Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Октябрь 2018, 11:02

Үҙаллылыҡ емеше - "Тирмәкәй"

Тыуған көн - бала саҡ байрамы "Тирмәкәй"ҙә ул бөгөн. Ысын күңелдән бүләк итәбеҙ Миллион йылмайыуҙар. Шиғырын ҡабатлай-ҡабатлай улым менән балалар баҡсаһына ашығабыҙ. Бөгөн яратҡан баҡсабыҙҙың тыуған көнө! Ул 15 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 14 йыл элек ҡыҙыбыҙ ҙа "Тирмәкәй" ишектәрен тәү тапҡыр асып ингәйне бит. Уның да яратҡан баҡсаһына арнап ятлаған шиғыры хәтерҙә. Республикабыҙҙың үҙаллылыҡ емеше булып торған берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһына бөгөн ҡунаҡтар ҙа киләсәк. Оло апайағайҙары алдында улымдың да, апайы кеүек, яратҡан баҡсаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергеһе килмәй. Әйткәндәй, балалар баҡсаһы коллективы, тәрбиәләнеүселәре лә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Тәжрибәле, оҫта ойоштороусы Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаева уңған, тырыш, балаларҙы яратҡан, үҙ эшенең оҫтаһы булған коллектив туплауға өлгәшкән.

15 йыл элек 16 бала тәрбиәсеапайҙары - Сибәғәтова Сәриә Усман ҡыҙы һәм Рамазанова Эльвира Марат ҡыҙы менән тәүге тапҡыр балалар баҡсаһы тупһаһын аша атлап ингәйне. Башта ата-әсәләр яңы балалар баҡсаһының көсөнә ышанмай, балаларын да бирергә ашыҡмай. Коллектив намыҫлы хеҙмәте менән ата-әсәләрҙең ышанысын аҡлай. Уларға саралар, күнекмәләр планын тулыландырырға, сценарийҙар яҙырға, эш системаһын яйға һалырға тура килә. Башҡорт балалар баҡсаһының тарихи биттәре лә ошолай асыла. Бөгөн башҡорт балалар баҡсаһы киң мөмкинлектәре, физкультура-һауыҡтырыу эше, өҫтәмә белем биреү, башҡорт гимназияһы менән хеҙмәттәшлек итеү, үҫеп килгән быуынды гражданлыҡ позицияһында тәрбиәләү системаһы булған мәғариф ойошмаһы. Ошо осор эсендә 450- ләп бала "Тирмәкәй"ҙә тәрбиәләнеп, үҫеп, белем серҙәренә төшөнгән. Коллектив үҙенең балалар баҡсаһы, эштәре, еңеүҙәре, ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. "Тирмәкәй" - аҡыллы, шаян, әүҙем балалар тәрбиәләнгән йорт. Балалар төрлө яҡлап үҫешһен өсөн коллектив барыһын да эшләй. "Тирмәкәй" - ул ата-әсәләр. "Улар беҙҙең эшебеҙҙә төп ярҙамсыларыбыҙ. Ата-әсәләргә рәхмәтлебеҙ", - ти хеҙмәткәрҙәр. "Тирмәкәй" - хеҙмәткәрҙәр. Бында ижади, эшенә тоғро, балаларҙы яратҡан хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Шуныһы ҡыуаныслы. Балалар баҡсаһының ысын, тоғро дуҫтары бар. Улар ҙа бөгөн балалар баҡсаһының ҡыуанысын уртаҡлашырға йыйылды. Сарала ялҡынлы телмәрҙәр ҙә, музыкаль ҡотлауҙар ҙа, бүләктәр ҙә, бүләкләүҙәр ҙә күп булды. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев: "Башҡорт балалар баҡсаһы - үҙаллылыҡ емеше. Декларация ҡабул ителгәндән һуң, районыбыҙҙа телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә күп эштәр башҡарылды. "Тирмәкәй" башҡорт балалар баҡсаһы менән бер рәттән, ҡалабыҙҙа Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, Инйәрҙең 2-се башҡорт мәктәбе ҡалҡып сыҡты. Былар барыһы ла үҙаллылыҡ һөҙөмтәһе. Балалар баҡсаһына килгәндә иһә, һәләтле хужабикә Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы өлгөлө коллектив туплауға ирешкән. Балалар баҡсаһы үҫә, камиллаша", - тине Илгиз Сафый улы һәм лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы Бүләкбаева, Миләүшә Таһир ҡыҙы Әхмәтнурова, Гүзәл Ишбулды ҡыҙы Атйетәрова, Вәсилә Булат ҡыҙы Моратова, Гөлфиә Нурлығаян ҡыҙы Хәбироваға муниципаль район Советының Почет грамоталарын тапшырҙы.

Тулы материалды гәзиттең 81-се һанында (09.10.2018) уҡығыҙ.
Читайте нас: