Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Декабрь 2018, 17:36

Иғтибар үҙәгендә - мәктәп

Мәктәп - белем усағы ғына түгел, һәр ауыл-ҡаланың киләсәген билдәләгән мөһим факторҙарҙың береһе. Мәктәп бар ерҙә йәшәйеш тә бар. Ә мәктәптә белемле, тырыш, аҡыллы, бар яҡлап та өлгәшкән, спортты яратҡан илебеҙҙең йәш граждандарын тәрбиәләү өсөн бар шарттар ҙа булдырылырға тейеш. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та мәктәптәр, балалар баҡсаларын йылытыуҙы айырым күҙәтеүгә алырға һәм уҡыусыларға төплө белем алыуҙа уңайлыҡтар булдырырға ҡушты.

Йөйәк мәктәбе икенсе йыл инде төрлө дәүләт программаларының файҙаһын күрә. Уларҙың сиктәрендә йөйәктәр мәктәп спорт залын ремонтлауға, ҡыйығын алмаштырыуға өлгәште. Былтыр мәктәптең спорт залы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса яңы төҫ алғайны, быйыл иһә күптән ремонтланмаған бинаның ҡыйығы алмаштырылды (һүрәттә). Ремонт “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһына ярашлы үткәрелде. Проект 1 млн. 80 мең һумға төштө. Халыҡ, бағыусылар тырышлығы, республика һәм район бюджетынан бүленгән аҡса күләмле эште башҡарырға булышлыҡ итте. Мәктәп ҡыйығын тендерҙа еңгән Әбйәлил подрядсылары алыштырҙы.

- Ремонтҡа тип бүленгән аҡса мәктәп ҡыйығын тулыһынса алыштырыуға етмәне. Мәктәпкәсә йәштәге балалар шөғөлләнгән төкөтмәнең дә ҡыйығын яңыртыу талап ителә. Башҡараһы эштәр планға индерелде лә инде. Кескәйҙәр йөрөгән бинала ремонт эштәре бының менән генә тамамланмай әле. Төкөтмәгә йылылыҡ тулыһынса барып етмәү сәбәпле, унда һалҡын ине. Был мәсьәлә лә ыңғай хәл ителде. Бүленгән аҡсаға ҡаҙанлыҡ һатып алынды һәм йылылыҡ үткәрелде. Шулай уҡ бинаның 20 тәҙрәһе, 2 ишеге алыштырылды. Эштәрҙе Белореттың “Джин” йәмғиәте башҡара, - тине мәктәп директоры Венер Вәхит улы Сибәғәтуллин.
Читайте нас: