Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
2 Ноябрь 2018, 14:24

Китапханала Ғафури уҡыуҙары

Йәш быуынды шағир, прозаик, драматург, публицист, бигерәк тә башҡорт балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың (Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы) тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, III тѳбәк-ара Ғафури уҡыуҙарында ҡатнашыу маҡсатында, Дауыт Юлтый исемендәге китапханала Ғафури уҡыуҙары аҙналығы ойошторолдо һәм унда 180-дән ашыу кеше ҡатнашты.

Бөтә китап уҡыусыларыбыҙ өсөн "Яҡты ғүмерле Ғафури" атамалы күргәҙмәне ҡарау һәм байҡау аҙна буйына дауам итте, һәр үткәрелгән сарала ҡулланылды.
Башҡорт лицей-интернатының I класс уҡыусылары өсөн "Ҡарт һунарсы", "Ҡыр ҡаҙы" хикәйәләре буйынса "Изгелек ҡояш кеүек балҡый" әҙәби сәғәт үткәрелде. Балалар әҫәрҙең йөкмәткеһе менән алдан танышҡан булыу сәбәпле, әңгәмәләшеү юғары кимәлдә үтте. Был хикәйәләр балаларҙы тик яҡшылыҡ, изгелек кенә эшләргә өйрәтер, кескәйҙәр хайуандарҙы яратыр, уларға ярҙам ҡулы һуҙыр, тигән ышаныста сараны тамамланыҡ.
Ә инде лицей-интернаттың X класс уҡыусыларын Ғафури уҡыуҙары "Ваҡыт һәм йәштәр" тип аталған М. Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесы буйынса диспутҡа йыйҙы. Китапхана библиографы Әлзирә Кәримова, презентацияны ҡулланып, М. Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы. Артабан сараның төп өлөшөнә - яҙыусының киң билдәле булған, әлеге көндәрҙә лә сәхнәләрҙә ҡуйылған "Ҡара йөҙҙәр" повесын анализлауға күстек. Анализ менән бер рәттән ике заманды сағыштырып, йәштәрҙең элекке һәм хәҙерге тормошо, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары тураһында әңгәмә-бәхәс тә алып барылды. Повестың йөкмәткеһе тураһында төрлө фекерҙәр булды, әммә барыһы ла уны "бынан да ҡыҙғаныс повесть юҡтыр, моғайын", тинеләр.
Тулы мәҡәләне гәзиттең 88-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: