Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Декабрь 2018, 13:30

Тырыштарға - мөғжизә!

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында республикабыҙҙың төп байрам - Яңы йыл Шыршыһы тамашаһы бара. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән 780 бала сәхнәгә төбәлгән. Уҡыу алдынғылары, олимпиада, спорт ярыштары, художестволы үҙешмәкәр конкурсфестивалдәре еңеүселәре апайағайҙары, тиҫтерҙәре әҙерләгән “Киреһенсә Яңы йыл” тамашаһы ҡарай. Шулай уҡ балаларҙы яңы йыл фотозоналары, шыршы тирәләй флешмоб, шат клоундар, күләмле декорациялар, сағыу костюмдар, 3D-проекция, яңы йыл тамашаһынан тыш, яңы дуҫтар табыу, улар менән аралашыу, бүләктәр, Башҡортостаныбыҙ баш ҡалаһы Өфө менән яҡындан танышыу көтә.

Ана шул сағыу тамашала, республиканың төп яңы йыл Шыршыһында Үткәл ауылы мәктәбе уҡыусыһы Айтуған Мөхәмәтдиновҡа ла ҡатнашырға яҙҙы. VII класс уҡыусыһы Айтуған мәктәптә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый. Тырыш малайҙы класташтары староста итеп тә һайлаған. Үҫмер мәктәптә үткән сараларҙа ғына түгел, ауылдың мәҙәни тормошонда ла актив ҡатнаша. Уҡытыусылары Рүзидә Ғилфан ҡыҙы Ғәйфуллина, Нурсилә Фәтих ҡыҙы Йомағужина ярҙамында төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ла үҙен һынап ҡараған. Һуңғы еңеүе - Мостай Кәрим ижадына арналған республика конкурсында. Әсә теленән тыш, рус теленән, математика фәненән, төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша Айтуған. Матур бейей ҙә, спорттың бокс төрөн дә һайлаған. Һеңлеһе Алтынайға, класташтарына өлгө лә ул. Ата-әсәһе лә улдары менән ғорурлана. “Улыбыҙҙың еңеүҙәренә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. Түңәрәктәргә йөрөргә лә өлгөрә, уҡыуында ла өлгәшә. V класта уҡыған Алтынай ҡыҙыбыҙ ҙа, ағаһы кеүек, яҡшы билдәләргә генә уҡый”, - ти Айтуғандың әсәһе Флүзә Мөхәмәтдинова. Айтуғандың ошондай уңыштарға өлгәшеүендә ата-әсәһенең, уҡытыусыларының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Киләсәктә лә, үҫмер һынатмаҫ, тағы ла юғары еңеүҙәргә өлгәшер. Бәлки, Мәскәүҙә үткән ил Шыршыһына ла барыу бәхете тейер әле.
Айтуған менән бергә Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ильяс Шаһиязданов, Абҙаҡ мәктәбенән Азалия Төхвәтуллина, 3-сө мәктәптән Богдан Красавин, лицей-интернаттан Айгизә Ғайсина, 16-сынан Михаил Елисеев, Үрге Әүжәндән Макарий Серегин, 18-сенән Руслан Сафиуллин, Ломовканан Полина Козлова, Егәҙе мәктәбенән Радмир Зарипов, Мәхмүттән Зилиә Яруллина, 8-се мәктәптән Дарья Борискова, 10-сынан Марат Ғәптрәхимов, Инйәрҙең 1-се мәктәбе уҡыусыһы Камила Гәрәева, Үҙәндән Александр Соколов, Йәш натуралистар станцияһынан Тимур Нәсимов, Туризм үҙәгенән Артем Александров, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Ирина Серегина, Мәктәптән тыш эштәр үҙәгенән Вероника Байбордина, Үҙән балалар йортонан Карина Сабирова һәм Алина Урцева, Белорет коррекцион мәктәбенән Константин Тюкенеевҡа ла матур, сағыу тамашаны күреү, унда ҡатнашыу бәхете тейҙе. Был 22 бала уҡыу алдынғыһы ғына түгел, район, республика, Бөтә Рәсәй кимәлендәге олимпиада-конкурстарҙа, спортта, башҡа өлкәлә лә еңеү яулаған мәктәп уҡыусылары.
Алдынғы уҡыусыларҙы республика тамашаһына оҙатыу тантанаһында мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева ла: “Республика Шыршыһына тик алдынғы уҡыусыларҙы ғына ебәрәбеҙ. Ике көн дауамында һеҙҙе күңелле саралар, онотолмаҫ тәьҫораттар көтә. Артабан да ата-әсәйҙәрегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, алға барырһығыҙ, тағы ла юғары үрҙәргә өлгәшерһегеҙ, тигән ышаныста ҡалабыҙ”, - тине.
Читайте нас: