Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Декабрь 2018, 12:01

“Күңелебеҙҙе һалабыҙ”

Мәктәпкә килеп инеү менән яңы ғына мейестән сыҡҡан икмәктең хуш еҫе танауға килеп бәрелә. Уҡыусылар ҙур, яҡты, ҡаланыҡынан һис ҡалышмаған мәктәптә белем алыуҙарынан тыш, көн дә ашнаҡсы апайҙары бешергән тәмле икмәк менән һыйлана. Ғәбдөк мәктәбе - районда үҙ ашханаһында икмәк бешергән берҙән-бер белем усағы. 2005 йылда төҙөлгән ауыл мәктәбендә әлеге көндә 60-лап бала уҡып, шунда туҡлана.

Мәктәп ашханаһы эше лә күптән яйға һалынған. Иркен, яҡты, бөхтә ашханала уҡыусыларҙы көн дә йылы аш, тәмле, файҙалы бутҡа, салаттар менән һыйлайҙар. Күп балалы ғаиләләрҙән булғандар өсөн өҫтәмә туҡландырыу ҙа ҡаралған. Балалар айына яҡынса 400 һум түләй, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр ташлама менән файҙалана. Мәктәптең хужалыҡ мөдире Флидә Ғәлләмова, ашнаҡсылар Шәүрә Шөғәйепова һәм Гөлдәр Ялалова аш-һыуҙы төрлөләндереп, тәмле итеп бешереүгә бар оҫталыҡтарын һала.
- Балалар туҡланыуы - эшебеҙҙең һәм иғтибарыбыҙҙың мөһим йүнәлеше, тип республика етәксеһе Радий Хәбиров та әйтеп үткәйне. Ә ашнаҡсыларыбыҙҙан уңдыҡ. Бешергән аштары, ҡайнатҡан компот-кеҫәлдәре тәмле. Апайҙарын уҡыусылар ҙа ярата, ата-әсәләр ҙә риза, - ти Ғәбдөк мәктәбе директоры урынбаҫары Эльвира Әмир ҡыҙы Баязитова уңған ашнаҡсылар тураһында.
Аш-һыу оҫталары мәктәп коллективы менән төрлө сараларҙа ла ҡатнаша. Төрлө ризыҡ, аш-һыу әҙерләйҙәр. Уҡыуҙар тамамланғас та уларға эштәр етерлек.
- Менюҙы, стандартҡа ярашлы, 10 көнгә әҙерләйбеҙ. Рационға файҙалы һәм туҡлыҡлы аҙыҡ-түлек индерергә тырышабыҙ. Үҙебеҙ аҙнаһына өс тапҡыр 8-әр икмәк тә бешерәбеҙ. Эшебеҙ, балаларға тәмле аш-һыу әҙерләү оҡшай. Шуға ла бар күңелебеҙҙе һалып башҡарабыҙ, - тиҙәр ашнаҡсы апайҙары.
Ашнаҡсы һөнәрен еңел тип әйтеп булмай. Оҫталыҡтан тыш, башҡа сифаттарға ла эйә булырға кәрәк бит әле. Ауыл килендәре - Йөйәктән Флидә Исмәғил ҡыҙы, Архангелдән Шәүрә Хөснулла ҡыҙы һәм Ауырғазы районынан Гөлдәр Наил ҡыҙы ашнаҡсы һөнәренә эйә. Шуға ла уларҙың аш-һыуы икеләтә тәмлерәк килеп сыға. Эш стаждары - 5-13 йыл. Ашнаҡсыларҙың эшенән балалар, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт, коллектив та ихтирам итә. Уларға төбәп әйтелгән маҡтау һүҙҙәрен ишетеү ашнаҡсыларҙың үҙ эшенең оҫталары икәнен дәлилләй, баһаһын арттыра түгелме?!
Читайте нас: