Күркәм сара ҡала-район мәктәптәрендә ал-ял белмәй фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, тәғәйенләнеше арҡылы йәш быуынға ғилем биреү, шәхес булып формалашыу, үҙ йүнәлешен табыу, һәләтен, рухиәтен үҫтереү өсөн ғәйәт күп көс сарыф ҡылған бихисап педагогты йыйҙы. Уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән тәбрикләп, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Марина Владимировна Саранцева, Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһы рәйесе Людмила Григорьевна Шалаева иң изге теләктәрен еткерҙе.
Марина Владимировна фекеренсә, мәғариф системаһы ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, уҡытыусы бер ҡасан да яңырыш шарттарында юғалып ҡалмай, иңенә һалынған төп бурыс-талаптарҙың мөһимлеген онотмай.
“Заман менән бергә атлаған, һәр яңылыҡҡа әҙер торған, балаларға белем, тәрбиә биреүҙә иң алдынғы ысул-технологияларҙы әүҙем ҡулланған педагогтарыбыҙ, һис шикһеҙ, оло хөрмәткә лайыҡ. Һеҙ осорған ҡошсоҡтарҙың ҡанаттары - ныҡ, киләсәге - ышаныслы”, - тине ул залда ултырыусыларға һоҡланыуын белдереп.
Юғары дәрәжәле ҡунаҡтар тарафынан һөнәри байрамын билдәләүселәрҙең бер төркөмөнә - “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” билдәләре, икенселәргә - муниципаль райондың хакимиәт башлығы Премияһы, өсөнсөләргә - данлыҡлы яҡташыбыҙ, педагог - Советтар Союзы Геройы Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов исемендәге Премия, дүртенселәргә - Республика Мәғариф министрлығының идара наградалары, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары, профсоюз премиялары тапшырылды. Шулай уҡ тотош ғүмере мәктәп диуарҙары араһында балаларға аң-белем, тәрбиә биреп үткән, быйылғы йылдан хаҡлы ялға сыҡҡан педагогик хеҙмәт ветерандары, ауыр хеҙмәт йөгөн бергә-бергә тартҡан ирле-ҡатынлы уҡытыусылар, тотош ғаилә менән мәғрифәтселек юлын һайлаусы нәҫелдәр ҙә билдәләнеп, сәскә гөлләмәһенә күмелде был көндө.
Уҡыусыларҙың иҫ киткес шәп йырлы-моңло сығыштары иһә ҡояштай балҡып ултырған ағай-апайҙарына үҙенсәлекле бүләк булды. Карина Сәфәрғәлина, Софья Костригина, Маргарита Ермакова башҡарған дәртле йырҙарҙан, Сыңғыҙ Ғиләжевтың ҡурай моңдарынан, “Виктория” бал бейеүҙәре, “Апельсин”, “Сулпылар” бейеү студияһы коллективтары башҡарған сағыу бейеүҙәрҙән, бәләкәстәрҙең шиғри күстәнәстәренән бер кем дә битараф ҡалманы. Махсус төшөрөлгән видеоролик та залда ултырыусыларҙы бер талай ихлас көлдөрөп, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Талапсанлыҡ, яуаплылыҡ, ҡәтғилек менән бер рәттән, балаларҙың күңел донъяһын, ышанысын яуларлыҡ изгелекле, үтә һиҙгер, ғәжәп сабыр, оло йөрәкле ғилем эйәләрен саҡ ҡына булһа ла ауыр эштәренән арындырған байрам тантанаһынан, һәммәһе лә лайыҡлы баһаһын алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.