Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Октябрь 2018, 14:32

Традицияны дауам итеп

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Арғымаҡ” балалар ойошмаһының тыуған көнөнә арналған тантаналы йыйын үтте.

Йыйынды башлар алдынан Арғымаҡ иленең байрағын индереү хоҡуғы гимназияның алдынғы уҡыусылары - Римма Фәтхетдинова, Эмиль Фәхретдинов һәм Розанна Мөхәмәҙиеваға бирелде. Сараға саҡырылған ҡунаҡтар менән танышып киткәндән һуң, һүҙ гимназия директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылдановаға бирелде. Ул гимназияның уңыштары менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы илебеҙ киләсәге өсөн лайыҡлы шәхестәр булып үҫергә саҡырҙы һәм гимназия стипендиаттары Ләйсән Үтәбаева менән Элина Ғәлиеваға Диплом һәм аҡсалата премия тапшырҙы. Шулай уҡ быйыл “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәрҙең республика конкурсында III урын яулаған Ләйсән Үтәбаеваға, конкурста лайыҡлы сығыш яһаған командаға (Наҙгөл Заһитуллина, Илнар Сәғитов, Ильяс Шаһиязданов, Арслан Хөсәйенов), Милләттәр кросында ҡатнашҡан Әхмәтйәнов тар, Вәлиевтар һәм Нурғәлиндар ғаиләләренә, робототехника буйынса конкурста ҡатнашҡан Илнур Баҡиев, Айтуған һәм Азамат Сәлиховтарҙы Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Артабан һүҙ 40 йыл ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә арнаған хаҡлы ялдағы абруйлы педагог Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьяноваға бирелде. Ул уҡыусыларға башҡорт теленә, мәҙәниәтенә юғары ҡарашта булырға өндәне, өйҙә лә, урамда ла тик башҡортса һөйләшеүҙәрен, уңыштар теләне. Гимназия уҡытыусыһы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөһрә Әхмәҙулла ҡыҙы Үтәғолова бата һүҙе әйтте. Хаҡлы ялдағы физика уҡытыусыһы Линиза Хөсәйен ҡыҙы Селиверстова гимназияға үҙе яҙған картина бүләк итте, уҡыусыларға изге теләктәр теләне.
Беренсе класс уҡыусылары шиғырҙар ятлағандан һуң, уҡыуҙа ал бирмәҫкә, башҡорт рухлы булырға ант бирҙеләр һәм 23 йыллыҡ тарихы булған “Арғымаҡ” ойошмаһы сафына ҡабул ителделәр. Уларҙы ойошманың президенты Данил Әбсәдиев ҡотлап, өлгөлө, ярҙамсыл булырға, киләсәктә тыуған еребеҙҙең уңған кешеләре, илһөйәрҙәре булып үҫеүҙәрен теләне. Сара тантаналы рәүештә ойошма байрағын сығарыу менән тамамланды.
Читайте нас: