Бының өсөн мәктәптә төрлө семинарҙар, «түңәрәк өҫтәл»дәр йыш уҙғарыла, уҡыусылар конкурс, олимпиадаларҙа күп ҡатнаша. Ноябрь аҙағында мәктәптә 2018-2019 йылдарға логистик кейстарҙы сисеү буйынса I ҡала чемпионаты үткәйне. Чемпионатта Ломовка, Абҙаҡ, Сермән, Тимер юл ауылы мәктәптәренән, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан, лицей-интернаттан, ҡаланың 21-се мәктәбенән һәм 17-се гимназиянан бөтәһе 8 команда ҡатнашҡайны. Улар юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырыу, үлем, юлтранспорт фажиғәләрен кәметеү маҡсатында үҙҙәренең яңы алымдарын, идеялар проектын яҡланы һәм экология мәсьәләләрен тикшерҙе. Проекттарҙы яҡлау барышында уҡыусылар логик яҡтан дөрөҫ фекерләү ҡеүәһен, үҙҙәренең сығышын аудиторияға асыҡ һәм дөрөҫ итеп еткерә белеүен күрһәтте.
Үткән аҙнала Абҙаҡ мәктәбендә тағы ла бер мөһим сара ойошторолдо. «Белем биреү учреждениеларында һөнәри йүнәлеш системаһын үҫтереү» тип аталған күсмә семинарҙа мәктәп директорҙарының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫарҙары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары вәкилдәре, Магнитогорск ҡалаһы педагогтары ҡатнашты. Семинар бөгөнгө заман хеҙмәт баҙары талаптарын иҫәпкә алып, уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлешен үҫтереүгә йүнәлтелде.
Ҡунаҡтарҙы мәктәп фойеһында, йола буйынса ҡаршы алып, сәләмләгәс, барыһын ла мәктәптең ҡыҫҡаса тарихы, уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән таныштырҙылар. Семинарҙа ҡатнашыусылар айырым аудиторияға йыйылғас, район-ара мәшғүллек үҙәгенең һөнәри йүнәлеш буйынса белгесе Елена Логинова был йәһәттән үҙҙәре алып барған эш барышы менән таныштырҙы. Ул ваканциялар йәрминкәләре, үҫмерҙәр китапханаһы менән тотҡан бәйләнеш тураһында һөйләне. Хеҙмәт баҙарының бөгөнгө йүнәлеше һәм талаптары, уҡыусыларҙың һөнәри йүнәлешен проектлау һәм заман компетенцияларын булдырыу буйынса Магнитогорск ҡалаһының Орджоникидзе районы Балалар ижади үҙәге вәкилдәре Юлия Москалева менән Олег Фридрихсон таныштырҙы. Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина үҙҙәренең эксперименталь майҙансыҡ тәжрибәһе менән бүлешеп, яңы «Компетенциялар үҙәге» проектын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Семинар барышында Силәбе ҡалаһында үткән «Юниор Скиллс» чемпионатында ҡатнашҡан уҡыусылар ҙа сығыш яһаны. Был чемпионат иртә йәштән һөнәри йүнәлеш алыу һәм уға әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнеү, уҡыусылар араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса ярышта үҙеңде күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Унда Абҙаҡ уҡыусылары эшҡыуарлыҡ, электромонтаж һәм мода технологияһы компетенцияларында ҡатнашты. Ярыш үтә етди һәм ауыр булһа ла, уҡыусылар һынатманы һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. “Үҙебеҙҙе һөнәри оҫталыҡта һынау еңел булманы, әммә был беҙгә сәм һәм дәрт өҫтәне. Ниндәй урында үҙебеҙ өҫтөндә күберәк эшләргә, үҙебеҙҙе нисегерәк тоторға өйрәтте. Шуға күрә бындай ярыштар ойоштороу мѳһим, был хәрәкәтте артабан да үҫтерергә кәрәк, сөнки бындай саралар киләсәк тормошҡа һөнәр һайлау һәм үҙеңдең дөрөҫ юлда булыуыңа ышаныс тыуҙырыу ѳсѳн ҙур тәжрибә майҙансығы булып тора”, - ти Светлана Рамазанова, Зарина Шағбазова, Регина Хилалова, Александр Николаев һәм Марат Ҡотләхмәтов. Уҡыусылар юғары кимәлдә ойошторолған чемпионатта ҡатнашырға мөмкинлек биргән һәм төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе. Семинарҙың икенсе өлөшө уйын формаһында үтте. Ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, үҙҙәрен атаәсәләр ролендә һынап ҡараны һәм төрлө практик күнегеүҙәр эшләне.
Ойошторолған сара күптәрҙең күңелендә яңы идеялар тыуҙырҙы һәм уларҙы үҙ мәктәптәрендә тормошҡа ашырыу теләген уятты.