...Филология факультетын 40 йыл элек тамамлаған төркөмдәштәр осрашыуға йыйылған. Күптәренең күҙҙәренә һағыш салынһа ла, сәстәренә сал ҡунһа ла, ҡайһы берәүҙәрҙең йөҙҙәренә, әйтерһең дә, йылдар саңы бөтөнләй ултырмаған. Шул уҡ ваҡытта кемдәрҙер парһыҙ ҡалған, ҡайһылары гүр эйәһе булып ҡуйған. Улар өсөн көрһөнөшөп, күҙҙәр йәшкәҙәп ултыра торғас, һағынышып ҡыҙыҡ саҡтарҙы иҫләп, көлөшөп, йәшлек йылдарына ҡайтып әйләнделәр. Шул саҡ берәү:
- Миңһылыу, йәш саҡта “байкалар” менән һыйларға әүәҫ була торғайның, әйҙә, берәй ҡыҙыҡ хәлде һөйлә әле! - тип һалды. Башҡалар ҙа геү килеп хупланы. Олпатлана төшһә лә, йөҙҙәре лә, күҙҙәре лә көлөп торған ихлас ханым, аяғүрә баҫып төркөмдәштәренә күҙ йүгертеп сыҡты ла:
- Ниса ла, Әхәт тә бында, уларҙы нисек ҡауыштырыуым тураһында бәйән итәйем әле, - тине. Барыһы ла диҡҡәт менән уға төбәлде.
Миңһылыу әкрен генә хәтер йомғағын тағата башланы.
- Яңы уҡырға килгәнбеҙ. Бөтәбеҙҙе лә ятаҡтың беренсе ҡатына урынлаштырҙылар. Нисаға, атаһы ла, туғандары ла “блатной” булараҡ, юғары ҡаттан бүлмә бирелде. Ул мине лә саҡырҙы. Ҡыуанып риза булдым. Йәшәп ятабыҙ. Нисаға икенсе факультеттан әсәһенең уҡыусыһы - Әхәт килеп йөрөй. Егет уның тырнаҡ остарына тиклем ғашиҡ, ә ҡыҙ иғтибар ҙа итмәй. Сөнки үҙенең һөйгәне бар, әммә ата-әсәһе, уның заттарын ҡабул итмәгәнгә күрә, аралашырға рөхсәт итмәй. Шуға күрә ҡыҙ бөтә ҡоһорон Әхәткә төшөрә. Ә егет уны ҡаратыр өсөн нимә генә эшләмәй, ҡайҙа ғына саҡырмай.
Бер көн Әхәт Нисаны йәнә ҡайҙалыр саҡырғайны, тағы ла риза булмай бүлмәнән сығып киткән сағы ине, тоттом да Әхәткә: “Әйҙә, иртәгә киноға ике билет алып кил дә, Нисаны киноға саҡыр. Бармайым, тип эре ҡыланып ултырһа, һин: “Миңһылыу, әйҙә, икәүләп барайыҡ!” - тип әйт. Мин риза булырмын да, икәүләп сығып китербеҙ. Әйҙә, ҡыҙғанһын әле! Шунан иртәгәһенә лә билет алып килерһең дә, тағын уны саҡырырһың. Әгәр унда ла һауаланһа, бүтән былайтып ыҙалап йөрөмә!” - тинем. Егет тыңланы.
Кис етте. Мин матур кейенеп әҙер генә ултырам. Әхәт килеп инде лә, ҡыҙҙы киноға саҡырҙы. Ниса теләр-теләмәҫ: “Ваҡытым юҡ, бармайым!” - тип артын бороп ултырғайны ғына, Әхәт: “Миңһылыу, әйҙә икәү барайыҡ, атыу билет әрәм була”, - тиеүе булды, һикереп тороп, егетте ҡултыҡлап сығып киттем. Ниса ауыҙын асып ултырып ҡалды.
Кино шәп булды. Унан һуң Әхәт туңдырма менән һыйланы, оҙаҡ ҡына урам буйлап йөрөнөк. Ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтып инһәм - әхирәтем турһайған. Бүлмәләш ҡыҙҙар: “Һеҙ ҡултыҡлашып сығып киткәс, Ниса үҙенә урын тапмай бер инә, бер сыға”, - тип көлә-көлә һөйләйҙәр. Иртәгәһе көн кис етә башлағас Нисабыҙ йөрөй-йөрөй ҙә, сәғәткә күҙ һалып ҡуя. Ниһайәт, Әхәт килде. “Ниса, әйҙә киноға...”, - тип әйтеп тә бөтмәне: “Әйҙә!” - тип сат йәбешеп, икәүләп сығып киттеләр...
Төркөмдәштәрҙең дәррәү көлөүе ҙур кафены яңғыратты. Табындаштары бер аҙ тынысланғас, Миңһылыу телмәрен ары дауам итте:
- Шунда Ниса минән ныҡ ҡыҙғанды шикелле, хатта икенсе бүлмәгә күсеп китте. Бүтән аралашманыҡ. Ә Әхәт менән улар өйләнеште, ике балалары бар. Ниса, ул ваҡытта мин шулайтып һеҙҙе ҡауыштырҙым бит. Һаман эреләнеп йөрөһәң, Әхәтеңә ҡыҙҙар табыла ине, - тине.
Әхәт:
- Миңһылыу, ул ваҡытта һинең киноға барыу идеяң шәп булды. Был хәлде уйлап сығармаһаң, эш хөрт ине бит! - тине көлөп. - Рәхмәт, беҙҙе ҡауыштырҙың, хәҙер бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, матур ғына йәшәп ятабыҙ, шөкөр! Әйҙәгеҙ, именлек-һаулыҡ өсөн күтәрәйек!
Төркөмдәштәр артабан йәш саҡтарына сәйәхәт ҡылды. Шул арала Ниса Миңһылыу янына килеп: “Мин бит киноға барыу уйын һин тәҡдим иткәнеңде белмәнем, Әхәтте үҙенә ҡаратырға йөрөй, тип уйланым. Әлдә һөйләнең әле, күңелдәге юшҡын юйылды, әхирәткәй!” - тип йылмайып Миңһылыуҙың иңенә күпереп торған өр-яңы шәлъяулыҡ япты.
Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева).
Баймаҡ ҡалаһы.