Уҙған аҙнала Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы нигеҙендә балалар өсөн асылған технопарк та быға дәлил. Уның төп тәғәйенләнеше булып дуаль белем биреү арҡылы йәш быуынды төрлө өлкәләге инженер-конструктор, тикшеренеү, проектлау эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киләсәктә һөнәр һайлауға дөрөҫ йүнәлеш биреү, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу тора.
Технопаркты асыу тантанаһы бик йылы мөхиттә үтте. Сарала ҡала-район мәктәптәренән, махсус урта белем биреү учреждениеларынан уҡытыусылар, уҡыусылар, етәкселәр ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Саранцева, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Иван Лавренов үҙ сығыштарында ҡалабыҙҙа шундай мөһим өҫтәмә белем биреү мөмкинлегенең барлыҡҡа килеүенең әһәмиәтен, уның илебеҙҙе кадрҙар менән тәьмин итер уңдырышлы тупраҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Балалар өсөн технопарктың тап беҙҙең районда асылыуы, һис шикһеҙ, оло мәртәбә, уңыш ул. Был, тимәк, бында ғилем тауҙарын аҡтарасаҡ уҡыусылар яҡын киләсәктә Ватаныбыҙҙың данын арттырып, инновацион технологиялар өлкәһендә ғәжәп асыштар яһаясаҡ, бына тигән шәп һөҙөмтәләргә ирешәсәк тигән һүҙ. Өҫтәмә белем менән дөйөм белем биреүҙе берләштереү процесы иһә үҫеп килгән быуынға инженер-техник йүнәлештәге һөнәрҙәр һайлауға этәргес кенә. Һеҙҙең ҡыуанысты уртаҡлашып, һәммәгеҙгә лә ныҡышмалыҡ, ижади ҡомар, уңыштар теләйем”, - тип һүҙен тамамланы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Сараның икенсе өлөшөндә түңәрәк йүнәлештәре буйынса ойошторолған экскурсия айырыуса мауыҡтырғыс ине. Технопарк етәксеһе Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, ҡунаҡтарҙы ихлас әйҙүкләп, иң башта робототехника менән танышырға саҡырҙы. Был йүнәлеште алып барған уҡытыусылар: Хәлит Хәмит улы Ишмырҙин - ҡырыу, йышыу, ҡырҡыу һәм лазер станоктары ярҙамында механик машиналарҙы яһау, Ленара Муллабай ҡыҙы Ғәзизова компьютер программаһында моделдәр эшләү, 3D-принтерҙар менән ҡулланыуҙы күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итһә, 8-9 йәшлек башланғыс класс уҡыусылары иһә - Wedo, өлкәнерәктәре Ардуино конструкторҙарынан машина төҙөү серҙәре менән уртаҡлашып, 1 сәғәт эсендә йыйылған күргәҙмә менән таныштырҙы. Тағы шуныһы: тамаша ҡылыусыларға виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡты сағылдырған күҙлектәрҙе кейеп, бөтөнләй икенсе донъяға сумыу мөмкинлеге лә тәтене.
Әлмира Фуат ҡыҙы Таһирова етәкләгән биотехнология йүнәлеше кабинетына ингәс, гүйә, ниндәйҙер ғилми үҙәктең лабораторияһына юлығаһың. Күҙәнәк төҙөлөшөн яняҡлап ентекле өйрәнеү, цитохимик һәм биохимик ысулдар арҡылы төрлө тәжрибәләр уҙғарыу, Биоквантум лабораторияһының заманса ҡорамалдарында практик эштәр - биология фәненә мөкиббән киткәндәр өсөн ысын мәғәнәһендә оло табыш. Был йүнәлеш буйынса ҙур уңыштарға ирешкән, бихисап еңеүҙәр яулаған X класс уҡыусылары Ләйсән Үтәбаева һәм Элина Ғәлиеваларҙың микроскоп ярҙамында үткәргән тәжрибәүи эштәре ҡунаҡтарҙы һоҡландырмай ҡалманы, әлбиттә.
Гимназияның тантаналар залында урынлашҡан график дизайн һәм компьютер моделләштереү буласаҡ дизайнерҙар, рәссамдар, фотографтар һәм башҡалар өсөн ифрат шәп йүнәлеш. Ғөмүмән, 3D-моделләштереү нигеҙҙәрен, фотошоп һәм башҡа ҡатмарлы компьютер программаларын өйрәнеү - заман талабы, тиһәң, һис хата булмаҫ. Ошонда уҡ квадрокоптер ише осоусы аппараттарҙы, робот һәм башҡа ирмәк нәмәләрҙе күрергә яҙҙы. Уйын майҙанында машиналарҙың “сумо” көрәше, эстафета ярыштары, осоу аппараттарының етеҙ генә һауаға күтәрелеүе, һис шикһеҙ, ылыҡтырғыс күренеш. 29-сы балалар баҡсаһынан килгән Игорь менән Арсений атлы кескәй малайҙарҙың үҙҙәре эшләгән роботтарҙы хәрәкәтләндереүҙәре лә ғәжәп итте. Баҡыев Илнур һәм Хызыров Ильяс исемле үҫмерҙәрҙең (һүрәттә) таймер аҫтында Рубик шаҡмағын бер нисә секунд эсендә йыя алыуы иһә бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Ҡулдарының иҫ киткес етеҙлеге, логик фекерләү ҡеүәһебыл егеттәрҙә хаттин ашҡан.
Технопарктың етәксеһе Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, бер йыл элек ни бары 65 бала ғына шөғөлләнгән түңәрәктең бөгөн килеп 400-гәсә баланы һыйҙыра алыуына ҡыуанып: “Кескәй генә түңәрәктең технопарк кимәленә етеүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Алла бойорһа, киләсәктә, өс йүнәлеш урынына ете йүнәлештә эшләү күҙаллана. Иң мөһиме, балаларҙа ошо йәһәттән ҡыҙыҡһыныу уятһаҡ, инженер-техник һәләттәрен асһаҡ, ғилми донъяға юл ярһаҡ, тимәк, беҙ маҡсатҡа ярашлы эшләйбеҙ”, - тигәйне ихлас йылмайып.
Изге ниәтте ғәмәлләштереү, ғилем таратыу, һис шикһеҙ, оло сауап. Шулай булғас, ҡуйылған маҡсаттар ҙа, иртәме-һуңмы, тормошҡа аша, ә хеҙмәт юлында түгелгән тир иһә, мәле еткәс, татлы емештәре менән ҡыуандыра.