Ябалаҡлап матур ҡар яуа. Алмаҡай әбей тәҙрәнән ошо хозурлыҡка бер аҙ ҡарап торҙо ла, бәйләмен алып диванға ултырҙы. Эйе, тағы ла бер йыл ғүмере үтте. Бөгөн Яңы йыл кисәһе. Аҙ ғына моңһоуланып та алды. Ҡыҙы алып ҡайтам тип тырышһа ла, бармай ҡалды. Аптырағас, күстәнәстәренҡалдырып, ҡайтып киттеләр.
Бер аҙҙан шыршы тотоп улы килеп инде:
Эшен бөткәс, әсәһенең тәмле бөйөрөктәре менән сәй эсеп, ҡайтып китте. Улын оҙатҡас матур шыршыға ҡарап уйланып ултырҙы Алмаҡай әбей. Диндә Яңы йыл байрамы юҡ тиҙәр ҙә ул, әммә улына ҡаршы килә алманы. Йымылдап ултырған шыршыға ҡарап, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрҙө...
1970 йылдың Яңы йыл кисәһе. Алмаҡайға 17 йәш. Ҡарһылыу булып кейенгән ҡыҙ шыршы тирәһендә бейей. Ә эргәһендә Ҡыш бабай бүләктәр тарата. Кисә тамамланғас, Алмаҡай ҡайтырға сыҡты. Бәй, Ҡыш бабай уны оҙата килә түгелме. Бабай түгел, оҙон буйлы сибәр егет икән. Һөйләшә-һөйләшә ҡайттылар, егеттең тулҡын-тулҡын ҡара сәстәренә күбәләкләп аҡ ҡар ҡуна ине. Тап бөгөнгө төн кеүек ине. Эх, балалары, ейәндәре менән Алмаҡайын ҡалдырып, бабайы баҡыйлыҡҡа күсте шул...
Алмаҡай әбей сәғәткә ҡараны. Бәй, төнгө намаҙ еткән бит. Тәһәрәт алып, намаҙ уҡыны,балаларым, ейәндарем һау булһындар тип, Яңы йылға теләктәрен бағышланы. Унана сәғәт 12-не көтөп тормай, йоҡларға ярты.
Хикмәтле бер төш күрҙе ул. Имеш диңгеҙ адмиралы формаһын кейгән егет уға ҡулдарын һуҙып, йылмайып килә. Әбей кинәт иҫәнгерәп уянды. Был ни хәл? Егеттәр төшөнә керәсе? Кисә Серужа тейгән урыҫ малайын күргәйне.
- Ә-ә-ә! Был егеттәр ҡиәфәтендә Ғазраил фарештә киләме әллә? Ю-юҡ, мин бармайым! Минең әле ейәндәремә терәк булып йәшәйһем бар. - тине үҙ алдына.
Иртәнге намаҙын уҡығас, Алмаҡай әбей тағы доға ҡылды: “Эй Аллам! Һин әлегә мине егеттәр менә алдаштырып алып китмә инде. Ейәндәремдең иҫән-һау аяҡка баҫҡандарын күрәһем бар”.
Роза Нуретдинова.
Учалы ҡалаһы.