Нуриәхмәт иртән кәртәһенә сыҡһа, әтәсенең юҡлығын аңғарҙы. Тегеләй ҡараны, былай ҡараны, күренмәй... Өйҙәре ауыл ситендә булғас, берәй төрлө йәнлек-фәлән алып киттеме икән? Әтәсенә бик ныҡ ҡына эҫенеп алғайны ул. Иртәнсаҡ иртә тороп бөтә күрше - тирәне ҡысҡырып уятыуы үҙе ни тора ине. Үҙе бер йәм, бында йәшәү бара, бында тормош ҡайнай тигән кекүек бит. Юҡһа, олоғайыңҡырап киткәс, Нуриәхмәт эре малын бөтөргәйне. Ә ваҡытында малды ла бик ишле көттө ул. Тауыҡтары ла әлеге әтәстең ауыҙына ғына ҡарап торған кеүек. Нуриәхмәт әтәсенә Ғәйзулла тип исем ҡушып алғайны. Уныһы ла бер тарих инде. Күрше ауылда Ғәйзулла тигән бер бабай йәшәне. Ана шуның ике ҡатыны булды. Хәҙерге ваҡытта берәүҙән артыҡ ҡатын менән йәшәгән башҡа кешене белмәгәс, тауыҡтары күп булған әтәскә Ғәйзулла исеме бирелде. Әтәс тә исемен белгән һымаҡ: "Ғәйзулла,"- тип саҡырыуы була, боронғо байҙар һымаҡ ҡайҡандап килеп баҫа хужаһының алдына. Өйгә инеп, ҡатыны Зәмирәнән һорап ҡараны. Ул да кисә генә йөрөй ине тигәс, тағы берҙе кәртәһен байҡап сыҡты. Әтәс осло - күҙ юҡ булды.
Әтәсһеҙ ҡалған тауыҡтар ҙа моңайышып ҡалғандар. Шул ваҡыт, әллә кәртәлә әтәстең юҡлығын белеп, күршеһенең әтәсе ҡоймаға осоп менде лә һөрән һалып ҡысҡырырға тотондо. Кикирикууууук, әллә инде хужа юуууууҡ? Ғәйзллаһы булғанда был әтәстең тауышы ла, тыны ла юҡ ине. Хужа юҡ тип иркенләмәксе була шикелле. Нуриәхмәт ҡыҙыҡ күреп, күҙәтергә булды был әтәсте. Тегенеһе тағы бер-икене ҡысҡырып ҡуйҙы. Ысынлап та хужа бармы, юҡмы икәнен тикшерҙе шикелле. Бер килке ян-яғына ҡаранып ултырҙы ла, ыңғай тауыҡтар янына осоп төштө. Тегеләре ҡапыл да төрлөһө - төрлө яҡҡа ҡасһаларҙа ла, яйлап-яйлап күрше әтәскә иғтибар бүлә башланылар. Бер йәш тауығы бигерәк инеп бара. Хужалары булмағанға ярты көн, ә былар ни ҡылана тип, уйлап ҡуйҙы Нуриәхмәт. Ә күрше әтәсе ҡойроҡто текә ҡуйып, бер тауыҡтан икенсе тауыҡҡа үҙенең ғәйрәтен күрһәтеп йөрөй башланы. Нуриәхмәт күрше әтәсенә Әүхәҙи тип исем ҡушып та ҡуйҙы. Ауылда Әүхәҙи тигән ирҙең күрше ҡатыны менән сыуалғанын ишетеп белә ине. Шулай итеп, Әүхәҙи ихласлап тауыҡтарға баш булып алырға булды.
Шул ваҡыт күршеһе лә кәртәһенә сығып әтәсен саҡыра башланы. Нуриәхмәткә күршеһенә әтәсен, Әүхәҙине, тотоп бирергә тура килде. Ҡабат Әүхәҙи ҡойма башында күренмәне, күршеһе бикләне шикелле уны. Уның һағышлы итеп, һуҙып ҡысҡырғаны ғына ишетелде. Әүхәҙигә күрше тауыҡтары менән ләззәтләнергә насип булманы.
Тауыҡтарға әтәс кәрәк. Улар ҙа хәҙер моңайышып ҡалғандар. Ярай, әтәсһеҙ ҙә йомортҡа һалалар тип күңелен тыныслап йөрөй ине, бер көндө Зәмирәһе: "Һиңә ҡатын кәрәккәнде, тауыҡтарға әтәс кәрәкмәй тип уйлайһыңмы?"- тип хәбәрен һалдырҙы. Эйе шул, ул яғын Нуриәхмәт уйлап та бирмәгән икән. Ахыры урамда ирҙәр йыйылып торған ергә барып, ошо йомошон әйтә күрҙе.
Уларҙың ауылында ирҙәр тегендә, бында йыйылып гәп һаталар. Өй арты тиҙәр беҙҙең яҡта. Ҡайһы берәүҙәр өйҙәрендә эшен теүәлләп сыҡһа, ҡайһы берәүҙәр донъяһында ҡыл да ҡыбырлатмаһа ла, бында ашыға. Хәбәрҙән ҡалып ҡуймаҫ кәрәк бит. Көнө буйы ошонда ваҡыт үткәргәндәре лә бар. Бында ил башлығынан алып, әлеге әтәскә тиклем һорауҙар ҡарала, тикшерелә. Ауыл, ил яңылыҡтарын да ошонда беләһең инде. Ҡайһы бер ағай-эне хөкүмәттәге буласаҡ үҙгәрештәрҙе бар нескәлектәренә тиклем белеп, һөйләп ҡуя. Әйтерһең дә, ул хөкүмәт аппаратында юғары вазифа биләй. Күп кенә ғәйбәт һүҙҙәр ҙә ошо өй артынан юл ала. Нуриәхмәт бындай йыйындарға әллә ней сыға һалмай. Ә бөгөн әтәс юҡлығы ғына бында алып килде. Ирҙәр төрлөсә мәрәкәләп ҡаршы алдылар уны. Йомошон әйтеп һалғас, түбәнге оста йәшәүсе кофейник Иршат үҙендә әтәс барлығын белдерҙе. Уларҙың ауылында һәр береһенең булмаһа ла күптәренең шулай ҡушаматы бар. Иршатты ниңә кофейник тигәндәрен, ул белмәй. Күберәк "ҡоштар" күп ауылда: Өкө, Турғай, Торна, Сәпсек, Ҡош, Ҡаҡаҡ, Күркә һ. б. Уларҙан башҡа Ҡомған, Кәтәфеич, Вертолет, Сегән, Левитан, Еврей, Грузин һ. б. ҡушаматлылары бар. Нуриәхмәт күптәренең тарихын белеп тә етмәй. Сөнки һәр бер ҡушамат артында бер тарих ята бит. Ауылда ҡайһы бер ир - аттар ҡушамат тағырға ла оҫта ғыналар.
Яңылышыраҡ һүҙ ысҡындырһаң йәки берәй төрлө эш боҙһаң - ҡушамат һиңә әҙер. Ауыл халҡы ниндәй ҡушамат таҡһаларҙа үсекмәй, мәрәкәгә бороп йәшәй - шуныһы һәйбәт. Ҡайһы бер ситтән килгән кеше тыңлап торһа, аптырап китә. Ирҙәр бер-береһен шундай итеп мәрәкәләйҙәр, аңламаған кеше әллә нимәләр уйлауы бар. Шуға күрә бындай өй арты йыйындарында үсеккән, мәрәкәне аңламаған кешеләр була һалмай.
Кофейник Иршат хаҡын килешкәс, елпелдәтә һалып ҡайтып алып та килде әтәсте. Нуриәхмәт кеҫәһенән аҡсаһын сығарып биреүе булды, баштары зыңлаңҡырап торған ҡайһы бер ағай-эне йәһәтләп берәүҙәрен сәмәй һатыусыға йүгертте. Эйе, ауылда бер нисә урында сәмәй, спирт һатып кәсеп итәләр. Күп кенә ир-аттар шуларҙың ағыуын эсеп яҡты донъя менән хушлашты. Ә улар ҡуймай, туҡтамайынса сәмәй һаталар.
Нуриәхмәт әтәсен ҡосаҡлап ҡайтып инде. Тауыҡтар үҙ донъяларын үҙҙәре күреп йөрөйҙәр. Әтәсте тоҡтан сығарыуы булды осоп барып бер тауыҡты "үҙенеке" итеп тә ҡуйҙы. Әһә, оҡшатты тауыҡтарҙы тип ҡыуанды хужа кеше. Ярай, әйҙә бер-береһенә өйрәнһендәр тип өйөнә инеп китте. Зәмирәһе ауыҙы йырылып: "Тауыҡтарыңдың күңелен күрҙеңме? "- тип тора. Һүҙ ыңғайы үҙенең дә күңелен уйлайҙыр инде.
Өйөндә яйлап телевизор ҡарап, ҡатынының тәмле ашын ашап, ял итеп алғас тағы кәртәһенә сыҡты. Тауыҡтарҙың күңелдәре көр, йырлай-йырлай ем сүпләйҙәр, ә уртала Ул тора. Туҡта, кемгә оҡшап тора һуң әле? Муйынына галстук таҡҡан бер әҙәмгә оҡшай түгелме шул? Ә тороуы, артҡа ҡайҡайыңҡырап киткән хатта. Әәә, был бит күрше ауылдағы Мәхмүтыч ҡоҙаһына оҡшап тора. Ул ҡоҙаһы ғүмере буйы сысҡан түрәһе булып эшләне. Ауылда йәшәһә лә һәр ваҡыт галстук тағып йөрөр ине. Шуға уны ауыл халҡы Мәхмүтыч тей ҙә ҡуя ине. Шулай тип әйткәндәрен ул үҙе лә бик яратты шикелле ине. Ҡупырыш булды шул. Бына бит әтәс тә тап шул ҡоҙаһына оҡшап тора. Шулай итеп яңы әтәс Мәхмүтыч булып ҡалды. Хәҙер Нуриәхмәт кәртәһенә сыҡҡан һайын ҡоҙаһын күргәндәй булып ҡала.
Шулай итеп аҙна ла үтеп китте. Мәхмутыч тауыҡтар менән маз килә. Уйламаҫтан күпме байлыҡ эләкте уға. Юҡһа, тегендә хужаһының ҡарт әтәсенән таланыуҙан башы сыҡмай ине. Тик Нуриәхмәтте генә үҙенең Ғәйзуллаһы ҡайҙа булыуы борсоно.
Бер көндө тауыҡ ояһының арт яғын таҙалайым тип сыҡһа Нуриәхмәт оя аҫтынан саҡ ҡына тырпайып торған әтәс ҡойроғо күреп ҡалды.Теге ҡойроҡто тартҡан ине, бына бит хикмәт, Ғәйзуллаһының тауышы сыҡты. Әтәстең башы оя эсендә, ҡойроғо тышта килеш ҡыҫылып ҡалған икән. Нимә уйлап унда ингәндер инде, нисек Нуриәхмәт уны аңғармаған? Оя эсе ҡараңғы ине шул. Ғәйзулла, тауыҡтарын, унда хужа булып йөрөгән ят әтәсте күреп ятһа ла тотҡонлоҡтан сыға алмаған. Нуриәхмәт әтәсте артҡа тартып алып, арҡаһынан бер килке һыйпап, яратып торҙо ла тауыҡтары янына ебәрҙе. Шуны ғына көткән кеүек Ғәйзулла осоп барып Мәхмутычты осора типте. Тауыҡтар аптырашып бер мөйөшкә һырыҡты. Хужа ҡайтты, нимә була инде? Ул бит нисек итеп ят әтәстең уның тауыҡтары менән донъя көткәнен, барыһында күреп ятты. Тик тотҡонлоҡтан ғына сыға алманы. Мәхмүтыч эштең нимәлә икәнен һиҙеп, ыңғай ҡоймаға осоп менде. Бөттө былай булғас күңелле тормош уға. Ғәйзулла бик етди ҡиәфәттә командаһын барлап алды ла, донъя теүәлләнде тигәндәй, элеккесә һуҙып тороп ҡысҡырып ебрҙе. Нуриәхмәт ҡыуанысын Зәмирәһенә еткерергә өйөнә йүгерҙе. Юҡһа ул, әллә анау артта яңғыҙ йәшәгән Исмәғил һуйып ашап ҡуйҙымы икән тип шикләнә ине.
Иртәгеһен таң менән Нуриәхмәтте Ғәйзуллаһының көр тауышы уятты.
Кикирикууууук, тамаҡ тууууууҡ, ҡайғы юуууууҡ.
Нәсих СӘЛМӘНОВ.
Әбйәлил районы.