөҙ ҡалдылар. Әтәс Санияныҡы ине.

 Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.

Белорет районы.

Автор:Сатура Мингажитдинова
Читайте нас