Бөтә яңылыҡтар

Өфөләргә барам әле

САБИР ШӘРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ УЙМАҠ ХИКӘЙӘЛӘР КОНКУРСЫ

Ауылда тулы булмаған мәктәпте тамамлағас, артабан урта белем алыу тураһында хыялланған уйҙарыбыҙҙы тормошҡа ашырып, Кәрим менән район мәктәп-интернатына уҡырға барҙыҡ. Бер партала ултырғас, көндәрҙе гел бергә үткәргәс, күрше лә булғас, яңы ергә урынлашып уҡып китеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Икебеҙҙә күмәк балалы ғаиләлә төпсөк, атай-әсәйҙәр күптәнән хаҡлы ялда. Атайҙарыбыҙ - һуғыш ветерандары.

Мәктәп йылдары шаулап-гөрләп үтеп китте. Сығарылыш имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырып, күптәнән уйланылған хыялыбыҙҙы тормошҡа ашырырға, башҡалаға барып ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә, артабан тыуған совхозға эшкә ҡайтырға тип оло юлға йыйындыҡ.

Тәүгә оло юлға сыҡҡан кинйәкәүҙәрен ата-әсә нөғәтләп юлға әҙерләне. Ҡалала кеҫә бурҙарының күп булыуын, аҡсаларын һаҡлап тотоуҙарын үтенеп, күберәк сумманы эске кейемдәренә тектеләр. Класташтар ауылдан район үҙәгенә, унан һуң поезд йөрөгән ҡалаға тиклем автобус менән барып, билет алып, поезға ултырҙылар. Бергә барған юлдаштары ла тиңдәштәре булып сыҡты. Тик уларҙың береһе күптәнән Өфө лә техникумда, ә икенсеһе хәрби училищелә уҡыйҙар икән. Дүртәүләп бик оҙаҡ һөйләшеп, юлға алған аҙыҡтары менән үҙәк ялғағас, йоҡларға яттылар. Иртәнсәк туалетка киткән Айҙар ауыҙы ҡолағына етеп: Егеттәр мин илле һум аҡса таптым, - тип ҡыуанып йүгереп килде. Тапҡан аҡсаһын дүртебеҙгә ғәҙел итеп бүлеп тә бирҙе.

Күпмелер ваҡыт үткәс кейемдәрен ҡапшап ултырған Айҙар:

- Егеттәр, минең эс кейемгә тегелгән аҡсаларым юғалған. Үҙемдең аҡсамды үҙем тапҡаным.

Көлөшә-көлөшә ярай таралышып өлгөрмәгәнбеҙ, тип аҡсаларын кире бирҙек. Шулай итеп баш ҡалаға килеп төштөк. Беҙҙе таксистар уратып алды. Осһоҙға ғына кәрәкле ергә алып барабыҙ, тигәс ултырып киткәйнек, оҙаҡ та барманыҡ, биш һум аҡсабыҙҙы түләп төшөп ҡалдыҡ.

Аҙаҡ вокзалға трамвай менән биш тингә барып була икәнен белгәс йөрәгебеҙ әрнене инде. Туғандарыбыҙ йәшәгән фатирға урынлашып, документтарыбыҙҙы тапшырып, имтихандарға әҙерләнә башланыҡ.

Бер көндө иртәнсәк ҡобараһы осҡан Айҙар ағайымдарға килеп инде. Баҡһаң, магазин эргәһендә торған сиғандар аҡсаһын алып ҡалған.

Аптыраған ағайым: “Әллә таланылармы?”, тигәс:

- Юҡ, илле һум бирһәң фокус күрһәтәм, аҡсаңды йөҙ һум итеп бирәм, - тигәстәре сығарып биргәйнем. Ҡулына алды ла әллә нимәләр әйтеп өргәйне аҡсам юҡҡа сыҡты. Һуңғы аҡсам ине, - тип һөйләп тә бөтмәй илап ебәрҙе.

Яңыраҡ ҡына сит илдән гастролдән ҡайтҡан ағайым, биленә сувенир хәнйәрен тағып, беҙҙе эйәртеп магазинға китте. Ҡайһы сиған аҡсаһын алғанын белгәс, ағайым:

- Малайҙың аҡсаһын бирегеҙ, йә яҡшылыҡ көтмәгеҙ, - тип пиджәген асып хәнйәрен күрһәткәс:

- Мин талап алманым, үҙе бирҙе, - тип сиған аҡсаны кире бирҙе. Аҡсаһын ҡулына эләктергән Айҙар йән фарманға сапты.

- Туҡта, ялған аҡса түгел микән? - тип ағайым менән уны саҡ ҡыуып еттек.

Шулай мажараларға осрап, конкурстан үтмәй, кире ауылға ҡайтып килдек.

Бер йыл совхозда эшләп, Айҙар икенсе йылына уҡырға инеп, диплом алғас, ауылда оҙаҡ йылдар зоотехник булып эшләне. Ә Кәрим ҡалала заводта эшләп, культура-ағартыу техникумын тамамлап, ауылға ҡайтып оҙаҡ йылдар клуб мөдире булып эшләне.

Әнүзә Мәжитова.

Баймаҡ районы.

Автор:
Читайте нас