Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Ноябрь 2018, 13:53

Яҡшы белгестәр кемдәрҙең хеҙмәт емеше?

Илебеҙ үҫеше, уның тотороҡло киләсәге ѳсѳн бар ѳлкәләр ҙә етди ѳлѳш индерә. Улар араһында сәйәсәт, иҡтисад һәм армия иң мѳһимдәре булып һанала тип белдерһәләр ҙә, был йәһәттән ныҡлы уйланырлыҡ урын бар, сѳнки нимә генә тимәһендәр, тормоштоң ныҡлығы, тәү сиратта, нигеҙҙең ныҡлығынан тора. Ә бына ошо нигеҙ мәғариф ѳлкәһендә һалына тиһәк, һис тә яңылышмаҫбыҙ, моғайын. Балалар нәҡ мәктәп эскәмйәһендә донъя тураһында дѳйѳм тѳшѳнсәгә, йәмғиәттә кәрәкле белемгә, тәрбиәгә эйә була, шәхес булыу ѳсѳн маҡсатҡа ярашлы интеллектуаль, физик, рухи яҡтан үҫешә. Шуларға эйә булмайынса бер генә ѳлкәлә лә уңышҡа ирешеп булмауы менән берәү ҙә бәхәсләшеп тормаҫтыр.

Илдең генә түгел, бар ѳлкәләрҙең дә тотороҡлолоғон тәьмин иткән мәғариф системаһы тураһында һүҙ күп бѳгѳн. Сифатлы белем уҡыусыға ғына түгел, бѳтә йәмғиәт ѳсѳн етди һәм мѳһим бурыстарҙың береһе. Был һѳнәр эйәләренең хеҙмәтенән йәмғиәттә ниндәй ҡиммәттәр һәм традициялар ѳҫтѳнлѳк алыуы, дөйөм киләсәк хәл ителә. Һүҙ ҙә юҡ, белем алыу оҙаҡ һәм ҡатмарлы эш һәм уның һѳҙѳмтәләре лә күпмелер йылдан һуң ғына күренә. Шул арҡала мәғариф ѳлкәһе бѳгѳн иң күп бәхәс тыуҙырған, ҙур үҙгәрештәр кисергән ѳлкәләрҙең береһе һанала ла инде. Ни тиклем генә кәрәкле һѳнәр булмаһын, уҡытыусы һѳнәренең дәрәжәһе тѳшкәндән-тѳшә бара. Элек һәр икенсе ҡыҙ бала уҡытыусы булырға хыялланһа, бѳгѳн иһә хеҙмәт баҙарында уҡытыусыларға ҡытлыҡ булһа ла, был һѳнәрҙе алырға теләүселәр кәмегәндән-кәмей. Аҙ түләүле һөнәрҙәрҙең береһе булыуы арҡаһында ул йәмғиәттәге абруйын да юғалта бара. Әлбиттә, һөнәрҙең бәҫе кәмеүенең, уҡытыусы булырға теләмәүҙең сәбәптәре лә тѳрлѳ һәм күп ҡырлы. Мәҫәлән, бѳгѳн артыҡ ҙур ирек бирелгән балалар менән эшләүе лә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Баланың кире ҡылыҡтарын, шуҡлығын артыҡ шелтәләү ярамай, уның насар тәртибенә лә тыныслыҡ һаҡлап, үҙеңде ҡулда тота белеү мөһим. Нервы ептәрең нескә булып, ҡайҙалыр түҙемлегең шартлай икән, балаһына һүҙ тейҙертмәй, ѳф итеп торған ата-әсәләр үҙеңә ғәйеп ташлап, тауыш күтәрергә лә күп һорамай. Ауыҙыңды үлсәп асмайһың, нервыларыңды теҙгендә тотмайһың икән, суд тупһаларын тапап, эшең менән хушлашырға ла тура килеүе бар.
Ѳҫтѳнлѳк ҡатынҡыҙҙарға күсте
Йәшереп тораһы түгел, бөгөн уҡытыусы хеҙмәте тулыһынса ҡатын-ҡыҙҙар эшенә әйләнгән тиергә була. Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәргә теләгән ир-егеттәр был һөнәрҙән ситтәрәк торорға тырыша. Төп сәбәп - эшләгән аҡса ғаиләне ҡарарға, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға етмәүҙә. Ә бит педагогика борон, антик ваҡыттарҙа уҡ барлыҡҡа килеп, уға нигеҙҙе бары тик ирҙәр генә һалған. Платон, Сократ, Аристотель, Демокрит, Квинтилиан кеүек исемдәрҙе барыһы ла онотоп бөтмәгәндер әле. Песталоцци, Ушинский, Сухомлинский, Шаталов кеүек бөйөк шәхестәр ҙә педагогиканың ирҙәр эше булыуы менән бер рәттән Яҡшы белгестәр кемдәрҙең хеҙмәт емеше? был шөғөлдөң гражданлыҡ бурыс булыуын да билдәләй. Шул арҡала, революцияға тиклем бары тик ирҙәр генә уҡытыусы, мѳғәллим булып эшләгән дә инде. Ғөмүмән, элек-электән ирҙәр мәғариф өлкәһендә күберәк аңлай, алдан күрә белеүсәнлеккә эйә, дәүләттең һәм йәмғиәттең ихтыяжын яҡшыраҡ белә, тип иҫәпләнгән. Башлыса, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, илдә ир-егеттәр етешмәй башлағас ҡына, уҡытыусылыҡ эшенә күпләп ҡатынҡыҙҙар йәлеп ителә башлай. Шулай итеп, ирҙәр был өлкәнән яйлап ситләшә һәм уҡытыусы ир-егет тә һирәк күренешкә әйләнә бара.
Мәктәп абруйы - уҡытыусыларҙа
Ауыл мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың бөгөнгө эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу өсөн Манышты мәктәбе директоры Илшат Ринат улы МОРАТШИН менән әңгәмәләштек.
Мәҡәләне гәзиттең 90-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: