Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
18 Февраль , 17:32

Батарейкаһы бөткән

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Йәйҙең матур бер көнөндә ҡәртәсәһе ҡаланан килгән дүрт йәшлек ейәнен тәбиғәт ҡосағына алып сығырға булды. Иң башта һыу буйына төшөп, икәүләшеп ялан аяҡ һыу кисеп, ҡулдары менән симаҡай һөҙҙөләр. Тырыша торғас, бер бөртөк симаҡай эләкте. Ҡәртәсәһе симаҡты ейәненең ҡуш усына һалды. Уйнатам тигәнсе уныһы кире һыуға төшөп китте. Ни тиклем тырышһа ла, кире тота алманы. Бер аҙ кәйефе ҡырылған ейәнен ҡартәсәһе йыуатып:

- Әйҙә, улым, анау тауға барайыҡ, унда ҡайын еләк бешкән тиҙәр. Бик тәмле ул, туйғансы ашарбыҙ. Тағы кәкүк ҡоштан күпме ғүмер йәшәребеҙҙе һорарбыҙ, - тип, һыуҙан саҡ сығарып алды. Уларҙың килгәнен генә көткән кеүек кәкүк саҡыра ла башланы. Ҡәртәсәһе ҡошҡа ҡарап:

- Кәкүк, кәкүк! Әйтсе миңә, минең күпме йәшәргә ғүмерем ҡалған? - тине. Оҙаҡламай, эргәләге генә ҡайын ботағына ҡунып, кәкүк саҡыра ла башланы. Малай бармағын бөгөп һанай башланы, тик ике ҡул бармаҡтарын бөтөүгә, кәкүк туҡтап ҡалды. Ул кәкүктең осоп киткәнен ҡарап торҙо ла:

- Һе, ҡәртәсәй, уның батарейкаһы бөттө! - тине.

Таңһылыу Йәнтүрина. Сибай ҡалаһы.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас