Бөтә яңылыҡтар
Конкурс-фестивалдәр
27 Февраль , 12:16

Беренсе уҡыу көнө

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Тәүге тапҡыр уҡыуға барып, 1 сентябрҙә “1” алып ҡайтҡан кеше мин генәлер.

Мәктәпкә матур итеп кейенеп, сәсемде сикәләп үрҙертеп, һап-һары матур портфелемде тағып, осоп-ҡунып тигәндәй барҙым. Тик эсемде бошороп торған бер нәмә бар. Бер көн алда, ун йыл буйы бер партала ултырырбыҙ, тип һүҙ бирешкән Ләйлә әхирәтем менән пыр туҙып әрләштек. Хәҙер кем менән парталаш булам тип.

Әсәйем менән класҡа ингәс, аптырап ҡалдым. Башҡалар иртәрәк килеп, парлашып  ултырышып бөткәндәр. Иң артҡы партала ултырған малай эргәһендә генә урын буш. Аръяҡтыҡылыр инде. Унан башҡа тағы мин белмәгән ике малай бар.

Ләйлә һауалы ғына ҡарап, беҙҙең урамдың иң осонда йәшәгән Гөлнур менән беренсе рәттең иң алғы партаһында ултыра. Әсәйем күп уйлап торманы, беләгенән тотоп Гөлнурҙы торғоҙҙо ла:

- Бар һин анау малай эргәһенә ултыр, - тип мине Ләйлә менән ултыртты.

Ул арала йәш кенә уҡытыусы инеп, үҙе менән таныштырҙы ла, балаларҙың белемен тикшерә башланы.

- Ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ, кем нисәгә тиклем һанай белә?

Ләйлә лә, мин дә йөҙгә тиклем һанай белә. Апайҙарҙан отоп алған шиғырҙарҙы ла һөйләйбеҙ. Тик әле беҙҙә дәрес ҡайғыһы юҡ. Ләйлә парта аҫтында “партизан” һуғышы асып ебәрҙе. Ипләп кенә төрткөләшәбеҙ, семтешеп тә алабыҙ. Ул ғына етмәгән, сумкаһының йоҙағын аса торған осло сөйө менән ҡулыма сәнсә. Бер аҙ түҙеп ултырҙым да, муйынынан тотоп, йоҙроҡ менән башына тондорҙом. Ләйлә:

- Апай, Гөлкәй һуға, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.

- Баҫ! - тине уҡытыусы, - Ҡалай тәртипһеҙ ҡыҙ. Ултыр! Бер!

Ләйлә “Кремль сәғәте” шиғырын һөйләп, “4” алды. Минән һорамағас, тик кенә ултырҙым. Мәктәптән сығыуға апайҙарыбыҙ килгән ине. Ләйлә тупһанан уҡ: “Гөлкәй “1”, ә мин “4” билдәһе алдым”,  - тип ҡысҡырҙы. Апайым көйөп:

- Эшкинмәгән! - тине лә, мине лә көтмәй ҡайтып китте. Ләйлә эре генә ҡарап, апайы менән етәкләшеп атланы.

Бына шулай тамамланды минең өсөн беренсе уҡыу көнө. Был хәлде хәҙер көлөп кенә хәтерләргә ҡалды.

Гөлдәр Кәримова.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Автор:
Читайте нас