Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
25 Февраль , 12:10

Елле ҡунаҡ

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Ҡасим телефонын оҙаҡ баҫҡылап, төрткөләп ултыра торғас, уны дивандың бер ситенә ырғытты ла:

- Уф, ялҡытты, - тип үҙ алдына мығырлап ҡуйҙы.

Ҙур дивандың икенсе осонда ултырған ҡатыны телефонынан ике күҙен ҡыҫып-ҡыҫып нимәлер ҡарай. Бер аҙҙан түҙмәне, Гөлниса иренә боролоп:

- Ҡасим, бынауында бер әткриткә килгән ватсапҡа, йүнләп уҡый алмайым, һикереп тик тора. Теге Фирдәүес ҡоҙасанан килгән шикелле, - тине.

- Ул әткриткә-мәткриткәләрялҡытты уже, ана ята минең телефон.

- Туҡта әле  Ҡасим, ҡара әле, был саҡырыу әткриткәһе шикеле, - тип ныҡышты Гөлниса.

- Кемгә кәрәгең бар тиең, байрамдар үтеп бөттө. Йыл буйы былай ҙа аҡсаны туҙҙырҙыҡ ҡына.

- Юҡ, тәүҙә уҡып сығыр кәрәк, был апайымдың ҡайынбикәһе юбилейына саҡырып яҙа. Көнөн дә яҙғандар.

Ҡасим ишеккә элеп ҡуйылған календарға бер ҡасан да күрмәгән кеүек төбәлде лә, үҙе лә аңғармаҫтан ҡысҡырып ебәрҙе:

- Һы! Ун бише бына етеп килә, бер аҙнан бит, - тине.

- Әтү барабыҙмы, Ҡасим?

- Ә кәк же бармаҫҡа, барабыҙ! Яратҡан ҡоҙасабыҙға бармаһаң, ҡайынбикә әбижәтсә итәсәк! Ҡайынбикәм үпкәләһә, бажаның балтаһы һыуға төшөргә мужыт.

Гөлниса иренә ҡарай шыуышып килеп, хас буратино әкиәтендәге төлкө кеүек һүҙ ҡушты:

- Ҡасимушка, ҡайҙа берҙе әп итеп алайым.

- Юхаһың да инде Гөлниса! Кейемдәрҙе әҙерләп ҡуй, бер аҙна ваҡыт ҡалды, - тине Ҡасим етди тауыш менән.

Бер аҙна үтеп тә китте. Әйтелгән көнгә икәүләшеп матур кейенешеп, мал-тыуарын күршеләренә ҡарап торорға әйтеп, юлға сыҡтылар. Көн матур, ҡояш күҙҙе сағылдыра. Гөлниса эшлекле ханым кеүек ҡара күҙлек кейеп алды. Ҡасим ҡатынына төрттөрөп:

- Һин прямь деловой мадам, - тип ҡуйҙы.

- Мадам! Еще какая! - тип башын сайҡаны Гөлнисаһы.

Бер сәғәт тирәһендә тәғәйенләнғән урынға килеп тә еттеләр.

- Бына инде теге кафе, - тине Ҡасим.

- Нишауа ғына күренә түгелме, тик шауата машиналар күренмәй бит? - тине Гөлниса.

- Иртә килдек шикелле, - тип Ҡасим кафе яғына атланы. Барып еткәс ишектең бикле икәнен абайланы, тотҡаны тартып һелкетергә тотондо. Ишек дер һелкенә, ә Ҡасим һаман тартҡылауын белде. Быны күргән Гөлниса ҡото осоп:

- Ҡасим, емерәһең бит. Күршеһендәге магазинға инеп һорайыҡ, - тип ишекте ҡотҡарып  ҡалды.

Магазинда кеше юҡ ине, һатыусы:

- Ни йомош? - тип һораны.

Ҡасим башын күтәрә биреп һатыусыға һүҙ ҡушты:

- Беҙҙе ошо кафеға ҡунаҡҡа саҡырғандар ине, ниңәлер кешеләр күренмәй, ишеге лә бикле, - тине. Шул саҡ Ҡасимдың ғүмерҙә лә тирләмәгән маңлайынан тир бәреп сыҡты, ул көскә хәбәрен тамамланы. Гөлниса бер нәмә лә булмағандай кейем-һалым ятҡан бүлексәлә әйберҙәрҙе әйләндереп-тулғандыра ине.

- Бөгөн бер ниндәй ҙә ҡунаҡ булмай шикелле. Һеҙҙе кем саҡырҙы? – тип һатыусы тәҡеүәле генә  һорап ҡуйҙы.

- Беҙҙе  ун бишенә Фирдәүес ҡоҙаса саҡырғайны.

- Әй, Фирдәүесме? Ул бит мине лә саҡырҙы. Тик ул киләһе айҙа тигәйне...

Быны ишеткән Ҡасим бер һатыусыға, бер ҡатынына ҡарап ҡатып ҡалды. Гөлниса шым ғына баҫып ишеккә табан атланы.

Юл буйына бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәй ҡайтып ингән ирле-ҡатын ишек төбөндә бер-береһен тәү күргәндәй ҡарап ни көлөргә, ни әйтергә белмәй торҙолар.

Унан Ҡасимдың көлөмһөрәп:

- Дә-ә! Бындай елле ҡунаҡ булған юҡ ине әле, - тигән тауышы тын ғына торған өйҙө яңғыратып ебәрҙе.

Марсель ХАММАТОВ. 

Әбйәлил районы.

Автор:
Читайте нас