Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Декабрь 2018, 18:07

Белгән - белеменә ышаныр

Заман үҙгәргән һайын, тормош яңы һөнәрҙәр талап итә. Нано, инновацион технологиялар үҫешкән, йәштәр араһында мерчендайзер, бастер, девелопер, клинингер кеүек заман һөнәрҙәре өҫтөнлөк ала барғанда, ябай эшсе һөнәрҙәр юғалып ҡалғандай булды. Бынан ике тиҫтә йылдар элек инженер, ташсы, балта оҫтаһы кеүек һөнәрҙәр талап ителһә, ваҡыт үтеү менән хәл үҙгәрҙе. Уның ҡарауы, бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ ҙур. Уҡытыусы, табип, юрист һөнәрҙәренә ҡарағанда, эшселәргә хеҙмәт урындары табыуы күпкә еңелерәк. Башҡортостан хеҙмәт базаһында тәҡдим ителгән вакансияларҙың күпселек өлөшө - эшсе һөнәрҙәр. Бөгөнгө көндә сығарылыш уҡыусылары башлыса юғары уҡыу йорттарына ынтыла. Теләктәре - бюджет урынға эләгә алмай икән, түләп булһа ла юғары уҡыу йорттарын тамамлау. Шуға ла республикабыҙға, илебеҙгә эшселәр биргән махсус һөнәри белем биреү учреждениеларының абруйы ла төшә барғандай. Уларҙың баһаһын тейешле кимәлгә күтәреү өсөн дә күп көс һалырға тура киләсәк әле.

Заманында гөрләп торған, меңдәрсә эшсе әҙерләп сығарған элекке 26-сы һѳнәрселек училищеһы, һуңынан тѳҙѳлѳш колледжы, ә хәҙерге ваҡытта Башҡорт архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Белореттағы филиалы әлеге көндә яңы һулыш кисерә. Филиал мѳдире вазифаһын яңы ғына атҡара башлаған Батыр Зөбәйер улы Шөғөров та уҡыу учреждениеһының бөгөнгө хәленә тыныс ҡарай алмай. Йәш етәксенең маҡсаты - уҡыу йортон яңы, заман талаптарына тап килгән кимәлгә күтәреү.
- Белорет һөнәри белем биреү учреждениеһы элек-электән Иҙел башы, күрше райондар халҡы өсөн берҙән-бер махсус белем биреү усағы булып килде. Ул тегенсе, штукатур-маляр, ташсы, ағас оҫтаһы кеүек белгестәрҙе әҙерләү менән тиҫтәләрсә йыл шөғөлләнә. Ныҡлы база, техник мөмкинлектәр уҡытыуҙың һәм һөнәр үҙләштереүҙең тәүге баҫҡысы булһа ла, учреждениела уҡытыу процесы ла, технологияһы ла совет заманынан килә. Киләсәктә йәштәрҙең Архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжына сараһыҙҙан түгел, ә үҙҙәре теләп уҡырға килеүе өсөн күп эшләргә кәрәк әле. Быны бер нисә йылда ғына тормошҡа атҡарып булмаясаҡ, әлбиттә. Республикабыҙ ҙа, үҙ нәүбәтендә, ярҙам итергә әҙер. Техник базаны нығытыу, уҡытыу программаларын, филиал бинаһын һәм дөйөм ятағын яңыртыу өсөн көс һалырға тура киләсәк. Тормош үҙгәрә, техник мөмкинлектәр ҙә бер урында тормай. Беҙ ҙә бер урында тапанмай, замана менән бергә атларға тейешбеҙ. Студенттарҙың статусын күтәреү, заманса төҙөлөш технологиялары киң ҡулланылған төркөмдәр булдырыу өсөн тырышырға кәрәк. Хәҙерге архитектура, робототехника, 3D-технологиялар заманы быны талап итә. Быйылдан “Автомеханик” компетенцияһы буйынса төркөм булдырылды.
Учреждениела оҙаҡ йылдар үҙ эшенең оҫталары эшләй. Педагогтар студенттарға төплө белем биреп кенә ҡалмай, киләсәктә һөнәрен дөрөҫ һайлауға ла булышлыҡ итә, оло тормош юлына баҫтыра. Башҡорт архитектура-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттары ла тырышып уҡыуҙан, һөнәр үҙләштереүҙән тыш, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, үҙ көсөн, белемен һынай”, - тине Батыр Зөбәйер улы.
Күптән түгел Өфөнөң художество-сәнәғәт колледжы базаһында биш кѳн буйы WorldSkills, йәки эшсе һѳнәрҙәренең абруйын күтәреү маҡсаты менән үткәрелгән халыҡ-ара олимпиадаһы ла быға дәлил. Һөнәри белем биреү учреждениелары араһында - “Ағас менән эшләү оҫтаһы” компетенцияһы буйынса үткәрелгән ярышта Өфө художество-сәнәғәт, Сибай, Нефтекама, Белорет һөнәри колледждары һәм Өфө урман техникумы студенттары үҙ-ара көс һынашты. Үҙ колледжы намыҫын Белорет филиалының III курс студенты Данил Ярославов яҡланы. Әйткәндәй, Данил бындай кимәлдәге конкурстарҙа тәүгә генә ҡатнашмай. Былтырғы конкурста, башҡаларҙан аҙға ғына ҡалышып, IV урынға лайыҡ булғайны. Быйыл иһә тырыш студент ноябрҙә һайлап алыу турын уңышлы үтеп, конкурс финалына сыҡты. Студенттарға белемен һәм оҫталығын һынап ҡарау, һайлаған һөнәрҙәрен артабан камиллаштырыу йәһәтенән үткәрелгән конкурста 5 конкурсант үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын, маҡсатҡа ирешеүсәнлеген, түҙемлелеген тикшерҙе. Ә эксперт-белгестәр конкурсанттарҙы лайыҡлы баһаланы, тикшерҙе. Ярышта ҡатнашыусылар бер сәғәт эсендә буласаҡ әйберҙең һыҙмаһын һыҙып, артабан тәҙрә рамы эшләргә тейеш ине. Данилдың етәксеһе, производствоға өйрәтеү буйынса юғары категориялы мастер, I категориялы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рифҡәт Хәйбулла улы Ғәҙелшиндың биргән белеме, өгөт-нәсихәттәре бушҡа китмәне. Егет Сибай һәм Өфө художество-сәнәғәт колледжы студенттарынан саҡ ҡына ҡалышып, III урынға сыҡты. Еңеүсе онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, күп йылдарға етәрлек иҫтәлек, Диплом, миҙал һәм ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанды.
Данил Ярославовҡа артабан да һөнәри үрҙәргә үрләүен, ә уҡытыусыһы Рифҡәт Хәйбулла улына Данил кеүек лайыҡлы студенттарының күберәк булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: