Бөтә яңылыҡтар

"Әлдә күҙең алынмалы түгел"

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Бер көн Хәлимә ике ҡыҙы менән Мәхмүт ауылындағы туғандарына барып, улар менән  һаҙлыҡ яғына мүк еләге йыйырға баралар. Емеш ҡыҙарып бешкән, үрелеп ал да, йый ғына. Тумарлыҡтан тумарлыҡҡа ырғып, ихласлап еләк йыялар.

 Һауыты тулып барғанда ғына, Хәлимәнең сөскөрөп ебәреүенә ауыҙындағы “хөкөмәт” теше тумар араһындағы һыуға  төшә китә. Нишләһен инде, теш кәрәк, Хәлимә һыуға ҡулын тығып, эҙләргә керешә. Һаҙ һыуын күпме болғаһа ла, таба алмай. Башҡа еләкселәр ҙә йыраҡҡа киткән, уны эҙләп ҡысҡырыша башлайҙар. Теште таба алмай ҡайтып китәләр. Иртәгәһенә Сермән дауаханаһына теш ҡуйҙырыу ниәте менән теш табибына бара.

- Тиҙерәк эшләмәҫһегеҙ микән, миңә тиҙҙән концертта йырларға кәрәк, - ти Хәлимә.

- Тиҙ генә булмаҫ, әле, сөнки иртәгә шәмбе, ялымда Мәхмүт ауылына ғаиләм менән мүк еләге йыйырға барабыҙ, - тип табип йылмайып. Хәлимәлә ниндәйҙер өмөт сатҡылары уянып китә.

- Минең тешем шундағы кәкре ҡайын янында төшкәйне, тапһағыҙ алып ҡайтығыҙ әле, зинһар, - тигән була.

Хәлимәгә яңы теш эшләтеп алырға тура килә. Бер көн иртән ғаиләләре менән бесәнгә йыйыналар. Тракторын ҡабыҙған ире сабырһыҙланып бесәнгә барыусыларҙы көтә.тик өйҙәгеләр Хәлимәнең “хөкүмәт” тешен таба алмай оҙаҡ сыҡмай.

- Кисен ошондағы көрөшкәгә генә һалғайным, юҡ бына. Ҡыҙым, һин моғайын ҡашығаяҡ йыуған һыу менән бергә сүплеккә түккәнһеңдер, - тип ороша. Сүплекте, шкафтағы һауыт-һабаны ҡарап бөтәләр, тапмайҙар.  Ҡыҙы аптырағандан:

- Әсәй, тешең бер-бер ауыҙыңда түгелме?

Ҡараһа, ысынлап та ауыҙында булып сыға. Ире ниңә оҙаҡлағандары һорағас, йор һүҙле ире көлөмһөрәп:

- Тешең алынмалы булыуы еткән, әлдә күҙең алынмалы түгел, - ти.

Хәҙер “хөкүмәт” теше менән йөрөгәндәргә яҡындары шаяртып: “Әлдә күҙең алынмалы түгел,” тигән булалар.

Эльвира СӘЙӘХОВА.

Шығай ауылы.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас