Ул көндө мин, төнгө сменанан сығып, "автостоп" ысулы менән ҡайтырға ниәтләп, оло юлда тора инем. Ҡыш уртаһының ҡаты һыуығы ярайһы ғына өшөттө. Аяғымдағы "евроҡыш" тигән ҡупшы итектең, беҙҙең ҡыш өсөн һуҡыр тин дә тормағанлығын аңлаһам да, хәлде үҙгәртергә һуң ине. Машиналар тиҙлеген дә кәметмәй, "выж" итеп үтеп китәләр. Ярты сәғәттәй торғанмындыр. Ошо ҡаланан минең йәшәгән ауылға егерме биш саҡрым. Ана, минең кеүек "автостоп" ҡа ышанып тағы бер ир кеше яҡынлашып килә. Ялбыр бүркенең ҡолаҡтарын төшөргән, керпегенә, оҙон һаҡалына аҡ бәҫ ҡунған. Ҡулында ҡара күн сумка,бөхтә генә кейенгән. Ысын мәғәнәһендә, модный ғына Ҡыш бабай инде. Урыҫсалап һаулыҡ һорашты ла, ҡул сәғәтенә ҡарап алып, шым ғына тора бирҙе. Ярай, бының өсөн дә мин ҡул күтәрәм инде, тип уйлайым. Юҡ, машиналар туҡтарға уйламайҙар ҙа. Үҙем дә шул ағайҙан кәм түгел, маңлай сәстәремде, керпектәремде ап-аҡ бәҫ һырып алған. Эх, ниңә генә быйма кеймәнем инде? Имеш, ҡупшы кейенеп йөрөй берәү. Алай тиһәң, бөгөнгә тиклем бындай һыуыҡтар булғаны ла юҡ ине. Ауылда эш булһа, ошолай егерме биш саҡрым ергә йөрөп эшләр инемме?
- Етенсе машина үҙе туҡтар, ҡул күтәрергә кәрәкмәй.
Быға тиклем шым ғына торған ағай саф башҡотсалап һүҙ ҡушты. Ишеттем, әммә әһәмиәт бирмәнем һүҙҙәренә.Шулай ҙа утеп торған машиналарҙы һанай башланым. Үҙем тамам туңдым, үксәләрҙе бер-береһенә һуғып бейеп торам. Йыраҡта етенсе машина күренде. Шәп килә. "Эйе, туҡтаны тей һиңә"- тип уйлап та өлгөрмәнем, беҙҙе үтеп китеп кинәт юл ситенә боролдо ла, алыҫҡараҡ барып туҡтамаһынмы.
"Эй, танышылыр әле", - тигән уй үтте, машинаға ҡарай йүгергәндә. Руль артында ултырған урыҫ егете минең ауылға барасағын әйткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Теге ағай менән артҡы урындарға ултырғас машина ҡуҙғалып китте. Йылы машинала ла, һыуыҡ бирешергә уйламай, мине ҡалтырата башланы.
- Сиргә асыҡһығыҙ, һыуыҡтан һаҡланырға кәрәк - тип һүҙ башланы был ағай. Мин шымдым. Бер-береһенә тейеп ҡалтыраған тештәр, һөйләшергә бирәләрме һуң. "Миндә ней эшегеҙ барҙыр"-тип кенә уйлай алдым. Килә торғас тамам йылындым, тик аяҡ бармаҡтары ғына һаман боҙ кеүек туң ине. Эх, ҡайҙа һуң йылы быймалар...
- Ауылда йәшәгәс ниңә эт тотмайһығыҙ?
Бына һиңә, ҡайҙан белә был кеше беҙҙе? Беҙҙең эт тотмағанды?
- Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ эт тотмағанды?
- Беләм. Эт кәрәк, сөнки эт хужаһының беренсе әжәлен үҙенә ала.
- Булды беҙҙең этебеҙ, күршеләр биш һунар эте алғансы...
- Баҡсағыҙҙа мышар ағасы үҫә алмай, хәҙрәтте саҡырып өйөгөҙгә аҙан ҡысҡыртығыҙ, ауыр күҙ менән ҡарағандар һеҙгә, - тип һалмаһынмы. Ҡайҙан белә мышар тураһында? Эйе, инде нисә йыл үтте килтереп ултыртҡанға. Ҡоромай ҙа, үҫмәй ҙә, бер көйө тик ултыра. Сәйер кеше туҡтарға ла уйламай. Нисә балабыҙ барын да белә.
- Кинйәгеҙҙең исемен дөрөҫ ҡушмағанығыҙ, Нурислам тип яңынан ҡысҡыртығыҙ, ул дин кешеһе буласаҡ.
Минең ҡыҙыҡһыныу артҡандан - арта бара. Һорауҙарым күп ине, әммә ошо ваҡытта машина боролошҡа килеп туҡтаны.
- Мине ошонда ҡалдыр, Ахунға барыр кәрәк -тине сәйер кеше. Шул арала тиҙ генә ҡара күн сумкаһынан бәләкәй генә ҡағыҙ алып миңә һондо.
- Кинйә улыңдың паспортына һалып ҡуй - тине лә төшөп ҡалды.
Бәләкәй генә дүрткил ҡағыҙ киҫәгенә ғәрәп хәрефтәре менән ниҙер яҙылған ине. Машина ҡуҙғалып китеү менән рулдәге урыҫ егетенән һорай һалдым: - "Ниңә туҡтаның, ҡул күтәрмәнек бит"-тип.
- Әллә, мин һәр ваҡыт юлда торғандарҙы ултыртып алам, өшөп торалар бит - булды яуабы.
Мин шунда түкмәй - сәсмәй юлдағы әңгәмәне һөйләп биреп, урыҫ егетен дә аптырашта ҡалдырҙым.
Хәҙрәтте саҡырып, өйгә аҙан ҡысҡырттыҡ. Кинйәбеҙ әлегә дин юлына баҫмаған, шулай ҙа теге ҡағыҙҙы паспортында йөрөтә. Баҡсалағы мышар ағасы, быйыл беренсе тапҡыр сәскә атты.
Бына шундай "сәйер" кеше осраны минең юлымда.
Ышанһағыҙ ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ юҡ.
Фирүзә ШӘҺӘРЕТДИНОВА. Учалы районы.