Конкурс-фестивалдәр
21 Февраль , 11:09

Йөрәгеңде усҡа тотоп

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

- Һин тәҡдиргә ышанаһыңмы?

- Юҡ, һәр нәмә кешенең үҙенән тора.

- Ә мин ышанам... Ышанам, сөнки әҙәм балаһы ла өҫтән ҡушылғандан үтеп бер ни ҙә эшләй алмай. Һин дөрөҫ әйтәһең: ысынлап та кеше күпме тырышһа, шул тиклем уңышҡа өлгәшә. Әммә беҙ тырышлыҡ тип атаған әйбер ҙә юғарынан бирелгән халәт!

- Ҡыҙыҡ! Һин философтар кеүек фекер йөрөтәһең! Ҡапыл өй дер һелкенеп китте... Бөтә ерҙә дөп тә дап!..

- Бик көслө йәшен килә шикелле - Бисмилла, бисмилла!..

- Һауа торошон ҡарайым тиһәм, интернет та юҡ та баһа!

- Телефондарҙы һүндерәйек!.. Алдағы көндә йәшен был тиклем үк көслө түгел ине. Бөгөн донъяның аҫтын өҫкә әйләндерер кеүек... Гөрһөлдәү тауышы тағы һәм тағы ҡабатланды. Шарт-шорт тауышына сиреналар ҙа ҡушылды. Беҙ эштең һауа торошона ғына бәйле булмауын аңлағайныҡ инде.

- Был шартлатыу тауыштары бит! Йәшен гөрһөлдәүе түгел!

- Нимә тип әйтәләр ул?! - Әллә!.. Мин дә бер нәмә лә аңламайым!...

- Шулай ҙа кейенәйек әле... Документтарҙы янға алайыҡ!

- Дроновая атака, ти түгелме?!

- Уй, ҡурҡыныс!.. Шартлауға эләкһәң, бер фрагментың да табылмаҫ...

- Тәүбә, тәүбә!.. Аллам ғына һаҡлаһын!.. Әллә нимә тип әйтәләр...

- Беспилотниктар һөжүме ваҡытында беренсе этажға төшөргә кәрәк түгелме һуң?

Тышта мотороллер кеүек нәмә тауышы үтеп китте. Тағы шартлау... Йәнә... Сиреналарға махсус хеҙмәт машиналары тауышы ҡушылды. - Тығырлап нимәлер урамдан үтте!

- Ял итеүселәр машинала йөрөйҙәрме икән әллә?

- Бында бер яҡлы юл! Улар ҡаршы яҡҡа йөрөмәҫ!.. Былар ғәҙәти машина түгел! Һыҙғырып үтәләр! Уф!..

- Уй Аллаҡайым! Хәтәр ҙә ул!.. Әйҙә аҫҡа төшәйек!

- Ни мәғәнә? Бер-бер хәл булһа, йорт нигеҙе менән күккә осасаҡ...

- Әй, эйе шул... Фатир йорттоң фанерҙан эшләнгән мансардаһы бит.

- Мин ҡурҡам!.. Ышыҡтан сыҡмағыҙ, тип иғлан итәләр шикелле!..

- Минең күңелем ниңәлер тыныс ул! Шулай ҙа иртәгә үк ҡайтайыҡ!

- Ысын шулай итәйек! Диңгеҙ буйында ял бик шәп, ләкин өйҙә ғаиләң менән тыныс ҡына йәшәүең мең артыҡ!

- Эйе, шул... Белгән доғаларыңды уҡы!

- Баянан бирле эстән генә уҡынып ятам!..

Гөлсибәр ШАКИРОВА.

Автор:
Читайте нас