Утыҙҙан уҙған буйҙаҡ егетмен мин. Әле бер ҙә өйләнеп ҡараманым. Юҡ, әлбиттә, өйләнгем килмәгәнлектән түгел, күңелемә ятҡан бер генә ҡыҙҙы ла осратҡаным булманы. Шулай бит инде донъя, миңә оҡшағаны мине оҡшатмай, ул оҡшатһа, минең күңелгә ятмай. Көн артынан көн уҙа, йөрөй торғас, сабата ла туҙа икән, ҡырҡҡа табан тәгәрәгәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әсәйем ҡолаҡ итемде ашай ғына инде. "Ҡасан миңә килен алып ҡайтаһың, ҡартайҙым бит, ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөп ҡалғым килә",-ти. Бер көндө гәзиттәге иғландан бер һылыуҙың телефон һандарын я ҙып алдым да шылтыратырға булдым. Хәҙер гәзит-журналдар битен асһаң, шунан күп нимә юҡ бит.
Бер мин генә буйҙаҡ йөрөйөмдөр шул. Йә, ярай, телефондың икенсе осонан бер мөләйем генә тауыш ишетелде. Әһә, мин әйтәм, тауышы яғымлы булғас, үҙе лә сибәрҙер инде, тип уйлайым.
-Алло, мин Сабир булам. Һеҙҙең менән танышырға теләйем, мөмкин булһа,-тинем.
Исеме лә матур икән. Гүзәл. Уға егерме туғыҙ йәш. Кейәүгә сыҡмаған.
Шунан китте беҙҙең шылтыратышыуҙар. Ул - телефондың бер осонда, мин - икенсе осонда. Сәғәттәр буйы сөкөрҙәшәбеҙ. Иртән торһаҡ, бер-беребеҙҙең хәлдәрен белешәбеҙ, кем ниндәй төш күргәнгә тиклем һөйләшәбеҙ. Төш ваҡыты етһә, мин шуны бешерҙем, һин нимә ашайһың? Кисен инде һөйөклөмдө үбеп кенә йоҡлатам. Гүзәлемде ҡосаҡлағандай, телефонымды ҡосаҡлап, татлы хыялдарға сумып, йоҡлап китәм. Шулай итеп беҙҙең мөхәббәт ярты йылға һуҙылды.
Бер мәл, тыуған көнө менән ҡотлайым, тип шылтыратҡайным, трубканың теге осонан күңел өшөткөс һалҡын тауыш ишетелде: "Миңә телефон аша ир кәрәкмәй, һау бул",-тине лә, телефонын һүндереп тә ҡуйҙы. Мин был хәлгә аптырап ҡалдым. Бәй, бөтәһе лә ал да гөл ине бит, юғиһә. Шуңың менән ҙур өмөттәр бағлаған мөхәббәтем һүнде лә ҡуйҙы. Йә, ярай, ҡайғырырға түгел. Ҡыҙҙар бөткәнме ни донъяла, тип үҙ-үҙемде йыуатып йөрөп ятҡанда телефоным шылтыраны. Алдым, таныш түгел ҡатын-ҡыҙ тауышы.
- Алло, һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең принцессағыҙ. Һеҙҙең менән танышырға мөмкинме?
Мин дә аптырап ҡалманым.
- Һеҙ минең принцесса икән, мин һеҙҙең принцығыҙ инде улайһа, әйҙәгеҙ танышайыҡ. Шулай был һылыуҡай менән танышып киттек.
-Осрашып күрешергә ине,-ти ҡыҙ ҡыйыу ғына.
Ул мине ҡунаҡҡа саҡыра, мин уны. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, тышта 40 градус һалҡын. Нисек шундай һыуыҡта, яҡшы хужа этен сығармағанда, өшөмәй урамға сығаһың инде.
- Һалҡын бит, - тим.
Ул да: "Һыуыҡ шул",-ти. Шулай бер-беребеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырыша торғас, бер-ике ай ваҡыт үтеп тә китте. Бер көн хәлен беләйем тип уның телефон һандарын йыйҙым. Трубканы бер ир алды. Көтөлмәгән хәлгә ҡаушап киттем. Нисек инде улай. Ул миңә хыянат итә түгелме һуң?
Минең асыуым ҡабарҙы һәм был ҡыҙҙың номерын юйып ташланым. Юҡ өсөн аптырамайым, була торған хәл.
Ә был ҡыҙҙың телефон һандарын дуҫ егетем бирҙе. "Үҙе уңған, үҙе сибәр, үҙенең фатиры, машинаһы бар,-тине. -Ҡара уны, ысҡындыраһы булма,-тип шелтәләп тә алды.
Әмәлгә ҡалғандай шул ваҡытта эшемдән ҡыҫҡарттылар. Эш булмағас, телефонда аҡсам да юҡ. Сибәремдең телефондан шылтыратҡанын көндәр буйы көтөп ята торғас, һаҡал-мыйыҡ баҫты. Йә, шылтырата, йә юҡ был. Эш кешеһенең ваҡыты ла юҡтыр инде тип уйлайым.
Шулай, күпмелер ваҡыт уҙғас, бөтөнләйгә юғалды һөйөклөм. Бик ныҡ ҡайғырҙым. Хатта ҡайғымдан бер аҙна тирәһе эсеп тә алдым. Ни эшләйһең беҙҙең кеүек эшһеҙ егеттәргә, эшлекле ҡыҙҙар тиң түгелдер инде.
Һаман шулай буйҙаҡ килеш йөрөп ятам әле. Үҙем өмөтөмдө өҙмәйем. Бәлки, тағы, теге уңғаным шылтыратыр. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тиҙәр бит.
Гөлнара ИҪӘНҒОЛОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы, "Илһам "әҙәби ойошма ағзаһы.