Ҡасим телефонын оҙаҡ баҫҡылап - төрткөләп ултыра торғас ялҡты шикелле. Телефонын дивандың бер ситенә үрелеп ырғытты.
- Уф, ялҡытты уже,-тип үҙ алдына мығырлап та ҡуйҙы.
Ҙур дивандың икенсе осонда телефонына тексәйеп ултырған ҡатыны нимәнелер ентекләп ҡарай, тик ул күрмәйме икән, ике күҙен ҡыҫып-ҡыҫып ҡарай. Түҙмәне, иренә боролоп:
- Ҡасим, бынауында бер әткриткә килгән ватсапҡа, йүнләп уҡый алмайым, һикереп ялтырап тик тора. Теге Фирдәүес ҡоҙасанан килгән шикелле,- тине Гөлниса.
- Ул әткриткә - мәткриткәләр ялҡытты уже, ана ята минең телефон.
- Ысын, ысын! Ҡасим, ҡара әле, был саҡырыу әткриткәһе шикеле,- тип ныҡышты Гөлнисаһы.
- Кемгә кәрәгең бар тиең, байрамдар үтеп бөттө. Йыл буйы былай ҙа аҡса туҙҙырҙыҡ ҡына инде.
- Юҡ, Ҡасим тәүҙә яҡшылап уҡып сығыр кәрәк, был апайымдың ҡайынбикәһе яҙа юбилейына саҡырып.
- Ҡара! Ҡара! Көнөн дә яҙғандар 15-е тип!
Ҡасим ишеккә йәбештереп ҡуйылған көндәлекте бер ҡасан да күрмәгән кеүек ҡарашын шунда төбәне лә, үҙе лә аңғармаҫтан ҡысҡырып ебәрҙе:
- Һы!- тип
- Нимә булды?
- 15-е бына етеп тә килә, бер аҙнан уже! - тине.
- Әтү барабыҙмы, Ҡасим?-тип Гөлнисаһы эләктереп тә алды.
- Ә как же бармаҫҡа, барабыҙ! Яратҡан ҡоҙасабыҙға бармаһаң ҡайынбикә әбижәтсә итәсәк! Ҡайынбикәм үпкәләһә бажаның балтаһы һыуға төшөргә мужыт. Короче, барабыҙ!
Күҙе йылтырап ултырған Гөлниса иренә ҡарай шыуышып килеп хас буратино әкиәтендәге төлкөгә оҡшатып иренә һүҙ ҡушты:
- Ҡасимушка, ҡайҙа берҙе әп итеп алайым!
- Юхаһың да инде Гөлниса! -тиеп Ҡасим етди тауыш менән:
- Кейемдәрҙе әҙерләп ҡуй! Бер аҙна ваҡыт ҡалды!- тине Ҡасим.
Бер аҙна йәһәт кенә үтеп тә китте. Әйтелгән көнгә был икәү матур кейенешеп, мал-һалын күршеләренә ҡарап торорға әйтеп машинаға тейәлешеп юлға сыҡтылар. Көн бик яҡшы, ҡояш күҙҙе сағылдыра. Гөлниса эшлекле ханым кеүек ҡара күҙлек тағып алды.
Ҡасим ҡатынына төрттөрөп һүҙ ҙә табып ҡуйҙы:
- Һин, әйтәм, прямь деловой мадам! -тип.
Яуапһыҙ ҡалмаған Гөлниса:
- Мадам! Еще какая! -тип башын күтәрә биреп сайҡап ҡуйҙы.
Бер сәғәт самаһы бара торғас тәғәйенләнғән урынға килеп тә еттеләр.
- Бына инде теге кафе, - тине Ҡасим.
- Нишауа ғына күренә түгелме, тик шауата машиналар күренмәй бит? - тине Гөлниса.
- Иртә килдек шикелле, ысын, бер машина ла күренмәй! - тип Ҡасим кафе яғына етеҙ генә баҫып атланы. Кафеның алдына барып еткәс ишек тотҡаһын тартып ҡараны, ул бикле икәнен абайлағас тағы һелкетә биреп тартҡысларға тотондо. Ишек дер һелкенә башланы, ә Ҡасим туҡтаманы, тартҡылауын белде генә. Быны ҡарап торған Гөлниса ҡото осоп:
- Ҡуй, Ҡасим, емерәһең бит! Күршеһендәге магазинға инеп һорайыҡ, - тип нәселә ишекте ҡотҡарып алып ҡалды.
Магазинда бер кеше юҡ ине, инеү менән һатыусы ингән кешенән алда һаулыҡ һорашып:
- Ни йомош ине? - тип һүҙ башланы.
Ҡасим башын аҫҡа эйеберәк аяғы менән нимәнелер типкеләгән кеүек тыпырсынды. Башын күтәрә биреп һатыусыға һүҙ ҡушты:
- Беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырғандар ине ошо кафеға, ниңәлер кешеләр ҙә күренмәй, ишеге лә бикле тора, - тине. Ҡасимдың ғүмерҙә лә тирләмәгән маңлайынан тир бәреп сыҡты, лавканың таҡтаһын тырнағы менән соҡоп маташты, шулай итеп ул көскә хәбәрен тамамланы. Гөлниса бер нәмә лә булмағандай кейем-һалым ятҡан бүлексәлә әйберҙәрҙе әйләндереп тулғандыра ине.
- Тәк! - тине һатыусы.
- Бөгөн бер ниндәй ҙә ҡунаҡ - мунаҡ булмай шикелле. Һеҙҙе кем саҡырҙы? - тип тәҡеүәле генә итеп һорап ҡуйҙы һатыусы.
- Беҙҙе Фирдәүес ҡоҙаса саҡырғайны ун бишенә, - тине Ҡасим.
- Әй, Фирдәүесме? Ул бит мине лә саҡырҙы! Тик ул теге айҙың ун бише тигәйне бит!?? Һеҙ бер айға яңылышҡанһығыҙ!
Быны ишеткән Ҡасим бер һатыусыға, бер ҡатынына ҡарана -ҡарана ҡатып ҡалды. Гөлниса шым ғына баҫып ишеккә табан атланы. Ишекте асты ла, артта торған иренә ҡарана - ҡарана тышҡа атлығып сығып китте ...
Юл буйына бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәй ҡайтып ингән ирле-ҡатын ишек төбөндә бер-береһен тәү күргәндәй ҡарап ни көлөргә, ни әйтергә белмәй торҙолар.
Унан Ҡасимдың:
- Дә-ә! Бындай елле ҡунаҡ булған юҡ ине әле,- тигән тауышы тын ғына торған өйҙө яңғыратып ебәрҙе.
Марсел ХАММАТОВ.
Әбйәлил районы.