Яңы йыл алдынан хыялдар, ысынлап та, тормошҡа аша ла ҡуя икән! Доньяла ике генә байрам бар - тыуған көн һәм Яңы йыл, тип һанаған Азаматҡа быйыл яратҡан байрамын атаһының тыуған ауылында ҡаршыларға тура килде. Атаһы Себерҙә вахтала, ә әсәһе көтмәгәндә ауырып китте. Азаматты, әлбиттә, ауылға ебәрҙеләр.
Шыршы байрамына Яңы йыл символы - Йылҡы булып кейенәсәк Азамат. Уны ауылда берәү ҙә танымаясағы бигерәк тә шатландырҙы. Кейеме лә ниндәйерәк бит әле! Байрамға бөтә әйберҙәре лә әҙер булыуына ҡарамаҫтан, кейемен ҡырҡ кейеп ҡараны. Ҡартәсәһе лә ейәненең ыңғайына әле аттың ҡойроғон, әле ялын матурлап маташты.
Кисте саҡ көтөп алдылар. Яңы йыл байрамы ғәҙәттәгесә башланды. башта балалар күмәкләп Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы саҡырҙылар. Бындай ҡалын, әкиәти тауышлы, мөһабәт Ҡыш бабайҙы Азамат тәгә күрә. Әллә ысынлап та урмандан килдеме икән тигән уй ҙа инеп сыҡты башына. Ҡыш бабай серле таяғы менән шыршы уттарын тоҡандҙы. Балалар ҡыуанышып шыршы тирәләй өйрөлөп йырҙар йырланылар, бейенеләр. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сағыу төҫтәге кейемле Йылҡыны үҙҙәренең эргәһендәрәк тоторға тырыштылар, ахыры. Бер нисә уйынға Азаматты хатта башлап йөрөүсе итеп тә ҡуйҙылар. Костюмдарға бүләктәр тапшырғанда, уны ла тәүгеләр рәтендә ҡотланылар, тик әлегә кем икәнен генә белә алманылар. Жюри ағзалары Азаматтан һорап та ҡаранылар. Ә ул: “Иһа-һа-й-й-й!” – тиеү менән генә сикләнде.
Бүләктәрен бер һиҙҙермәй генә ҡартәсәһенә тапшырып, шыршы янына етеп килгәндә Азамат иҙәндән ҡағыҙ киҫәге табып алды. Иғтибарлыраҡ ҡараһа - лотерея! Был мәлдә башында ҡапма-ҡаршы ике фекер көрәште. Беренсеһе - лотереяны хужаһына ҡайтарып бирергә кәрәк тиһә, икенсеһе - уны бит юғалтҡандар, тимәк һинеке, тип иҫбатлай ине.
Бер мәл Ҡарһылыу лотерея уйынын үткәрергә ярҙамсы саҡырҙы. Азамат еңел һулап ҡуйҙы. Ҡулын өтөп барған ҡағыҙ киҫәген кеҫәһенә һалды ла, Ҡарһылыу тартып сығарған билет номерҙарын ҡысҡырып иғлан итә башланы.
83-сө һанлы билетты иғлан иткәйнеләр, яуап биреүсе булманы. Азамат ипләп кенә кеҫәһендәге билетты сығарып ҡараһа, тап шул! Табышы тураһында ҡысҡырып әйтергә иң уңай мәл дә бит тик ,ниндәйҙер көс тотҡарлай. Ул арала Ҡарһылыу киләһе билетты сығарҙы. Азаматҡа уйынды дауам итеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Билеттар уйнатылып бөткәс, Ҡарһылыу шыршы тирәләй балаларҙы теҙә лә башланы. Кәрзиндә бер Барби ҡурсағы ғына етемһерәп ятып ҡалды. Азаматтың иғтибарын Ҡар бөртөгө булып кейенгән, илап торған ҡыҙ йәлеп итте.Табып алған билеттың уныҡы булыуын аңлап:
- 83-сө һанлы билет табылды. Кем билетын юғалтты? - тине ҡысҡырып.
Ҡар бөртөгө булып кейенгән ҡыҙҙы етәкләгән апай ғәйепле тауыш менән:
- Мәүлиҙә ҡыҙым билетын юғалтҡайны, тик номерын иҫләмәй. Беҙҙеке булһа ярар ине лә, - тине.
Балалар:
- Һеҙҙеке, Мәүлиҙәнеке! - тип ҡыуанышып ҡысҡырыштылар.
Азамат өҫтөнән ҙур йөк төшкәндәй, ҡыҙсыҡҡа ҡурсаҡты тотторҙо. Етемһерәп ятҡан ҡурсаҡ та ҡыуанысынан йылмайып ебәргәндәй тойолдо Азаматҡа.
Нәсибулла Һаҡмаров.
Сибай ҡалаһы.