9 май иртәһе. Телевизорҙан Кремль парадын ашҡынып көтөп ултырған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөнир ҡарттың йорто ҡунаҡтар менән тулы. Балалары, ейәндәре, бүләсәләре иртә менән килеп ҡотлайҙар ҙа, ҡартты кейәү егетеләй ҡупшылап кейендереп, орден-миҙалдарын тағып түргә ултыртып ҡуялар. Унан йүгереп йөрөп йортон ипкә килтерәләр һәм байрам өҫтәле әҙерләй башлайҙар. Сөнки тиҙҙән үҙенең яраҙамсылары менән район хакимиәте башлығы, ҡала хакимиәтенән делегаттар, эшләгән урынынан тағы бер-нисә абруйлы кеше (әйткәндәй, ул Башҡортостандың иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһендә 14 йыл ректор булып эшләгән кеше), хәбәрселәр, яҙыусылар ҡартыбыҙҙы хөрмәтләп ҡотларға киләсәк. Бындай хәл йыл да булмаһа ла, Бөйөк Еңеүҙең юбилей йылында мотлаҡ була. Ә ҡартыбыҙҙың үҙенә быйыл, Аллаһ бирһә, көҙ 95 йәш тула.
Бүлә-бүләсәләр, ейән-ейәнсәрҙәр ҡартатайҙары янында урала, уның менән Башҡортостан парадын ҡарайҙар. Унда бөртөкләп кенә ҡалған ветерандарҙың тормошон, өйҙәре алдында концерт номерҙары ҡуйыуҙарын күрһәтәләр. Бына, йәнә ауыл ерендә йәшәгән ветеран бабайҙы әбейе менән төшөргәндәр. Улар матур итеп, парлашып, йылмайышып ултыралар. Быны күреп, тиҫтә йыл инде яңғыҙ йәшәгән Мөнир ҡарттың күҙҙәре һағышланып китте.
Ниһайәт, Кремль парады башланды. Телевизорҙың тауышы көсәйтелде, өй эсендәгеләр шымды, өй эсендә хәрәкәт тә әкренәйҙе. Был ғаиләнең ҡартатайҙарына, шул уҡ кимәлдә Бөйөк Еңеүгә хөрмәт менән ҡарауын күрһәтә. Ҡартты иң ҡыҙыҡһындырғаны парад ваҡытында ил юлбашсыһының янында кемдәрҙең булыуы. Оло ветерандарҙың ҡайһы берҙәрен танып та ҡуя, танымағанын һораша һала. Ҡайһы ил вәкилдәре булыуы, ниндәй хәрби көстәрҙең парадта ҡатнашыуын күҙәтә. Бер мәл ейәндәрҙең шуғырағы телевизорҙың пультына баҫып Башҡортостан каналына ла күҙ һалып өлгөрә. Нәҡ шул мәлдә, Еңеү байрамында ауылдағы митингыла ултырған баяғы бабай менән әбей яҡындан ғына күренеп ҡалды. Канал кире Мәскәүгә күсерелде. Каналдарҙың үҙгәргәнен һиҙмәй ҡалған ветеран:
-Үәт, шилма! Ҡарағыҙ әле, теге икәү Мәскәүгә лә барып еткәндәр бит, ә! - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Рәшиҙә Рәис. Өфө ҡалаһы.