Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Октябрь 2018, 19:43

Сал тарихлы мәктәп

100 йыл… Донъяуи тарихта был, бәлки, ҡыҫҡа ғына арауыҡтыр ҙа, әммә мәктәп тарихи өсөн ул тотош ғүмер, әллә нисә быуындың баһалап бөткөһөҙ фиҙаҡәр хеҙмәте, иҫ киткес бай тәжрибәһе һәм традициялары. Бер быуатты ашатлаған мәктәптәрҙең булыуы, заманалар һынауын лайыҡлы үтеп, нигеҙ ҡоротмауы атайсалыбыҙ өсөн, һис шикһеҙ, оло мәртәбә, ғорурлыҡ та. Республика көнө алдынан үҙенең 100 йыллығын билдәләгән Шығай урта мәктәбе тап шундай белем усаҡтарының береһе. Юбилей уңайынан Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында бай йөкмәткеле байрам сараһы ойошторолдо. Унда юғары дәрәжәле ҡунаҡтар, ветеран-уҡытыусылар, мәктәпте төрлө йылда тамамлаусылар саҡырылды.

Шығай урта мәктәбе директоры Исмәғил Хәлфә улы Әбүталиповтың ихлас сәләмләүе менән башланып киткән тантана шундуҡ еңел мөхит тыуҙырҙы. Мәғариф идаралығы начальнигы Марина Владимировна Саранцева үҙенең тәбрикләү һүҙендә сал тарихлы белем биреү учреждениеһының абруйын, алдынғы ҡарашлы педагогтарҙың эшмәкәрлеген, уҡытыусылар династияларын ихтирам менән телгә алды. “100 йыл - ул оло юлдың, тос хеҙмәттең башы ғына. Һеҙ яулаясаҡ үрҙәр, ҙур еңеүҙәр алда әле!” - тине ул мәктәп коллективына уңыштар юрап. Шулай уҡ Белорет ҡала-район мәғариф идаралығы баш белгесе Рима Кинйәбус ҡыҙы Цандыҡова, мәғариф идаралығының башҡорт теле буйынса методисы Лариса Хәлфетдин ҡыҙы Әхмәтшина ла изге теләктәрен еткерҙе.

Шығай мәктәбе элек-электән ресПубликабыҙҙың йөҙөк ҡашына бәрәбәр данлыҡлы шәхестәре, ғилми өлкәлә һыналған ғалимдары, көслө педагогтары, республика кимәлендә еңеүҙәр яулаған тырыш уҡыусылары менән дан тота. Иҡтисад фәндәре кандидаты Шәмсинур Йомағужина, филология фәндәре кандидаты Розалия Сәйфуллина, физика-математика фәндәре кандидаты Гөлфиә Аҫылғужина, тарих фәндәре кандидаты Зифа Хәсәнова, география фәндәре кандидаты Ғәлимә Хәсәнова; Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - күренекле журналист Зиннәт Әминев, мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев; Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина, республиканың Рәмил Ҡолдәүләтов исемендәге һәм райондың “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премиялары лауреаты, шағир Мәүлит Кәримов, билдәле композитор Абдулғәфи Хәлфетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Шайморат Йомағужин, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы эшсеһе Ҡотлобай Муллағәләмов, республикабыҙҙың атҡаҙанған артисы Фирүзә Нуретдинова, атҡаҙанған уҡытыусылар - Рәйлә Ҡәләмова, Нәфисә Аҫылғужина һәм башҡалар мәктәп тарихына сағыу биттәр өҫтәне. Ҡасандыр иңдәренә ҡанат ҡуйған, һәләттәрен асырға ярҙам иткән, тормошта үҙ юлын, тәғәйенләнешен табырға йүнәлеш биргән туған мәктәбен олуғ байрамы менән ҡотларға тип төрлө тарафтарҙан килеп еткән арҙаҡлы кешеләр - Мөхәмәт Түлебаев, Мәүлит Кәримов, Фәриха Вәлиуллина һәм Фирүзә Нуретдинова матур хәтирәләре, сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажитдинованың булыуы ла сараға йәм өҫтәне. “Урал” гәзитенең баш мөхәррире уҡытыусылар араһынан районыбыҙҙағы берҙән-бер милли баҫманың тоғро дуҫтарына Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Шығайҙарҙың шатлығын уртаҡлашыр өсөн сәхнә түренә күтәрелгән мөхтәррәм ҡунаҡтар - район-ҡала белем биреү учреждениелары директорҙары, эшләү дәүерендә мәктәбем тип көсөн йәлләмәгән ветеран уҡытыусылар - Нәҙерғәле Аҫылғужин, Фәниә Түлебаева, Инсаф Канафин, Динә Канафина, шулай уҡ ҡасандыр ошонда ғилем алыусылар ҙа изге теләк-бүләктәре менән һөйөндөрҙө.

Һәр сығышты иҫ киткес шәп концерт номерҙары оҙата барҙы. Мөхәмәт Түлебаевтың аһәңле ҡурай моңдары, Фирүзә Нуретдинованың һоҡланғыс “Бөрйән ҡыҙҙары” бейеүе, йәнә лә Гүзәлиә Сәйфуллина, Гөлминаз Хафизова, Айвар Ғилмановтың өҙә баҫыуҙары, “Ынйылар” вокаль ансамбле, мәктәп уҡыусылары, Фәниә Зарипова башҡарыуында йырҙар, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең дәртле таҡмаҡтары, “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамбленең йөрәк елкетер импровизациялары, коллектив бейеүҙәр, шиғри күстәнәстәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Мәктәп уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын берләштергән хорҙың “Башҡортостан - тыуған илем” йырын иһә йөмлә тамашасы аяҡ үрә баҫып алҡышланы.

Тантаналы өлөш тамамланыу менән һәммәһе күңел сөңгөлдәрендә иң саф, ҡабатланмаҫ иҫтәлектәр булып һаҡланған мәктәп диуарҙарына ашҡынды: берәүҙәр ҡасандыр үҙе ултырған парта артына, икенселәр сал сәсле уҡытыусыһы янына, өсөнсөләр - класташтары ҡосағына. Коридор буйлап атлағанда, гүйә, ваҡыт арауығы асылғандай, үткәндәрҙең сағыу, күңелле ауаздарын, ҡыңғырау сыңдарын, моғайын да, һәр кем тоя торғандыр... Эйе, йөрәктәрҙе берләштереп, бәйләп торған үтә ҡәҙерле хәтирәләр донъяһы ла, бала саҡтың онотолмаҫ илаһи моңо ла шул мәктәп...
Читайте нас: