Йәй айы. Яңы ғына сығып килгән ҡояш нурҙары үләндәге иртәнге саф ысыҡ тамсыларының һәр береһен иркәләп, күҙҙәрҙе сағылдырын емелдәшә. Йоҡонан уянып ҡына килгән сәскәләрҙең хуш еҫтәре дымлы һауа менән бергә ҡушылып, һулап туйғыһыҙ еҫ йәнде иркәләй.
Яңы ғына хужабикәләре һауып сығарған һыйырҙар мөңрәүе, әсәләренән айырылырға теләмәгән быҙауҙарҙың иркәләнеп кенә баҡырған тауыштары ла күңелгә рәхәтлек бирә. Ғәриф ошондай сихри матур таңда тау юлы буйлап Ҡаратау яғына атлай. Кәүҙәгә бәләкәйерәк булһа ла аҙымдары ныҡ, ышаныслы уның.
- Юҡ инде, еңел генә күндерә алмаҫһығыҙ, - тип, ишетерлек итеп әйтеп ҡуйҙы ярһыу менән. Иртәнге ҡоштар тауыштарына күмелгән, яҡты аҡландан, ҡояш нурҙарын үткәрмәгән, ҡуйы, ҡара урманлы Ҡаратауға яҡынлашҡан һайын уның шомлолоғо үҫмерҙең күңеленә күсте. Кисә бергә эшләп йөрөгән геологтарҙың: “Был бала беҙеңсә аңламай, тип үҙҙәренсә һөйләшеүҙәрен аңлап, уны үҙҙәре менән бергә алып китергә йыйыныуҙары тураһындағы уйҙары ла был шомлолоҡто нығраҡ арттырҙы. Бөгөнгө йоҡоһо ла йоҡо булманы. Эштән ни тиклем арып ҡайтһа ла, төнө буйы йоҡлай алманы. “Оҙаҡламай ҡайтырмын”, тип китһә лә, оҙаҡланы шул атаһы. Исмаһам өләсәйем дә йәшәмәне бит, ул булғанда “Халыҡ дошманы” балаһы тигән йәберҙәрҙе ишеттерергә юл ҡуймай ине. Хәҙер яҡлаусыһы ла, һаҡлаусыһы ла юҡ. Ошо геолог ағайҙар килгәс, әҙерәк тамаҡ туйып, өҫтө лә ярайһы ғына бөтәйеп ҡалды. Улар үҙҙәре менән тиң күреп, буш ваҡытта уҡырға китаптарын да биреп ҡуялар. Ғәрифтең эшкә егәрлелеге генә түгел, отҡорлоғо, тиҙ отоп алыусанлығы ла оҡшай ине уларға. Етәкселәре бигрәк тә үҙ улылай күреп, янынан ебәрмәй ҡарап, ҡурсып ҡына йөрөттө. Интегеүҙәргә, аслыҡ яланғаслыҡҡа йонсоған Ғәриф күҙгә күренеп матурайып, үҫеп киткәндәй булды.
- Ҡайтып китһәләр нимә эшләр, нисек кенә көн күрер? Һеңлеһен дә ҡарарға кәрәк. Эх, атай, исмаһам ҡош телендәй генә хәбәрең юҡ! Миңә нисек көн күрергә? Ни тиер инең икән? Бәлки улым уҡымышлы кеше булырһың, тәүәкәллә, тиер инең. Юҡ, юҡ атай! Һатмам һинең исемеңде. Тап төшөрмәм башҡортлоғома, үҙ милләтемдең тоғро улы булып ҡалырмын, - тигән ныҡлы ҡарарға килеп, үгәй әсәһе менән һеңлеләрен уятмаҫ өсөн, һаҡ ҡына тороп, һыу күтәреп эсте лә, эшенә ашыҡты.
Килеп еткәнендә геологтар эш башлаған ине инде. Баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп үтеп китергә йыйынған Ғәрифте етәкселәре туҡтатып күреште. Бер кемгә бер ҡасан да ауыр һүҙ генә түгел, насар ҡарашы ла булмаған етәксенең йөҙө башҡа көндәргә ҡарағанда етди лә, борсоулы ла ине.
- Ғәриф кереп сыҡ әле, һөйләшәһе һүҙ бар, - тип плакаткаларына саҡырып алды һәм оҙаҡламай ҡайтып китәсәктәре, әгәр теләге булһа, үҙҙәре менән бергә алып ҡайтырға уйлауын әйтте.
- Бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәҫһең, һин отҡор, зирәкһең, уҡырға тейешһең, - тине. -Үҙеңдең “Халыҡ дошманы” балаһы икәнеңде лә оноторһоң, тик бының өсөн исем, фамилияңды үҙгәртергә кәрәк булыр.
- Атайым “Халыҡ дошманы” түгел. Оҙаҡламай аҡлаясаҡтар атайымды,- тип ғорурлыҡ менән, ысын ирҙәрсә әйтте. Шул саҡ үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо, сөнки өлкәндәр алдында ҡурҡмай, атаһының исемендәге ҡара тапты аҡ тип, тәүгә әйтеүе. Заманында ауыҙ тултырып һүҙ әйтеү генә түгел, уйлауы ҡурҡыныс ине.
- Атайыңдың исемен телгә генә алыуҙа хәүефле улым, уның тураһында ҡысҡырып һөйләү һинең үҙеңдең ғүмереңә ҡурҡыныс менән янай. Ныҡлап уйларға, ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Ни тиһәң дә, яҙмышың хәл ителә бит.
- Уйлағанмын. Йөрәгендә халҡына оло һөйөү, күңелендә тауҙар ғорурлығын йөрөткән, йәне-тәне менән тыуған төйәге тип йән атҡан, мине лә үҙенең өлгөһөндә - тыуған ерҙе яратырға, ниндәй генә ауыр хәлдәр булмаһын халҡымдың тоғро улы итеп тәбиәләгән атайымдың ҡулға алырлыҡ ниндәй ғәйебе булғанын аңламайым, - тип тамағына килеп тығылған төйөндө йәш аралаш саҡ йотоп ебәрҙе лә, өҫтәлгә ятып үкһеп илай башланы.
Һүҙҙе дауам итеү мәғәнәһеҙ икәнен аңлаған етәксеһе, Ғарифтың арҡаһынан атайҙарса һөйөп тынысландырырға тырышһа ла, ошо тормош юлын яңы башлап, киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп, ләкин оло һынауҙар алдында япа-яңғыҙы тороп ҡалған үҫмер бала уға йәл, бик йәл ине. Тик уның хәлен еңеләйтерлек бер ниндәй ҙә ҡарарға килә алмағанына асыуы килде. Мин һиңә адресымды яҙып ҡалдырам бәлки кәрәге тейер, тип әйтеүҙән башҡа йылы һүҙ таба алманы...
Сәүиә Солтанова. Белорет районы.