Ҡояш бөгөн ҡыҙҙыра ғына. Унын йылы нурҙары һуңғы ҡарҙарҙы иретә. Урам буйлап күләүектәр аға. Ҡыш бөттө. Яҙ етте. Нурис һоҡланып тирә-яҡҡа баҡты. Инде матур уйҙарға бирелгәнендә, ҡапыл кеҫә телефоны зыңғырланы. Күршеһе Фәнис икән.
- Күрше, тиҙ генә беҙгә ин әле?
- Тышта бөгөн шундай матур, бәлки үҙең сығырһың?
- Юҡ, юҡ, үҙең ин. Матурҡай һине көтә.
- Матурҡай? Улайһа, хәҙер барып етәм.
Нурис телефонын түш кеҫәһенә һалды ла, елгә таралған сәстәрен һыйпаштырып алды. Кейемен ҡаҡҡылап, аяғына күҙ һалды, галошына бысраҡ сәсрәгән икән. Ярай, галошын ней, соланда ҡалдырыр.
Күршеһе Фәнис уны ҡояштай йылмайып ҡаршы алды. Нуристың тиҙерәк һылыуҡайҙы күргеһе килеп, тирә-яҡҡа ҡаранғанын һиҙеп:
- Төпкө өйҙә, йоҡлай. Әйҙә минең артымдан, - тигәс, Нурис һаҡ ҡына баҫып, күршеһенә эйәрҙе.
- Ҡайһылай рәхәтләнеп йоҡлап ята, аяҡтарын киреп, ҡулдарын һуҙып.
Нурис матурҡайға һоҡланып ҡараны, үҙенең ҡояшта янып, һыуыҡтарҙа ҡатып киткән ҡулдары менән уның йылҡылдап торған тәнен һыйпағыһы килеп китте. Тегеһе лә уларҙың тауышын һиҙеп, күҙҙәрен секерәйтеп ҡарап ҡуйҙы.
- Бигерәк һиҙгер үҙе. Күрәһеңме, нисек һиңә ҡарағанын? Йә, ниңә ҡарап ҡаттың, янына ултыр. - Күршеһе кеткелдәп көлөп ҡуйҙы.
Нурис, ни булһа ла булыр тигәндәй, диван ситенә ҡунаҡланы ла, матурҡайға ҡарап алды. Уныһы инде кирелеп алды ла, йәшел күҙҙәрен ҙур асып, Нурисҡа баҡты. Нуристың йөрәге дөп-дөп тибә башланы, хатта маңлайына бер нисә тир бәреп сыҡты, шулай ҙа бар ҡыйыулығын йыйып, ҡулдары менән матурҡайға ҡағылды. Мамыҡтай йомшаҡлыҡ күңелен елкетеп-елкетеп ҡуйҙы, йәш сағында татыған беренсе хистәр йөрәген өтөп алғандай булды.
- Ниңә улай баҙнатһыҙ ҡыланаһың, ҡыйыуыраҡ бул, - тигәс күршеһе, Нурис батырланып, матурҡайҙың башынан һыйпап алды.
Кемгә килешмәй һуң иркәләү? Матурҡай тамам йоҡоһонан арынып, һаҡ ғына торҙо, Нурисҡа йәшел күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡараны ла, уға табан атлай башламаһынмы? Ә Нурис уның төпһөҙ күҙҙәренә тамам батты, ҡыбырларға ла ҡурҡып, таш һымаҡ ҡатты. Уны үҙ итерме, әллә… Матурҡай йомшаҡ ҡулдары менән уның балтырына ҡағылды. Аһ, тигән өнө генә сыҡты Нуристың, ә йөрәге инде урынынан ҡуҙғала яҙып ҡуйҙы. Ул арала матурҡай башын уның күкрәгенә терәне.
- Ана бит, ә һин ҡурҡҡан инең, - тип кеткелдәп көлөп ебәрҙе күршеһе. - Йә, ниңә ҡаттың, ҡосаҡла, күкрәгеңә ҡыҫ. Улар бит иркәләгәнде ярата.
-Ой, ниндәй йомшаҡ, ниндәй матур, бер күреүҙән ғашиҡ итте, - тип Нурис матурҡайҙы күкрәгенә ҡыҫты.
- Былай булғас, алып ҡайтаһың инде?
- Алам, алам. Ана бит, нисек һыйынды күкрәгемә. Нурис, матурҡайҙы күкрәгенә ҡыҫып, яй ғына урынынан ҡуҙғалды.
- Мәһәрен онотма, күрше, - тигән булды Фәнис.
- Булыр, булыр, - тип Нурис ишеккә йүнәлде.
Тышҡа сыҡҡас та, ҡиммәтле бүләге өшөп ҡуймаһын тип, курткаһы менән ҡаплап, ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫты.
Һаҡ ғына ишекте асып ингәйне, ҡаршыһына ҡатыны пәйҙә булып иренә һирпеп ҡараны ла:
- Тағы кәнтәй алып ҡайттыңмы? - тип екерҙе.
Уның зәһәр тауышынынан күкрәгендә мышнап ятҡан матурҡайы, терт итеп, тырнаҡтары менән Нуристың муйынын сыйнап алды.
- Кәләшкәйем, күрәһеңме, ниндәй матур, йомшаҡ, үҙе аҡ ҡына, ә күҙҙәре…
- Күҙҙәре имеш, ҡайҙан алдың, шунда илт. Юғиһә, хәҙер үк…
- Һуң…
- Тегеһенән саҡ ҡотолған инем, хәҙер быныһы. Кемгә әйтәләр!
Ул арала ҡатыны күп уйлап тормай, матурҡайҙы Нуристың күкрәгенән һурып алды ла, соланға быраҡтырҙы. Нурис айнырға ла өлгөрмәне, ишек шартылдап ябылды.
Эх, был юлы ла хыялдары селпәрәмә килде Нуристың. Олоғайған көнөндә һыуыҡ түшәгендә ошо матур ғына, йомшаҡ ҡына бесәй балаһын ҡосоп, уның мышнағанын тыңлап ятып булманы…
Әминә ЯХИНА.
Сибай ҡалаһы.